“Урал батыр”ҙы  һәр кем белергә тейеш” Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы булды. Унда 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 55 бәйгесе көс һынашты. Сара район хакимиәте мәғариф идаралығының методика бүлеге етәксеһе Роза Ғүмәрованың тәҡдиме менән ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлектә – бәрәкәт Учалы районында ижадсыларҙың матур йолаға әүерелгән IХ төбәк-ара семинары булды. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, интеллигенция вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе Учалы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән тиҫтә йылға яҡын инде ижади бәйләнештә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һөт шишмәһе” һайыҡмаҫ Әле тәбиғәттең иң матур сағы. Күҙҙең яуын алыр хозурлыҡҡа йәнә ҡоштар моңо, һыйырҙар мөңрәүе, быҙауҙар баҡырышыуы өҫтәлһә, үҙе бер илаһилыҡ барлыҡҡа килгәндәй. Әбйәлилдәге Михайловка фермаһының Ҡаран йылғаһы буйын биләгән йәйләүендә тап шундай тойғо кисерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскән һыуға төкөрмәйек Эшҡыуарҙар күп республикабыҙҙа, һәр береһенең үҙ һуҡмағы. Мәҫәлән, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк бирә, икенселәр сауҙаға тотона. Һәммәһе күңеленә ятҡанын һайлай. Ә Балаҡатай уҙаманы тәбиғәтте таҙартыу йүнәлешенә туҡталған, ул 2003 йылдан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Полигон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат ШАФИҠОВ үҙенең эшмәкәрлеге һәм уй-хыялдары тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Ситтән дә эҙләп киләләр Үҙен төрлө яҡлап асҡан тырыштар һоҡландыра. Яңы Балаҡатай ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Рафаэль Ғәлләмов быға тиклем үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында уңыш ҡаҙанһа, әле һыу йүнәлешендә эш башлап, һис тә яңылышмаған. Морат итһәң, һәр ҡайҙа ла ниәт-уйҙарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин булыуын иҫбатлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеккә, бейегерәккә! Радик Ризван улы янында оҙаҡ булмаһаҡ та, уның тормош девизын, изге уй-маҡсаттар менән йәшәүен баҙыҡ төҫмөрләнек. Ҡыҫҡаһы, эш тип янған уңғандар шикелле, ул да тик ятыуҙы белмәй. Шағир Риф Мифтаховтың “маҡсатымдан, заманымдан артта ҡалмам: үҙ-үҙемде ғүмер буйы еңә алһам” тигән шиғыр юлдары ҡапыл иҫкә төштө. Улар ошо танышыбыҙ өсөн яҙылғандай тойолдо. Әңгәмәсебеҙ – “Балаҡатай ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Радик НАСИБУЛЛИН.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Мәскәүҙе яулаған ҡыҙ Халҡыбыҙ араһында исемдәре Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, донъяла танылыу тапҡан шәхестәр байтаҡ. Спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр һәм башҡалар республикабыҙҙың данын күтәрә, милләтебеҙгә мәртәбә өҫтәй.
Бөгөн һеҙҙе яҡташыбыҙ, йәш кинорежиссер Кира Ғәйнетдинова менән таныштырабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡариҙел түгел, Өфө! Яңыраҡ редакциябыҙға Йылайыр районының Аралбай ауылында йәшәгән Фәрит Әхмәровтан хат килде. Ул матбуғатта Уфа йылғаһын башҡортса Өфө тип яҙыуыбыҙға борсолоуын белдергән. “Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡ баш ҡалабыҙҙа аҡҡан йылғаны Ҡариҙел тип беләбеҙ. Ә ниңә хәҙер саф башҡортсаһын онотоп, урыҫса яраҡлаштырып яҙырға тейешбеҙ?” — тигән фекерҙе еткерә автор.
Ком: 1 // Уҡынылар: 886 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын ҡуллыларға  ил таяна Киров исемендәге кооператив — район иҡтисадына тос өлөш индергән хужалыҡтарҙың береһе. Унда Түбәнге Исҡуш, Үрге Исҡуш һәм Сосновый Лог ауылдарынан йәмғеһе 80-гә яҡын кеше эшләй.
– Һыйыр малының һаны меңдән артып китте, – ти кооператив рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрий Лутков. – Етештергән аҙыҡты һатыу буйынса әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ. Яңы ғына һауылған һөт Сыбаркүлдәге заводҡа оҙатыла, ә инде итте үҙебеҙҙә теләп алалар.
Бындай уңышҡа өлгәшеү бер көнлөк кенә эш һөҙөмтәһе түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыяр бар, ит булыр... Медицина нормаһына ярашлы, һәр кеше йылына 120-140 килограмм йәшелсә ашарға тейеш. Ә беҙҙең төбәктә ул етерлек кимәлдә етештерелмәй. Һөҙөмтәлә йыл һайын йәшелсә дефициты 160 мең тонна тәшкил итә. Шуға ла республикабыҙҙа был тармаҡты үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был хаҡта кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ла белдергәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына