Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк! Ғафури – республикала әҙип исемен йөрөткән берҙән-бер район. 1940 йылда Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының 60 йыллығын билдәләгәндә төбәк уның хөрмәтенә яңы атама ала. Шуға ла сираттағы әҙәби марафонда ҡатнашыусылар икеләтә тулҡынланыу тойғоһо менән аяҡ баҫты бәрәкәтле төйәккә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Китапса түгел, халыҡса фекерлә” Сәйетбаба ауылында “Жәлил Кейекбаевтың башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауҙағы өлөшө” тигән фәнни-ғәмәли конференция булды. “Океанда балыҡ нисек йөҙгән булһа, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев та фән диңгеҙендә шулай ҡолас ташлап йөҙә ине... Кешелек йәмғиәтендә бер объектив законлылыҡ бар: ниндәй булһа ла халыҡ йәки милләт араһынан йөҙ йылға бер тапҡыр айырыуса талантлы, хатта бөйөк шәхестәр сығып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 980 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман да ил мәнфәғәтен хәстәрләп Илебеҙ тарихында ҡара хәреф менән яҙылған хәл-ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ түгел. Шуларҙың береһе – 1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһында булған фажиғә. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар инвалидтарҙың “Чернобыль союзы” тип исемләнгән йәмәғәт ойошмаһына берләшкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй ырыуынан урғыла тигәндәй, бәрәкәтле Күсей — әҙәбиәткә ике Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипованы биргән ауыл. Шулай уҡ күсейҙәр шағир Батыр Вәлид, “Әлифба”ның тәүге авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов менән хаҡлы ғорурлана. Баймаҡ районында иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” әҙәби фестивале юҡҡа ғына Күсейҙән башланманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай һәләк булған ерҙән бер ус тупраҡ “Һинең дә фамилияң Абдуллина бит. Беҙ туғандар түгелме икән? Сығышың Дәүләкәндәнме әле? Миәкә районынанмын, ҡыҙ фамилиям – Абдуллина”, – тине Лена Ғәзиз ҡыҙы Арыҫланова. Ана шулай һис уйламаҫтан туған тейешле булмаһа ла, яҡты яҙмышлы ҡаһарман яҡташым менән таныштым мин. Ҡаһарман тип әйткәндә, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы Абдуллиндың асылын күҙ уңында тотоп әйтәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыйындырған да, туйындырған да – ауыл Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ауылдарҙағы көнүҙәк проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ер мәсьәләһенә бәйле киңәйтелгән ултырыш уҙғарыу маҡсатын ҡуйғайны. Мөһим ҡор күптән түгел ойошторолдо. Ниәт ителгәнсә, һөйләшеүҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, шәхси хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, ауыл хужалығы, хоҡуҡ белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ Халҡыбыҙҙа эш кешеһен данлаған бихисап мәҡәл һәм әйтем бар: “Һөнәр – ирҙең ҡанаты”, “Һөнәрҙең артығы юҡ”, “Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ”, “Һөнәрле кеше үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”... Был аҡыллы һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Замандың төрлө шауҡымына бирелеп, йәштәр еңелерәк, вазифалыраҡ эшкә өҫтөнлөк бирә башланы. Һәр өсөнсө кеше – юрист йә иҡтисадсы. Ә хеҙмәт баҙарында йорт һалыусылар, мебель эшләүселәр, кейем тегеүселәр етешмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырымбурҙан тимер юл буйлап Урал тауҙарының көньяҡ итәгендә, Ор йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урында нигеҙләнгән Орск ҡалаһы янына алып килделәр. Йорттарҙан ашып торған мәсеттәр, сиркәүҙәр күренә. Ҡола яланда палаткалар ҡороп урынлаштылар. Ир-егеттәр ниндәй ер-һыу икәнен белешә, нимә эшләйәсәктәре менән ҡыҙыҡһына. Был тарафты яҡшы белгән берәү, алан-йолан ҡаранып, хәбәрен теҙҙе:
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш башланыу тураһында хәбәр Башҡорт Үргене (халыҡ Үрген тип кенә йөрөтә) ауылына йәшен тиҙлегендә килеп етә. Иртәгәһенә үк — 23 июндә — бер төркөм фронтҡа оҙатыла. Улар араһында колхоз рәйесе Йәләлетдин Фәхретдинов, бригадир Әхмәт Аҙнабаев, райком инструкторы Әхмәт Байгилдин, шоферҙар Фуат Абдуллин һәм Иҙрис Айҙағолов, көрәшсе Зәйнетдин Ҡолтаев, ҡурайсы Ғәйнулла Имелбаев, Хәким Аҙнабаев, Мисбахетдин Ҡолтаев, Заһиҙулла Зарипов, Мөхәмәт менән Әхәт Мырҙаҡаевтар, Ишмөхәмәт Сәйетҡолов, Әбделхаҡ һәм Әхәт Янбаевтар, Зәйнулла Сәйфуллин һәм башҡалар була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Михаил Горбачев үҙгәртеп ҡороу иғлан иткән КПСС-тың апрель пленумына 30 йыл тулды. Беҙҙең быуынға тура килгән өс тиҫтә йылдың яртыһы бөйөк дәүләтте емереүгә тура килһә, икенсеһе уны тергеҙеүгә арналды. Владимир Путин ошо йылдарҙа совет кешеһенә ҡәҙерле булған дәүләт символикаһын, Еңеү байрағын, ГТО кеүек нәмәләрҙе кире ҡайтарҙы, ҡайһы бер территориялар – Көньяҡ Осетия, Абхазия – беҙҙең сателлитҡа, Ҡырым Рәсәйҙең бер өлөшөнә әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 42 Алға
Бит башына