Мәскәүгә китә хаттар... Кесе йома “Өфө” тимер юл вокзалында Либераль-демократик партияның агитпоезы туҡтап китте. Перронда йыйылған халыҡ алдында сәйәси фирҡә етәксеһенең урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Диденко сығыш яһаны. Осрашыуға килеүселәр бик күп ине, һәр береһенең ҡулында – хат.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ассамблея етәксеһе һайланды Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды. Был ҡарар Ассамблеяның III съезында ҡабул ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың  халыҡ шағиры ҺАБАҠ

Поэма

“Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр…”
Ком: 0 // Уҡынылар: 1219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотмайыҡ батыр ил улын Быйыл декабрҙә Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтен төҙөүсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тула. Ул – бөтөн донъяға танылған мәшһүр ғалим һәм яҙыусы ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемгә – сир, ә кемгә аҡса ғына... Дарыу хаҡының көндән-көн арта барыуын кем һәм ҡасан туҡтатыр?
Өфөләге Үҙәк баҙар эргәһендәге дарыуханала сиратта торабыҙ. Һаулығы шәп түгел икәне йөҙөнә үк сыҡҡан бер ир фармацевт ҡыҙға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: “Үткән аҙнала ғына был дарыуҙың хаҡы 450 һум ине бит, ниңә 600 һум булып та киткән?” Ҡыҙыҡай иңбашын ғына һикертеп ҡуйҙы, сөнки хаҡты ул билдәләмәй бит инде. Теге ир усындағы аҡсаһын һанап ҡараны ла: “Хужағыҙға әйтегеҙ – беҙҙең барлыҡ сирҙәр менән бер юлы ауырыһын!” – тип бер нәмә лә алмай сығып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булат ЙОМАҘИЛОВ: “Яугирҙәргә ярҙам – мөҡәддәс бурысыбыҙ” Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы граждандарҙы бушлай ҡабул итеү һәм юридик хеҙмәтләндереү айлығын үткәрә. Ошо турала төплөрәк мәғлүмәт алыу маҡсатында Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты, Рәсәйҙең Федераль адвокаттар палатаһы Советы ағзаһы, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Б.Ғ. Йомаҙиловҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ ыңғайында башҡа һорауҙарға ла яуап ишеттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 578 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ!” Исламда хеҙмәткә ифрат ҙур әһәмиәт бирелә. Мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын эш менән үткәрергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эҙләгән ҡорт бал таба йәки эш юҡлыҡҡа һылтаныр заман үтте Көрсөк, аҡсаһыҙлыҡ, ҡыҫҡартыуҙар, эшһеҙлек... Был һүҙҙәр йәнә лә телдән төшмәй башланы. Ә зарланып һүҙ һөйләүҙән файҙа юҡ, сүбәк сәйнәп май сыҡмай, тигәндәй. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында алыш-биреш менән аҡсаһыҙ көн итеп булғандыр ҙа ул, сөнки халыҡтың күпселеге кредитҡа күмелеп ултырманы, хатта юғалтыр милкебеҙ юҡ ине тиерлек. Хәҙер бына барыһын да банктар үҙенә бәйләгән, башҡа финанс мөнәсәбәттәре ялмап алған. Кредит ойошмалары менән һөт-май, йәшелсә-емеш ярҙамында иҫәпләшеп булмай бит инде.
Ғөмүмән, аҡсаһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ә уны нисек табырға? Ҡайҙа күберәк түләйҙәр? Ниндәй тармаҡта вакансиялар бар? Ошо һорауҙарға яуап йышыраҡ яңғыраһын ине бөгөн. Әйҙәгеҙ, хеҙмәт баҙарын байҡап, үҙебеҙсә һығымта яһап ҡарайыҡ.
Ком: 4 // Уҡынылар: 975 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көрсөк” һүҙе уларға таныш түгел “Ике ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр” тигәндәре дөрөҫтөр инде. Беҙҙе хужалыҡтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ромел Шамратов МТМ бинаһы ҡаршыһында асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Һөйөнмәҫлек түгел шул: ошо көндәрҙә илештәр өсөн иң ҡыҙыу осор – яҙғы баҫыу эштәре – башланып тора. «Илеш-Агро» йәмғиәтенең «Игенсе» бүлексәһе һабанға беренселәрҙән булып төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыш ҡорбандары Роман-хәтирәнән өҙөк

Кеше! Рәнйетмә, таплама кешене,
Һалып уттарға, тапама кешене;
Әгәр күрмәй тиһәң выждан ғазабы —
Ғазаплан, тик ғазаплама кешене!
Ғүмәр Хәйәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына