Яңы тирмән сафҡа инде Һуңғы йылдарҙа Сибай элеваторының эше һүлпәнәйгәйне. Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ та йоғонто яһамай ҡалмағандыр, шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла предприятие көрсөккә терәлде. 2012 йылда ҡалала үткән “Урал аръяғы” Дөйөм Рәсәй инвестиция форумында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, “боҙ” урынынан ҡуҙғалды. Элеватор бөгөн “СИТНО” агрохолдингы ҡанаты аҫтына алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байым инәйҙәре —  ауыл биҙәге Был төбәк халҡы йыр-моңға маһир. Онотола барған башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, уларҙы тергеҙеүсе булараҡ та киң танылдылар. Йәш быуында сәнғәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә элек-электән өләсәйҙәр мәктәбе уңышлы эшләп, матурлыҡты, уңғанлыҡты һәм ғәҙеллекте данлаған әкиәттәр һөйләп,
Ком: 0 // Уҡынылар: 792 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоръятмаҫта иген шаулар Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Зиннур Байбулатовтың еңел машинаһында баҫыуҙарҙы гиҙәбеҙ: бар ерҙә эш ҡайнай, тракторҙар геүләй, һабантурғайҙар йырлай.
– Яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙыу һәм дәртле бара, — тип йылмая Зиннур Ғизетдин улы. — Дым етерлек, уңышҡа өмөт бар. Ер кешеһе түккән хеҙмәтенең, ниһайәт, үҙ һөҙөмтәһен күрһен ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡош-ҡорт аҫрау отошло Өфө урамында студент саҡтағы танышымды осраттым. Алыҫ Мысырҙан ғаиләһе менән ял итеп ҡайтып килә ине. Тарих факультетын тамамлаған егетте һуңғы тапҡыр мәктәптә эшләй башлаған сағында күргәйнем. Егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән. Өйләнеп, сабыйҙары донъяға килгәс, артабан уҡытыусының эш хаҡына ғына йәшәп, фатирлы була алмаясағын аңлаған Азат тыуған яғына ҡайтып китеүе, буш торған ферманы ҡуртымға алып, ҡаҙ бәпкәләре үҫтереүе хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағирҙың сер һандығы Бынан бер нисә йыл элек Мәҙинә Хәмиҙуллина телефондан шылтыратып, Назар Нәжми ижадына ҡағылышлы ниндәй мәҡәләләр яҙыуым тураһында һораны. Яҡындан таныш булмаһам да, уны беләм: филология фәндәре кандидаты, ғүмере буйы Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт итте һәм башҡорт яҙыусыларының ижадын өйрәнеү, пропагандалау буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барҙы. Бигерәк тә Баязит Бикбай һәм Назар Нәжмиҙең ижады буйынса яҙған хеҙмәттәре иҫтә ҡалған. Шуға күрә уның һорауы мине аптыратманы, ҡыҫҡаса ғына яуап бирҙем дә был турала оноттом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 832 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1945 йылдың 9 майы алыҫлашҡан һайын Бөйөк Еңеүҙең бөйөклөгөн, әһәмиәтен ысын мәғәнәһендә тулыраҡ, нығыраҡ аңлай барабыҙ. Республикабыҙ ҡалаларында, райондарында, ҡасабаларында һәм ауылдарында ошо бөйөк тантана айҡанлы йылдан-йыл әҙәйә барған ҡаһарман ветерандарҙы, тылда Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт ветерандарын тәбрикләүҙәр һәм ҡотлауҙар, яу ҡырында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу һәйбәт йолаға әйләнеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уны президенттар ҡотлай Ҡалта ауылында тыуып, кендеге киҫелгән ғәзиз еренән ситкә китмәй, Баязит шишмәһенең шифалы һыуын эсеп ғүмер иткән яҡташтарыбыҙ араһында бер быуатты артмаҡлаған аҡһаҡалдар, йөҙйәшәр инәйҙәр бар. Шундайҙарҙың береһе — әле район үҙәге Ермолаевкала йәшәгән, былтыр 90 йәшен билдәләгән Дилшат Шәрәфетдин ҡыҙы Биғәнәкова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таң һарыһы беленеү менән, ул торҙо ла йәнә юлға сыҡты һәм төш ауыуға Мейәскә барып етте. Ҡаланы үтеп, урманлы тау битләүендә ултырған станцияны тапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Инвест капитал плюс” кредит кооперативының элекке директоры Армен Акопяндың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлеге фашланды: ул ҙур суммала мутлашыуҙа ғәйепле тип табылды. Баш ҡаланың Октябрьский районы суды таныуынса, Акопян 2009 йылда ойошманың 1500-ҙән ашыу пайсыһынан 222,7 миллион һум күләмендә аҡса йыйған. Хөкөм ҡарарына ярашлы, алдағы дүрт йыл ярым ғүмерен эшҡыуар ултыраҡ колонияла уҙғарасаҡ. Бынан тыш Акопян кооперативтың клиенттары менән дә иҫәпләшергә бурыслы. Әммә, тәфтишселәр асыҡлауынса, ғәйепленең зыянды ҡапларлыҡ аҡсаһы юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡапыл көслө ел иҫеп, ҡаты ҡойон-дауыл күтәрелгәнен ҡайһы саҡ һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Артынан боҙ ҡатыш ямғыр башланып, ер һелкетеп, күк күкрәп, ялт та йолт йәшен йәшнәргә тотона. Юлаусыларға бигерәк ҡурҡыныс: йәнеңде, тәнеңде һаҡлап ҡалыу өсөн ышыҡланыу сараһын күрергә тырышаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына