Ауыл ҡотон һаҡлайҙар Республикала, ҡошсолоҡ күптән үҫешкән тармаҡ булһа ла, ҡаҙ үрсетеү менән һирәктәр генә шөғөлләнә ине. Һуңғы биш-алты йылда был килемле, әммә мәшәҡәтле эшкә тотонорға баҙнат иткәндәр артты. Ни генә тимә, ҡаҙ – талымһыҙ ҡош: ауырыуға ла, һыуыҡҡа ла әллә ни бирешмәй. Тик уны үрсетеү эшен ойоштороуы еңел түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр-моңға баҙыҡ Абҙаҡ Абҙаҡта бынан теүәл 25 йыл элек булып киткәйнем. Уҙған быуаттың 50 – 90-сы йылдарында шунда йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскән Сәлих Йомабай улы Иҫәнбаевты күреү, уның донъяға билдәле атаһы, мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында мәғлүмәт алыу ине ниәтем. Үкенескә ҡаршы, уның менән осрашыу насип булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниндәйҙәр хәүефле?Уны беренсе тапҡыр Рәсәйҙә, Ҡытайҙа һәм Кореяла тап иткәндәр. Алыҫ Көнсығыш, шул иҫәптән Приморье крайы йылғаларында үрсей. Ғәҙәттә, үҫемлекле йылы һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Юлында осраған барлыҡ тере затты ашай.
Йыланбаштың оҙонлоғо бер метр самаһы, ауырлығы ун килограмға ҡәҙәр (хатта 30-ға еткәне лә булған). Һыуһыҙ биш көн йәшәй ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксе егәрле булһа... Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы республикабыҙ, илебеҙ өсөн тәрән белемле, заманса уҡытыу алымдарын һәм технологияларҙы оҫта ҡулланған белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
Уның 2011 йылда барлыҡҡа килгән педагогика һәм психология факультетына педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп нәмә ҡалҡыуысҡа бәйле Балыҡты ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу — мауыҡтырғыс шөғөлдәрҙең береһе. Ҡалҡыуысты ҡармаҡ ебенә төрлөсә нығытып ҡуйырға мөмкин. Балыҡты яр буйында йәки унан 10 метр тирәһе йыраҡта тороп тотҡанда был ҡулайлама епкә ныҡлап беркетелергә тейеш. Ә инде табышты алыҫтан эләктерергә яратҡандар ҡалҡыуысты шыуып йөрөмәҫлек итеп ҡуйырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табыш килтерер  галстуклы ҡош Ыласын менән һунарға йөрөү күптәргә таныш, ә бына һыу ҡошо баклан ярҙамында балыҡ тотоу онотолған. Бөгөн был алым иҡтисади әһәмиәтен юғалтҡан, туристарҙың күңелен асыу өсөн генә файҙаланыла.
Өйрәтелгән бакландар менән балыҡ тотоу Японияла, Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклемге 960 йылдан билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ал таңда кил һыу буйына –  көмөш сабаҡ көтә унда! Ҡара күҙле, ҡыҙыл йә алһыу ҡанатлы, көмөш төҫөндәге ҙур булмаған сабаҡ һәр кемгә таныштыр, моғайын. Тик уны ҡыҙылғанат менән бутарға ярамай.
Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында сабаҡтың төрлө ҙурлыҡтағыһы осрай. Был балыҡ таҙа, йылы һыу ярата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Суртанға ниндәй ҡармаҡ кәрәк? Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Суртан ҡармағы. 7. Аҙаҡ йомшаған ерен һыҙырып алыу өсөн һыуға батырылған йүкә ҡабығы. 10. Итальян бәлеше. 11. Ейән йәки ейәнсәрҙең балалары. 14. Төньяҡтағы диңгеҙҙәр балығы. 16. Ҡорт бал йыйған ҡыуышлы ҡарағай йәки ҡайын. 17. Эре ептән бәрхәткә оҡшатып һуғылған туҡыма. 18. Витринаға ҡуйылған пластик һын. 20. Сөсө һыуҙа йәшәгән аҡһыл төҫтәге эре йыртҡыс балыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Германияла “Оло етәү” илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, Грузияның Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең ҡырҡа үҙгәреүе, Төркиәләге парламент һайлауҙарының көтөлмәгән һөҙөмтә биреүе уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыбыҙға ла мәғлүм: балыҡтың кеше организмына файҙаһы күп. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бирмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына