“Батырлыҡ – беҙҙең ҡанда” “Хәбир Сөләймәнов – бар донъяға танылыу алған башҡорт спортсыһы, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаған, Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулын алған. Үҙенә ике һыу тамсыһылай оҡшаған игеҙәге Сабир ҙа – бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы”. Был мәғлүмәттәр Башҡорт википедияһынан алынды. Әммә бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, донъяның төрлө мөйөшөндә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең барыһы ла Хәбир Сөләймәнов атлы егетебеҙ хаҡында яҡшы белә. Ул Лос-Анджелес ҡалаһында ун йыл йәшәп, бокс буйынса ҙур еңеүҙәр яулап, тыуған яғына ҡайтты. Хәҙер Башҡортостанда ҙур эштәр атҡарырға йыйына.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1195 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелендә — яҙ Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡованың бар булмышын баҫалҡылыҡ биҙәй. Айыҡ аҡыл, рух ҡөҙрәте, күңел йомартлығы менән һуғарылған баҫалҡылыҡ. Иң мөһиме — был хис уның үҙ булмышын ғына йылытып ҡалмай, балаларына, яҡындарына, уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә, яҡташтарына һөйөү һәм хөрмәт ҡөҙрәте аша тарала.
Кеше күңелендәге һәр башланғыс, яҡшымы ул, насармы, ғаиләлә һалына. Был йәһәттән Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы бәхетле. Белорет районының Абҙаҡ ауылында Хәйрулла ағай менән Ғәмбарана апайҙың ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә ул. Ата-әсәһенә оҡшап, үткер, сая була, шау малайҙар араһында үҫкәнгәме, тормош уны наҙға ла сорнай, кәрәк саҡта ҡыйыулыҡҡа ла һынай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ундайҙар бик һирәк Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рауил Бикбаевтың Башҡортостан тарихы буйынса 100-ҙән ашыу мәҡәләһе һәм ике китабы донъя күргән. Ул илле йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреү, тәрбиәләү эшенә арнаны.
Беҙ Рауил менән педучилищеға уҡырға инергә имтихан биргәндә таныштыҡ. Икебеҙ ҙә һуғыш йылдарында колхозда эшләп, тыныслыҡ яулап алынғас, 1945 йылдың сентябрендә уҡырға килдек. Ул — Башҡортостандан, мин — Ырымбур өлкәһенән. Дүрт йыл бергә, бер партала ултырып уҡып, училищены уңышлы тамамланыҡ. Мин мәктәпкә эшкә сығырға, ә Рауил Ырымбур пединститутында уҡыуын дауам итергә булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
“туҡһандың да тупһаһына баҫылды”... Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә — Әбйәлил районындағы “Юбилей” шифаханаһында — ял иткәндә осраттым уны. Яҡтыкүлдең матурлығын тамаша ҡылабыҙ. Йәйәүлеләр һуҡмағынан олпат йәштәге ил ағаһы таяҡҡа таянып, әкрен генә төшөп килә. Уның тотош ҡиәфәте иғтибарҙы йәлеп итә. Төҙ кәүҙәле, сал ҡупшы мыйығы үҙенә килешеп тора. Күҙ ҡарашы ихлас, яҡты. Күкрәге тулы орден-миҙал. Уны бер йәш кеше оҙатып бара.
Ҡайтыр көнөм яҡынлашты. Их, мин әйтәм, аҡһаҡалдың үҙен күреп һөйләшеп ҡалаһы ине. “Бирәм тигән ҡолона…” Форсаты ла тыуып тора. Иртәгәһенә юл өҫтөндә осраштыҡ:
— Әссәләмүғәләйкүм, олатай, — тип сәләм бирҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тотош быуат шаһиты Ундайҙар хаҡында “быуат ағинәйе” тип әйтәләр, сөнки улар — XX быуаттың әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, үткән дәүерҙең тере шаһиты булған хөрмәтле кешеләр.
Анна Федоровна Селиванова Сибай ҡалаһында йәшәй. Ағинәй ошо көндәрҙә 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Ҡала тарихындағы беренсе йөҙйәшәр инәйҙе ҡотларға ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, туғандары һәм балалары йыйылды. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы етәксеһе Азамат Юлдашбаев тыл ветеранына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Утлы ғәрәсәтте күргәндәр Яу ҡырҙары күптән тынған инде. Бөйөк Еңеү өсөн башын мәңгелеккә һалған батырҙарҙың исеме Тыуған иленә дан булып әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Єммә бына, үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып тыуған яҡтарына имен ҡайта алғандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн һеҙгә Иглин районында йәшәгән ике яугир – Әхмәтзәки Сакаев һәм Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов тураһында һөйләмәксебеҙ.
Әхмәтзәки Сакаевты 1942 йылда фронтҡа оҙаталар. “Хабаровск-12” ҡалаһында көнөнә алты сәғәт хәрби күнекмәләргә өйрәтһәләр, ҡалған ваҡыттарын карап төҙөү заводында уҙғаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыр эшкә — беләк,  ҡыйыу эшкә йөрәк булһын Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән тура бәйләнеш һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был сара — халыҡ менән аралашыуҙың иң популяр төрҙәренең береһе. Уны ҡабатларға тырышҡан Рәсәй төбәктәре етәкселәренең генә түгел, хатта донъяның – Кубаның Фидель Кастроһынан һәм Венесуэланың Уго Чавесынан тыш – башҡа лидерҙарының араһында ла береһенең дә ошондай ҙур аудитория менән һөйләшә алғаны юҡ.
Ком: 2 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәләл туризмға хәл етерлекме? Күптән түгел Бөрйәндәге бер эшҡыуар хәләл туризм асыу теләге менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең район – быны тормошҡа ашырыу өсөн иң уңайлы ер, – тине ул. – Данлыҡлы мәмерйәне, ҡурсаулыҡты күрер өсөн халыҡ күпләп килә. Уларҙың араһында мосолмандар бихисап. Шүлгәнташ мәмерйәһенә етәрәк иман йорто бар. Ошонда уҡ йылҡысылыҡ фермаһы эшләй. Тимәк, туристарҙы атта йөрөргә өйрәтергә, улар менән бергә һыбай килеш тәбиғәттең төрлө ҡомартҡыларын күреп әйләнергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгө миңә олатайым Олатайымдың исемен телгә алғандар Ишембай районында бик күп. Уны йылы, яҡты хәтирәләр менән иҫкә төшөрәләр. Шул саҡ олатай тере һындай күҙ алдына килеп баҫа. Тормош ниндәй генә ауыр һынау ҡуйһа ла, бирешмәйсә, үҙенә үҙе терәк булып аяҡҡа баҫҡан кеше бит ул.
Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән Ғайса Көнәфиә улы Кәримов хаҡында һүҙем. Алда әйткәнемсә, ул бала саҡтан уҡ ҙур ҡайғы-хәсрәт күргән. Олатайымдың атаһы Алыҫ Көнсығышта шахтала эшләгәндә һәләк булған. Ул ярты етем үҫкән. Туғандары ла йәшләй генә вафат булған.
Олатайым һуғышҡа 17 йәшендә китә, гитлерсыларға ҡаршы 2-се Украина фронтында алыша. Элемтә хеҙмәтенең уңышлы эшен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә уға. Һуғыш тамамланып, Совет иле Еңеү байрамын ҡаршылаһа ла, яугир 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратҡан эштең ауыры булмай Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының врач-хирургы Айрат Мостафиндың хеҙмәт стажы – утыҙ йылға яҡын. Хәйер, табиптың ғүмер балҡышын ваҡыт түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һаҡлап алып ҡалынған яҙмыштар менән баһалау дөрөҫөрәк булыр кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 42 Алға
Бит башына