Кешелектең хәтер һарайҙары Өфөлә бишенсе тапҡыр “Музейҙар төнө” үтте. Акцияның төп маҡсаты – экспонаттар менән таныштырыу, улар аша күңелдәрҙә данлы тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, “хәтер һарайы”на йәш быуынды йәлеп итеү. Акция 16 майҙа киске сәғәт 6-нан сәғәт төнгө 12-гә тиклем барҙы. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостандың Милли музейына – 5 556, Михаил Нестеров исемендәге дәүләт художество музейына 2 773 кеше килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур һибеп йәшәй яҙ ҡыҙы Ул баҡсаһында аллы-гөллө сәскә үҫтерергә ярата. Айырыуса петунияларҙы үҙ итә: талымһыҙ һәм матур бит, хатта тәүге ҡар бөртөктәре төшкәндә лә балҡыуҙан туҡтамай. Ниндәй генә төҫлөһө юҡ уларҙың! Ә бүлмәләге гөлдәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Күҙҙең яуын алып, хуш еҫ таратып ултыра улар. Ғөмүмән, гөлдәр – был эшлекле ханым өсөн күңел йыуанысы, илһам, көс сығанағы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағирҙары тыуып тора был ерҙең Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы йәш ижадсыларҙың республика семинарын беренсе тапҡыр ойоштормай, шуға күрә Башҡортостан мәктәптәренә, уҡыу йорттарына мөрәжәғәт итеп ебәрелгән хаттарына, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге иғланға иғтибар иткәндәр, моғайын, бик күп булғандыр. Былтыр семинарҙа утыҙ йәш авторҙың ҡулъяҙмаһы тикшерелеп, өсөһө китап итеп сығарыуға фатиха алған. Быйыл осрашыу барышында йәштәрҙең ҡулъяҙмалары өс йүнәлештә – шиғриәт, проза, публицистика буйынса – тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыраһын хәтер моңдары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата гәзит уҡыусыларҙан яугир атай-олатайҙары, тылда хеҙмәт иткән әсәй-өләсәйҙәре тураһында мәҡәләләр ифрат күп килде. Сираттағы тупланма дәһшәтле яу йылдарын сағылдырған, онотолмаҫ хәтирәле яҙмаларҙан төҙөлдө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара ер һөргән —  аҡ көн күргән Бер үк тармаҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға барһаң, үҙенсәлектәр, башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер һыҙаттар эҙләйһең. “Урал”да эш итеү алымдары һәр ерҙәгесә: һөрөп тырматҡандар, культивация, орлоҡ һалыу, тығыҙлау — аяҙ көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле. Ваҡыт яғы ла ҡабаландыра, ни тиһәң дә, йәйҙең эҫе көндәренә инеп барабыҙ. Ләкин килеп төшөү менән шул күҙгә ташлана: хужалыҡ рәйесе Рәмил Иштуғановтан башлап барыһы ла –йәштәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сирҙе еңгән ир Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Йондоҙ” тырыш кешеләре һәм уңған етәкселәре менән районда ғына түгел, хатта республикала алдынғы хужалыҡ булып иҫәпләнә. Уның рәйесе Камал Хөснулла улы Сәғәҙиев 1949 йылдың мартында СССР Юғары Советы Указы нигеҙендә колхоз ойошторолғандан алып яҡшы эшләгәне, яу йылдарындағы хеҙмәте һәм унан һуңғы осорҙа илде төҙөкләндереү, ауыл хужалығы продукцияларын етештереүҙе һәм дәүләт заданиеһын үтәүҙе тәьмин иткәне өсөн Ленин ордены менән наградлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яфа” тип һөйөр ине – Волоколамск ҡалаһы янында һуғышабыҙ. Ҡаршыбыҙға немец танктары ябырыла, ут ялмап алған баҫыу буйлап дошманға табан барабыҙ, байтаҡ фашисты дөмөктөрҙөк. Ярайһы уҡ яраландым, дауаханала дүрт ай ятып сыҡҡас ҡына аяҡҡа баҫтым... Һыҙланыуҙар бөгөнгәсә һуғыш шаңын яңыртып тора, яралар әлегәсә тынғы бирмәй, – тип һөйләр ине олатайым Сәлим Сәлихов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәренә яҙылған “Алтын балдаҡ” йыры менән Белорет һандуғасы Роза Аҡкучукова юбилей кисәһендә сихри йөрәктән сыҡҡан моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайыбыҙ Һиҙиәт Ишбаев 1912 йылда Яманғол ауылында тыуып, йәшләй етем ҡалып, ағай-еңгә ҡулында тәрбиәләнгән. Кушнаренко районында тракторсыға уҡыған, һуғышҡа тиклем Мораптал “МТС”-ында механик булып эшләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған аҙнала АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың Рәсәйгә эш сәфәре менән килеүе, Ҡытай менән Һиндостан араһындағы мөнәсәбәттең яҡшырыуы, Балҡан ярымутрауында йәнә һуғыш башланырға тороуы һәм башҡа ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына