“Ҡыҙҙар тауы ҡайындары йырлай, шиғыр һөйләй бында шишмәләр” “Әҙәби нағыш” республика марафонының сираттағы аҙналығы уңайынан Шишмә районына юлландыҡ. Башҡорт әҙәбиәтен үҙ ижады йөҙөндә донъя кимәленә алып сыҡҡан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштән башланды сәфәребеҙ. Өфөнән килгән әҙиптәр менән осрашыуға ауылдың моделле китапханаһына Кендек йәшендәге малайҙар, ҡыҙҙар йыйылғайны. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы делегацияһын етәкләгән шағир,
Ком: 0 // Уҡынылар: 968 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН:  “Эшебеҙгә илдә юғары баһа бирәләр” Баҙар иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлыҡ — төп тармаҡтарҙың береһе. Алға киткән илдәрҙә уның милли продукттағы өлөшө 60 – 70 процент самаһы тәшкил итә, ә ҡайһы бер өлкәләрҙә 80 процентҡа етә. Шуға күрә әле үҫешкән илдәрҙең күпселеге иҡтисадтың бәләкәй секторы эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Күп кенә дәүләт структуралары бәләкәй һәм урта бизнес менән туранан-тура бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наҙ өләшә кескәй йөрәктәргә Тәрбиәнән өлгө алалар
Тәрбиәсе була алмаҫ инем: көнө буйы утыҙлаған бала-саға менән мәж кил, минут һайын йөҙләгән һорауға яуап бир, береһен йыуат, икенсеһен шелтәләп ал... Яҙырға, һыҙырға, һүрәт төшөрөргә лә өйрәт. Иң мөһиме – көн дауамында әллә күпме балаға әсәйҙе алмаштыр! Тәрбиәсе эше, ғөмүмән, ситтән ҡарағанда ғына еңел. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә мәшғүлдәр үҙҙәре генә беләлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аманатын  онотмайбыҙ Һалҡынлыҡ бөркөп, уҡмаш-уҡмаш өйөрөлгән болоттарға баҡҡанмын. Бер-береһен ҡыуып-уҙышып, аҡһыл-ҡарағусҡыл болоттар әйләнә лә әйләнә. Күпмелер ваҡыттан әрһеҙ тулҡындар эсенән яҡты нур хасил булды. Бар ҡараңғылыҡ алһыу төҫкә мансылып, донъя йәмләнде. Шул саҡ ҡайҙандыр аҡ ҡанатлы ялтыр ҡоштар пәйҙә булып, миңә табан оса башланы. Араларынан береһе, яҡыныраҡ килеп, суҡтарына эленгән тимер миҙалдарын миңә һуҙа икән, тимен. Һиҫкәнеп уянып киттем. Миҙал сыңы булып мине сәғәт телдәре тәбрикләй икән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Радиктың уңышлы алымы Был көндә сәхнә сәнғәтенең яңы формаһы тыуҙы тип әйтһәк, һис кенә лә шаштырыу булмаҫ, моғайын: Радик Динәхмәтовтың алтын юбилейын үткәргәндә тамашасыға күрһәткән ижад емеше ғәҙәти сиктәргә генә һыймай. Ул кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны, әхлаҡи сифаттары, рухи көсө тураһындағы башҡорт һәм татар шағирҙарының ижадын, мөнәжәттәрҙе, йырҙарҙы эсенә алды. Бар яҡтан да уйлап эшләнелгән режиссура, башҡарыусының сәхнәләге хәрәкәте, экранда бер-бер артлы күренгән һүрәттәр һәм кино фрагменттары фекер һәм мәғәнәүи яҡтан берләшеп, күренеште спектакль тип ҡабул иттерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте! – Тәриҡәт хаҡында бөгөн йыш ишетәбеҙ. Гәзит уҡыусыларға ла ошо турала һөйләһәгеҙ ине.
– Иң тәүҙә барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең дә беҙҙе Киң Ҡөҙрәтле Аллаһу Тәғәләнең юлына саҡырғанын аңларға тейешбеҙ. Улар – беҙгә юл күрһәтеүселәр, беҙҙең тәрбиәселәр. Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә үҙенең пәйғәмбәре Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһии үә сәлләмгә ошолай бойорған: “Йә, Минең һөйөклө пәйғәмбәрем, тор һәм кешеләрҙе Миңә саҡыр!”
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғариф өсөн тыуған “Тормош юлын үткәндә халҡыма хеҙмәт итеү ниәтендә алдыма өс бурыс ҡуйҙым һәм шуларҙы үтәргә тырыштым. Беренсеһе — мәғариф өлкәһендә саф намыҫ менән эшләргә, икенсеһе — арҙаҡлы шәхесебеҙ, ғорурлығыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишева исемендәге башҡорт мәктәбен төҙөп файҙаланыуға тапшырырға, өсөнсөһө — матур һәм уңған ғаиләм бәхетенә йәшәргә”, — тип һөйләгәйне Сулпан Әбделхаҡ улы Ғайсин. Байтаҡ йыл үткәс, уның ғүмер йомғағын һүтеп, байҡау яһарға булдым...
Ком: 0 // Уҡынылар: 433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабыйлыҡтан күптән сығылһа ла, романтик рухҡа тоғро ҡалынған. Айына бер нисә тапҡыр үҙемдең һәм иремдең, ғөмүмән, ике хыялыйҙың, “Колумб өйәнәге” ҡуҙғала, яңы ҡитғалар асыу ниәте менән юлға сығырға ашҡынабыҙ. Әле бына Учалы районының Ҡолош ауылына елдерәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уралстройсервис” төҙөлөш-монтаж идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республиканың төҙөлөш комплексында әһәмиәтле урын биләй. Был предприятиеның ойошторолоуына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ошо осорҙа үҙе урынлашҡан Нефтекама ҡалаһында ғына түгел, ғөмүмән, республика күләмендә лә мөһим төҙөлөштәре менән танылыу тапты ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа советының “Көнсығыш партнерҙар” саммиты үтеүе, Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшеүе, “Ислам дәүләте” боевиктарының ядро ҡоралына уҡталыуы үткән арауыҡта иғтибар үҙәгендә торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына