Уртаҡ булһын уйҙар, теләктәр Бәләбәй, Туймазы райондарында, Октябрьский, Туймазы, Дәүләкән ҡалаларында “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале шаулап-гөрләп үтте. Дәүләкән районындағы һабантуйҙа төбәк халҡы менән бергә 200-ҙән ашыу сит ил вәкиле ҡатнашты. Улар өсөн милли байрам бер асыш булһа, беҙҙекеләр Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән килгән ижади коллективтарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ – ышаныслы кешеләр!” Башҡортостан – Рәсәйҙең күп йүнәлешле иҡтисадҡа һәм тотороҡло социаль мөнәсәбәттәргә эйә булған, эҙмә-эҙлекле үҫеш кисергән төбәге. Әммә бында ла көрсөккә әҙерләнәләр. Халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүенә, сәнәғәттә, ауыл хужалығы етештереүендә тарҡалышҡа юл ҡуймау йәһәтенән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең һөҙөмтәле эше айырым әһәмиәткә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәктең даны – эшһөйәр халҡы Яҙғы баҫыу эштәренән һуң үткәрелгән хеҙмәт, дуҫлыҡ, йыр һәм бейеү байрамын һәр кем һағынып көтөп ала. Илеш халҡы ла, тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, һабантуй майҙанына ашыҡты.
Байрам флагын күтәреү хоҡуғы быйылғы сәсеү еңеүсеһе, “Урал” йәмғиәте рәйесе Роберт Ибраһимовҡа, “Үҙәк МТС” йәмғиәте тракторсыһы Рәфис Ғаббасовҡа, Муса Гәрәев исемендәге кооперативтың һыйыр һауыу операторы Ләйсән Ямаеваға, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның ХI класс уҡыусыһы, волейбол буйынса республика ярыштары еңеүсеһе Алһыу Фәхелбаяноваға бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау башында балҡый бер ҡала... Һуңғы осорҙа Өфө ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Мөһабәт йорттар, ҡунаҡханалар ҡалҡа, урамдар киңәйтелә, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Бындай үҙгәреште халыҡ-ара саммиттарға ғына бәйләү дөрөҫ үк булмаҫ, әлбиттә. Баш ҡала бындай яңырыу юлына күптән аяҡ баҫырға хаҡлы ине. Төп маҡсат билдәле: Өфөнө туристарҙы һәм инвесторҙарҙы берҙәй йәлеп итерлек заманса мегаполисҡа әүерелдереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурсалауға лайыҡ бала саҡ Әҙәбиәт йылы уңайынан З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана әленән-әле саралар үткәрә. Китап менән әҙәби әҫәрҙең бер тамырҙан булыуын тәрән аңлаған хеҙмәткәрҙәр ижад байрамдарын төрлө йүнәлештә ойоштора. Шуларҙың береһе танылған шағирә, ғүмер буйы балалар матбуғатында эшләгән журналист Зөһрә Ҡотлогилдинанаң “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һуғыш яралаған бала саҡ” китабына арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 688 тапҡыр // Тотош уҡырға
Театр – ул тормоштоң үҙе! Башҡортостандың һәр төбәгендә эшләп килгән халыҡ театрҙары яңынан-яңы тамашалары менән һөйөндөрә. Уларҙың спектаклен ҡарағандарҙан “Былар бит ысын артистарҙан кәм түгел. Шул тиклем килештереп уйнайҙар” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнегеҙ барҙыр.
Күптән түгел Милли театрҙарҙың “Алтын тирмә” төбәк-ара фестивале үтте. Шөкөр, тәбиғәт йәнле халҡыбыҙ, заман мәшәҡәттәренә һылтанмай, рухи усаҡтарға ҡеүәт өҫтәй.
Һеҙҙең иғтибарға Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина менән ошо хаҡта әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙҙың ҡыйғыр ыласыны Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында тыуған. Юлай Аҙналиндың улы 1771 – 1772 йылдарҙа уҡ Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара, 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалға ҡушылып, 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачев яғында ҡатнаша, уның иң яҡын көрәштәшенә әйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 777 тапҡыр // Тотош уҡырға
…Ә Ватаным Рәсәй була,
Дауылы-еле лә бар…
Мостай Кәрим.

Был байрамдың башы 1992 йылдан килә. Мәғлүм булыуынса, 1990 йылдың ошо көнөндә Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Башлығының тәүге Инвестиция Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итәм. Унда инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү йәһәтенән республика Хөкүмәте билдәләгән төп өҫтөнлөктәрҙе, һөҙөмтәле эш мөхитен булдырыу буйынса иң мөһим аҙымдарҙы асыҡлайым.
Баҫым яһарға кәрәкле төп “үҫеш нөктәләре”н ҡыҫҡаса әйтеп үтәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1371 тапҡыр // Тотош уҡырға
12 июндә республика халҡы Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына — 261, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 441 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо байрамдар айҡанлы 12 – 14 июнь ял көндәре тип иғлан ителә.
Йола буйынса, 12 июндә баш ҡаланың мәҙәниәт һарайҙары алдында концерттар, барлыҡ парктарҙа ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Байрам Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына