Бибисара апай йырлай Әллә ҡайҙан килеп сыҡты ул башҡорт эстрадаһында Бибисара апай! Элегерәк тә үҙенең төбәгендә йырлағандыр ул, әммә ишеткән булмағас, миңә уның тауышы сарсап килгәндән һуң уртлаған шишмәне хәтерләтте. Шуға күрә апрель аҙағында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолған концертына халыҡтың эркелешеп килерендә шигем дә юҡ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
Именлектең нигеҙен нимә билдәләй? Һәр һуғыштың, ыҙғыш-янъялдың нигеҙендә ҡәнәғәтһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ, асыу ята. Кешелә ошондай көсөргәнеш тыумаһын өсөн тәү сиратта рухи донъяны хәстәрләргә кәрәклеге йылдан-йыл нығыраҡ инандыра бара кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡын рухи етемлектән һаҡланы – Әнүәр апа: “Ауылға ҡайтырға сығам”, – тип телеграмма һуҡҡан!
Ошо хәбәрҙе ишетеү менән тыныс ҡына йәшәп ятҡан ғаиләбеҙ “гөр” итеп ҡала. Беҙ, балалар, үрле-ҡырлы һикерәбеҙ, “тау арты”нан был юлы ниндәй мөғжизәле күстәнәс килерен кемуҙарҙан фаразлай башлайбыҙ, ҡыуанысты урамға алып сығабыҙ. Өләсәйебеҙ иһә, артына боролоп, күҙ йәштәрен һөртөп ала. Йәшләй һуғышта һәләк булған бер туған ағаһы Әбүбәкерҙең улын һәр саҡ шулай ашҡынып, тулҡынланып көтә торғайны ул...
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шатлыҡ һәм күҙ йәше аша Ислам – тормош дине. Унда әҙәм балалары араһындағы ихтирамлы мөнәсәбәткә, бер-береңдең күңелен күреүгә, рухландырыуға, йәшәүгә көс биреүгә һәм башҡа изге сифаттарға ҙур урын бүленгән. Май башында Өфөнөң “Ихлас” мәсете эргәһендә уҙған байрам нәҡ шундай күркәм мөнәсәбәттең сағылышы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лираның илаһи моңо Кушнаренко районы – башҡорт әҙәбиәте генә түгел, Рәсәй шиғриәте өсөн дә ҙур шағирә биргән төбәк. 2008 йылда Мәскәүҙә үткән яҙыусылар ҡоронда барыһы ла Башҡортостандан икәнлекте һәм фамилиям Абдуллина булғанын белгәс, Лираның ҡыҙыһыңмы әллә, тип һорашты. Эйе, белә инем рус телендә ижад иткән, һуғыш арҡаһында атайһыҙ, бала сағында уҡ әсәйһеҙ ҡалған, Виктор Астафьев кеүек күренекле Рәсәй яҙыусыһы тәҡдиме менән СССР Яҙыусылар союзына алынған лирик шағирә хаҡында. “А лебедь-то лебедем” шиғырына яҙылған йырҙы Валентина Толкунова йырланы үҙ заманында. Яҙма Интернет селтәрендә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миҙалдың ике яғы Етемлектең бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыһа ла, тырышлығы, һәләте арҡаһында оло шәхес, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре булып киткәндәрҙе беҙ аҙ беләбеҙме? Юҡ, асылда үткән быуаттың ниндәй генә осорон алып ҡараһаҡ та, күп шәхестәрҙең тормошо ошо етемлектән башланһа ла, артабанғы яҙмышы тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итеүгә, уның мәнфәғәтенә бағышланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телевизорһыҙ бер йыл йәки Үҙ-үҙеңә ҡайтыу Ирекһеҙҙән килеп сыҡты был тәжрибә. Бер йыл телевизорһыҙ йәшәнек. 9 Майҙағы хәрби парадты ҡарағандан һуң, егерме йыл һин дә мин эшләп ултырған “йәшнигебеҙ” ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Япон техникаһы булһа ла, уның да эшләү ваҡытының нормаһы үтәлгәндер, күрәһең. Төҙәттереп тә маташманыҡ, яңыһын да алманыҡ. Баҡса миҙгеле башланғас, эштән буш ваҡытта шунда ашыҡтыҡ. Инде көҙ етеүгә телевизорһыҙ йәшәүгә өйрәнеп тә бөткәйнек. Уның кәрәген дә тойманыҡ. Шулай итеп, хәҙер бер йыл үткәс, ниндәйҙер һығымта яһарға ла мөмкиндер кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир-егет яуҙа һынала 1943 йылдың сентябрендә Украина партизандары хәрәкәттәге Совет армияһы частарына ҡушылғас, Д. Мурзинды 4-се Украина фронтының штабына саҡыртып алалар һәм, дүрт ай уҡытҡандан һуң, 1944 йылдың февралендә, партизандар хәрәкәтен ойоштороу өсөн һигеҙ кешенән торған төркөмдө Молдавияға ташлайҙар. Бында ул кешеләр менән эшләргә, яуаплы операциялар ойошторорға, дошман тылында хәрәкәт итеү стратегияһын, отряд планын төҙөргә өйрәнә, тәжрибә туплай.
1944 йылдың майында партизан отрядтары 3-сө Украина фронтының хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәре менән ҡушылып, Сороки ҡалаһын яулап ала, ошо мәлдә яҡташыбыҙ Белоруссия партизандар хәрәкәтенең баш штабына саҡыртыла: уға киләсәктә фашизм ҡоллоғонан азат ителәсәк Европа илдәрендә киң ҡоласлы партизан хәрәкәте йәйелдереү бурысы йөкмәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең үҙ юлы бар... Нигеҙ таштарын йылдар төптә ҡалдырып, өҫтөнә ҡый үләне, сирәм япҡан. Ҡайһы берҙәре генә мүкләнеп, ҡасандыр бында ауыл булғанлығын һөйләй төҫлө. Ситтән ҡарағанда уйҙым-уйҙым кесерткән, алабута, әрем, дегәнәк үҫкән “утрауҙар”ҙы хәтерләтә был урын. Зыярат менән дә ошо уҡ хәл тиерлек, тик ара-тирә яңы ҡәберҙәр күренә. Эйе, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауыл зыяратына бынан сығып киткән һуңғы яҡташтарын алып ҡайталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләһәм – эшләйем, теләмәһәм – юҡ... Нисәнсе йыл булғандыр, иҫләмәйем, атайымды йөрәк сире менән Өфөләге кардиоүҙәккә һалдылар. Бер көн килһәм, бүлек мөдире уны пыр туҙҙырып әрләй. Атайым, баҡтиһәң, көн дә иртән тороп урам таҙартыусыға ҡар көрәшә икән. Эшһеҙ ятырға өйрәнмәгән кешегә табиптың был әрләүе сафсата ғына булып күренә ине шикелле.
Ком: 2 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватаныбыҙ киләсәге өсөн Һәм бәхете өсөн халыҡтың!.. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы республика журналистары ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырып, шанлы яу юлы үткән ветеран-коллегаларын Матбуғат йортона саҡырып тәбрикләне.
Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков әйтеүенсә, юбилей йылында төрлө саралар үткәреү ҡаралған: Бөйөк Ватан һуғышы яугире һәм тыл хеҙмәтсәне булған журналистарҙың көнкүрешен яҡшыртыу,
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эх, өҙә баҫыуҙары!
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эре кишер үҫтергең килһә Быйылға кишер сәсеү ваҡыты үтеп бара. Әммә кәңәштәребеҙ киләһе йылға ла кәрәк буласаҡ. Кишер эре булып үҫһен өсөн түбәндәге эштәрҙе башҡарығыҙ.
l Сүп-сар үләне күпләп үҫкән урынға ултыртмағыҙ. Сәсеү менән түтәлде утағыҙ. Кишер үҫә башлағас, сүптән ҡотолоу ауырлашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурай еләге Ҡурай еләге салицил кислотаһына бай. Ул ялҡынһыныуға ҡаршы файҙалы, тән температураһын төшөрә. Шуға ла элек-электән һалҡын тейгәндә ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән сәй эсергә ҡушалар. Ике аш ҡалағы еләкте 3/4 стакан ҡайнар һыуҙа 15-20 минут төнәтәләр, һөҙәләр ҙә ҡайнар килеш көнөнә 2-3 мәртәбә икешәр стакан эсәләр. Йүтәл булғанда ошо уҡ төнәтмә ярҙамында ингаляция яһарға мөмкин. Уны ҡайнатып сығаралар һәм, баштан һөлгө менән ҡапланып, шуның парын һулайҙар. Процедураны көнөнә 2-3 тапҡыр һәм йоҡлар алдынан яһайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙғы дарыу үләндәре Был ҡыуаҡтың йәш япраҡтары тире ауырыуҙарынан, һалҡын тейгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, ревматизмдан, быуындар ауыртыуынан шифалы. Йәш япраҡтарҙы төнәтеп, сәй урынына ла эсергә ярай. Ҡара ҡарағат емештәре һуты һәм шәкәр ҡушып яһалған сиробы ярҙамында тамаҡҡа һалҡын тейеүҙе, үпкәләге ғыжылдау тауышын бөтөрөргә, быума йүтәлгә, эсәклектәге ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеп була. Шулай уҡ яртылаш гөлйемеш һуты менән ҡушып эсергә мөмкин. Япраҡтарҙы ҡарағат сәскә атҡас йыялар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1776 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына