Эй зифа ла буйҙарың! Эй зифа ла буйҙарың,
Билең нескә тал...
— тигән йыр юлдары Гүзәл Ғәбдекәева өсөн генә сығарылған кеүек. Уның сибәрлеген, нәфислеген, өлгөрлөгөн, киң күңеллелеген күреп һоҡланмау мөмкин түгел. Эштә уңған, яғымлы, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡ ыңғай сифаттарын үҙендә туплаған Гүзәл.
Был наҙлы гүзәл затҡа һоҡланғыс тәбиғи һәләт ҡайҙан бирелгән һуң? Һорауға яуапты оҙаҡ эҙләргә түгел. Ул районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Үрмәт ауылында Хөснөтдиновтарҙың татыу ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе ҡыҙҙарында сәнғәткә, әҙәбиәткә, белемгә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемдеке? Ҡабаҡтыҡы! Һуңғы йылдарҙа республикала төҙөлөш материалдары етештереү тармағы етеҙ үҫеш алды. Шуға бәйле баҙарҙа конкурентлыҡ айырыуса көслө. Шундай шарттарҙа “Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡулланыусыларҙы үҙенең заманса сифатлы тауары менән йәлеп итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 470 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Иң тәмле һыу – беҙҙә” Ер шарының өстән ике өлөшө һыу менән ҡапланған булһа ла, уның ни бары өс проценты ғына сөсө һанала. Эсергә яраҡлы һыуҙың 70 проценты — йылға һәм күлдәрҙән, ә 30 проценты ер аҫты сығанаҡтарынан алына. Был баһалап бөткөһөҙ байлыҡтың сифатына халыҡтың йәшәйеше һәм сәләмәтлеге туранан-тура бәйле. Ә бына файҙаланғанда ҡулланыусыға ни рәүешле килеп етеүе һәм уның өсөн күпме көс һәм сығым сарыф ителеүе хаҡында уйланабыҙмы һуң? “Дүртөйлөводоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Камил СӘХИБГӘРӘЕВ менән әңгәмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олуғ мәртәбә сере Әхтәр Ғайсиндың исеме гәзит уҡыусыларға байтаҡтан яҡшы таныш. “Башҡортостан” гәзитендә шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар менән “Математика — йәшәү мәғәнәһе…” тип аталған әңгәмәһе буйынса бик күп хаттар булғайны, сөнки унда Әхтәр Мәғәз улы үҙен ысын-ысынлап милли рухлы зат, хөрмәтле һәм абруйлы уҙаманыбыҙ, тормошо һәм эшмәкәрлеге үҙе бер өлгө, үҙе бер мәктәп булырлыҡ шәхес итеп танытты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш уҙған ерҙә  нур ҡала Һәр заман кешеһе булмышына ярашлы үҙенән һуң ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Барлыҡ ғүмерен халҡына бағышлап йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына түгел, яҙыусы, шағир, телсе, сәйәсмән, тарихсы, тәржемәсе булып танылған ағайым Әкрәм Бейешев тураһында бәйән итеүем.
Ул, һис һүҙһеҙ, юғары мәҙәниәтле, энциклопедия кимәлендә фекер йөрөтә белгән киң ҡоласлы ғалим һәм кеше булды. Рәсәйҙә танылыу тапты, исемен илленән ашыу ғилми хеҙмәте менән донъя кимәленә күтәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыял шундай татлы Төндә Хәлимәнең күҙенә тағы йоҡо эленмәне. Элегерәк ныҡ арыһа ғына шулай таңға тиклем йоҡлай алмай этләнә торғайны. Әле иһә һуңғы ваҡытта миктәгәнсе эшләгәне лә юҡ. Бөгөн офоҡта таң ҡыҙылы беленә башлағансы түшәгендә әйләнә-тулғана ятты ла тороп асыҡ тәҙрә янына килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диктантҡа барҙығыҙмы? “Бишле”! …Гөлдәргә ни бары – 6 йәш, хәреф таныһа ла, әле яҙа белмәй. Шулай ҙа башҡорт теленән үҙ белемен һынап ҡарарға килгән әсәһенә оҡшатып, аҡ ҡағыҙға нимәлер сыймаҡлаған була. Ә уйлаһаң, ошо тәү ҡарашҡа мажара һымаҡ ҡына тойолған күренештә ниндәй оло мәғәнә ята! Телебеҙҙе ҡәҙерләү, яҡлау һәм данлау әсә һөтө менән бергә тәрбиәләнергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр төбәктең атамаһы булған кеүек, һәр районда йәшәгән кешеләрҙең дә үҙенсәлекле сифаты бар, һәм, шуға ҡарап, беҙ уларға үҙебеҙсә исем бирәбеҙ. Саҡмағош кешеләренең саҡматаштар тигән атамаһы күптән халыҡ теленә кергән. Эйе, саҡматаш һымаҡ ныҡ, сыҙам, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, көслө рухлы, тотанаҡлы холоҡло улар. Көтөүсенән башлап район башлығына саҡлы тап шундайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 – 26 апрелдә Өфөлә “Вики-һабантуй-2015” үтә. Ошо уңайҙан ирекмәндәр Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел, әҙәбиәт институты менән берлектә “Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” тип аталған халыҡ-ара асыҡ ғилми-ғәмәли конференция ойоштора. Интернет селтәрендәге башҡорт телендәге яҙмалар, башҡорт теленең ҡулланылышы хаҡында фекер алышыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән ҡайһы бер мәҡәләләр менән гәзит уҡыусылар ҙа танышһын әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был тиклем ҡыҙыҡ булыр тип уйламағайным. Бер ҡараһаң, бөгөнгө заман өсөн Мольерҙың ни хәжәте инде? Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы “Һаран” спектакле премьераһына шундайыраҡ фекер менән юлланғайным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына