Милләт йөҙө бында сағыла Был факультет 25 йәшлек егеттәрҙәй дәртле, көләс йөҙлө һәм бай тарихлы. Сираттағы сирек быуаттай ғүмер артылышы уның эшмәкәрлегенә ҡыйыулыҡ, олпатлыҡ өҫтәп кенә ҡалманы, матур май иртәһендә төрлө йылдарҙағы сығарылыш студенттарын бергә йыйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илде игенсе туйҙыра Яҙға аяҡ баҫтыҡ. Тәбиғәт менән бергә кешелек тә ҡышҡы йоҡонан уяна, игенселәр өсөн мөһим осор – сәсеү кампанияһы башланды. Ауыл ерендә был мәлдә төҙөкләндереү эштәре лә киң ҡолас ала, ҡыҫҡаһы, һәр ҡайҙа эш ҡайнай. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат ХӘЙРУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ – төбәктең иҡтисади хәле, халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 743 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сочиға ла барҙыҡ БДПУ-ла уҡығандарҙың республикала ғына түгел, ил, донъя кимәлендә үткән сараларҙа ла һынатмауы сер түгел. Университетта 1999 йылда эш башлаған “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамблен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктәрҙә – һуғыш әрнеүе Был студенттарға төп фәндәрҙән алда тәүлектәге 24 сәғәтте дөрөҫ һәм тулы ҡеүәткә ҡулланыу серҙәрен өйрәтәләрме икән әллә, тип уйлап ҡуям М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты яулаған яңы үр йә ойошторған сара хаҡында ишеткәс. Һәр яҡлап та әүҙемлектәренең ғилләһен асыҡлар өсөн “Ҡорос” фольклор-театр ансамбленең отчет концертына юлландым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар менән ауыл йәмле Яңы Бикмәт ауылында Зөбәржәт менән Шәүҡәт Дәүләтгәрәевтәр 61 йыл татыу ғүмер кисерә.
1954 йылдың йәмле йәй көнөндә армия сафында хеҙмәт иткән оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле, асыҡ сырайлы Шәүҡәт тыуған ауылына ялға ҡайта. Шул саҡта таныша ул Таңатар ҡыҙы Зөбәржәт менән. Яңы Бикмәттә тағы бер йәш ғаилә барлыҡҡа килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике башланғыстың сикһеҙ көрәше... Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың халыҡ күп йөрөгән туристик комплекстарының береһе. Ошо мөғжизәне күреү маҡсатында йыл әйләнәһенә бында ун меңгә яҡын кеше килә, шулай ҙа ҡыш айҙарында был һан ҡырҡа кәмей.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сирҙе еңгән ир Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов 1937 йылда Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында ишле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Сәйетбаба урта мәктәбендә VIII класты тамамлау менән “Йондоҙ” колхозында төрлө эш башҡара. Стәрлетамаҡтағы механизаторҙар әҙерләү училищеһында уҡығандан һуң, тракторсы була. Үкенескә ҡаршы, “тимер ат”ын йүнәткәндә бик ҡаты өшөп, ауыр сиргә тарый. Ләкин көслө рухлы егет бирешмәй, оҙаҡ ҡына дауаланғас, яңынан ең һыҙғанып сафҡа баҫа. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, агроном булып эшләй, 1970 йылда уны “Йондоҙ” колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Уға хужалыҡты 17 йыл етәкләргә тура килә. Артабан төрлө урында етәксе вазифаһын башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайым тураһында  бер кәлимә һүҙ Атайым Динмөхәмәт Ишмырҙин 1920 йылда Икенсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы Хәйретдин ҡарт йүнсел булған: ағас ҡырҡып, аттарында Орскиға алып барып сауҙа иткән, яҙҙарын һал ағыҙып, Ырымбурға хәтлем барып еткән. Йыл әйләнәһенә шулай йөрөп, һыуыҡ тейҙереп, йәшләй вафат була. Ә әсәһе Хәшиә Мөхәмәт ҡыҙы – башҡорт-ҡаҙаҡ араһында киң билдәле бәһлеүән көрәшсе Хәлил Мөхәмәт улы Әминевтең һеңлеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һауа ҡапҡаһы” төҙөкләндерелә Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы асылды.Тантанала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Афғанстандың транспорт һәм граждандар авиацияһы министры Баташ Мөхәммәҙулла,
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китаптан айырылмайыҡ Сер түгел, хәҙер күптәр гәзит-журнал, китап уҡыуҙы Интернет һәм телевидение менән алмаштырҙы. Һөҙөмтәлә ҡайһы берҙә мәктәп уҡыусылары араһында йәш һәм урта быуын яҙыусыларын ғына түгел, хатта Александр Пушкин, Лев Толстой, Анна Ахматова, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури кеүек киң билдәле әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен белмәгәндәр ҙә осрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына