Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙө башҡарыу – йыр оҫталығының иң юғары нөктәһе.
РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы, опера сәнғәтенә нигеҙ һалған яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңгеләштереү, ижади мираҫын халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр кеүек моңло күңеле Дәүләкән ерендә йәшәп ижад иткән Бөрйән ҡыҙы Гөлүзә Арыҫланова тураһында ишетмәгән кеше һирәк. Бар республика халҡына ул йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ билдәле булһа, дәүләкәндәр уны уңған хужабикә, өлгөлө әсәй, аҡыллы ҡатын тип белә. Районда үткән күп сараларҙың сценарий авторы, алып барыусыһы, ойоштороусыһы ла — Гөлүзә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры, “Дим” ижад түңәрәге етәксеһе лә ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ибрай майын тәмләгәнегеҙ бармы? Туҡһанынсы йылдарҙа колхоздарҙы тарҡата башлағас, ауылдарҙа ҡайһы берәүҙәр фермерлыҡҡа тотондо, йүнселлеккә сумды. Әммә барыһы ла ауырлыҡтарҙы йырып сыға алманы, күптәр ҡул һелтәп ҡуйҙы. Яңы быуат яңы эшҡыуарҙар дәүерен алып килде. Былары иһә аҡты ҡаранан яҡшыраҡ айырҙы, әммә барыбер кәртәләр етерлек ине.
Түбәнге Ибрай ауылы егете Венер Шәйхуловтың эшмәкәрлеге “икенсе дәүергә” ҡарай – бынан 10 йыл элек көнбағыш майы етештерә башлаған. Ул инженер булып эшләгән урындағы хужалыҡ тарҡалғас, башта мал тотҡан, башҡа ерҙә көсөн самалаған. Шулай ҙа, ныҡлы уйлағандан һуң, әлеге шөғөлгә тотонорға булған.
Ком: 1 // Уҡынылар: 917 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыш нигеҙе – ышаныс …Урам осона геүләтеп көпләнгән “ЗиЛ” килеп туҡтаны. Автомобиль янына шунда уҡ күрше-тирә йыйылып китте. Күп тә үтмәне, баштан-аяҡ он менән “биҙәнгән” егеттәр ихаталарға тоҡтар ташый башланы. Ә машина янында барған һөйләшеү ап-асыҡ ишетелә ине:
— Наил ҡустым, әлегә аҡса самалы бит әле, фураж өсөн генә биреп торам, онға пенсия килгәс түләрмен инде, – тине бер бабай.
— Ярай, абзый, ҡайғырма, ваҡ мәсьәлә, – тип йыуатты һатып алыусыны мыҡты кәүҙәле сауҙа хужаһы, дәфтәренә нимәлер теркәп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бабич премияһы тирәләй уйланғанда Бына тағы сираттағы ижади конкурс башланырға тора. Оҙаҡламай әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн ике йылға бер тапшырыла килгән
Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүселәрҙең исемлеге лә билдәле булыр. Матбуғат баҫмалары, радио, телевидение эфирҙары, мәғлүмәт сайттары ошо хаҡтағы материалдар менән тулыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 960 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөрөҫлөк байрамы кәрәкме? Урамда бер апай менән һөйләшеп киттек. Мине телевизорҙан күреп танығас, һүҙ ҡушты. Уның ҡыҙын уҡытҡанмын, бер-беребеҙҙең мәҡәләләре менән дә таныш булып сыҡтыҡ. Фекерҙәш тиһәң дә хата булмаҫ, яҙғандары бик матур, миңә оҡшай. Фамилияһы —Зәбдинова — беҙҙең башҡорттоҡона оҡшамағас, ҡыҙыҡһына ҡуйҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешелек тыуҙырған аң-аҡыл булған
Китаптар битенән күпме нур аҡты.
Уҡылған, уҡыйҙар, уҡырҙар һәр ваҡыт
Тормошсан тойғолар тупланған китапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бюрократия заманы Бюрократия (Ушаков һүҙлеге буйынса) – ғәмәлдәге хәл-торошон иғтибарға алмайынса, хакимлыҡ тотошлайы менән чиновниктар ҡулында булған идара итеү системаһы. Эш асылына зыян килтереп, уның формаль, канцеляр яҡтарын ғына ҡайғыртыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман имамы ниндәй булырға тейеш? Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап эҙләне.
Кешеләрҙе хаҡ юлға әйҙәү, уларға Ислам дине хаҡында дөрөҫ һәм аңлайышлы ғилем таратыу – һәр мосолмандың изге бурыстарының береһе. Был йөкләмә мәсеттә имам вазифаһын башҡарған ир-егеттәр өсөн икеләтә мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеү күгендәге бер йондоҙ Билдәле йырҙа әйтелгәнсә, “дары еҫе һеңгән” Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын күҙгә әсе йәш тула, йөрәкте һары һағыш, әрнеү һыҙлата башлай. Күпме кешенең көсө, ғүмере аша яуланған бит был бәхет! Ошо ҡаһармандарҙың араһында минең дә иң ҡәҙерле кешем – атайым – бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күршеңдең тупһаһын йыуып өлгөр! “Кемделер дөрөҫ юлға әйҙәр өсөн донъя яңғыратҡан лозунгтар күтәреп митингтар ойоштороу түгел, ә һепертке, сепрәк алып уның өйөн йыйыштырыу, йә, мәҫәлән, үҙеңдең тупһаңды йыуғандан һуң уныҡын да таҙалап ҡуйыу – изге ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн күркәм аҙымдарҙың береһе булыр” тигән яҙма тәрән мәғәнәгә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
КӨНДӘЛЕКТӘРЕНДӘ – ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ Алдымда – уттар-һыуҙар кисеп ҡайтып, ете тиҫтә йылдан ашыу һандыҡ төбөндә ятҡан көндәлек. Һарғайған биттәр… Яңалиф менән яҙылған юлдарҙа кеше яҙмыштары, авторҙың яуҙа үткән дүрт йыллыҡ ғүмере, 1418 көнө сағыла. Был – минең атайым Шаһишәриф Шаһивәли улы Ишбирҙиндың һуғышта алып барған яҙмалары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҠайтыуБыйылғы ҡояш үҙенең эҫелеге менән бар тереклектең тәҡәтенә тейҙе, күптән ямғыр күрмәгән ер сатнап, үләндәр һарғая башланы. Дамираның таштан ҙур итеп һалынған бейек өй эргәһенә ултыртҡан гөлдәре лә эҫелектән әлһерәп ергә һыйынған. Улар янында үҫкән ағастар ҙа, ҡояштан ышыҡ эҙләгәндәй, әллә ауыр ҡайғынан баштарын ергә эйгән. Урам тулы халыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Аҡбай ҙа һарай эргәһендәге ояһына кереп оялаған. Урам уртаһында табут тора, уны кешеләр уратып алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡсы Байгилдегә “Балыҡсы” ҡушаматы ҡапыл тағылды. Артында ла түгел, үҙенең алдында хөрмәтләп әйтәләр. Тик, ҡушаматты ишеткәс, Байгилденең үҙгәреүен берәү ҙә шәйләмәй: ҡараштары моңһоуланып, ялбыр ҡаштары ҡушылып, аҡ йөҙө ҡарайып, танау осо ағарып китә. Ҡыҫҡаһы, ир-уҙаман үҙенең хәлен үҙе генә белә. Йөрәгенә бикләгән сетерекле серен һис кемгә сисмәй – хатта ҡатыны Байрамбикә лә бер ни белмәй. Күңелен әрнеткән, ғилләһен әлегәсә үҙе лә төшөнмәгән мәғлүмәтен, йәндәй йәмәғәтенә, бәлки, үлгәнсе һөйләмәҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
АММОФОСК 44 — 52 процент үҙләштергән фосфор кислотаһынан һәм 18 процент азоттан ғибәрәт, 1 кв. метрға 20 — 30 грамм аммофоск файҙаланыу ҡаралған.
ДИАММОФОСК
46 процент үҙләштергән фосфор кислотаһынан һәм 18 процент азоттан тора. Яҙ көнө йәшелсә үҫтерәсәк уртаса тупраҡты ашлау өсөн тәҡдим ителә. 1 кв. м ергә 20 — 30 г ашлама етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына