Илһам сығанағы бөрккән йортБашҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әҙәбиәт йылында хеҙмәттәшлек тағы ла көсәйҙе.
Институтта, мәҫәлән, Мостай Кәрим ижады буйынса иң яҡшы дәрес һәм кластан тыш сара өлгөләренә республика конкурсы ифрат йәнле үтте. Унда 150-нән ашыу мәғариф учрежде­ниеһынан иң яҡшы педагогтар көс һынашты. Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһынан Рүзидә Үтәшева һәм Октябрьскийҙан Рәзидә Фәтҡуллина I урынды яуланы. Шулай уҡ уҡытыусыларҙан бер төркөм республиканың Мәғариф ми­нистрлығы, Мәғарифты үҫтереү институтының грамоталары менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгә тегенселәр кәрәкЙылдар үтеү менән ҡасандыр гөрләп эшләгән тегеү фабрикаларының юҡҡа сығыуы үҙен һиҙҙертә башланы. Бигерәк тә махсус кейемдең бер урында тегелмәүе байтаҡ сығым түктерә, ҡайҙалыр барып, эҙләп һатып алыу ҙа еңел түгел. Күптән түгел республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәктә еңел сәнәғәтте ҡайтанан тергеҙеү тураһындағы сығышы ла был фекергә ҡеүәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан 50 йыл элек, 1965 йылдың 25 майында, СССР-ҙа эшләнгән иң тәүге вертолет “Ка-26” һауаға күтәрелә. Уның төп үҙенсәлеге – ҡоролошонда. Камов исемендәге конструкторлыҡ бюроһы “Ка-26” өсөн “осоусы шасси” рәүешендәге махсус схема тәҡдим итә. Тиҙ йыйылмалы ҡорамалдар иҫәбенә шыйыҡ химикаттар өсөн бак һәм штангалар, ҡаты химикаттар өсөн бункерҙар һәм һипкестәр, пассажир кабинаһы, йөк платформаһы, арауыҡта идара ителгән сығыр һ.б. инә. Өс кешенән торған төркөм тиҙ арала вертолетты үҙгәртеп ҡора алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы хәтирәләр ҡалдыМостай Кәримде тәүге тапҡыр 1-се республика мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) күргәйнем. Әҙәби кисәнән һуң ул, уҡыусылар менән яҡындан танышырға уйлап, сәхнәнән төштө. Минең Шишмә районынан булыуымды белгәс, яҡташ икәнбеҙ, тине йылмайып. Һуңынан Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә бергә булдыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә лә осраштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиҙҙән Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева йәшәгән фатир үҙ ишектәрен аса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асы ауылы кешеләре сәмле, тырыш, йыр-моңға әүәҫ булыуы менән айырылып тора. Шуға күрә “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленең районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнеүе осраҡлы түгел. Үҙҙәренең ижады менән тамашасы күңелен арбап өлгөргән коллектив көндән-көн тыуған яғыбыҙҙың мәртәбәһен арттыра. Улар райондағы ғына түгел, хатта республика кимәлендәге сараларҙың уртаһында ҡайнай. “Еңгәләр”ҙең күңел дәртенә, илһамына һоҡланырға ғына ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында башҡортҡа һан, нан бар, дәүләт бар...Мине республикабыҙҙың көньяҡ төбәге халҡы һоҡландыра: башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, йыр-моңобоҙға мөкиббәндәр, телебеҙҙе һөйәләр, тыуған тупраҡтарына тоғролар. Мәҫәлән, Хәйбулла — үҫәргәндәр илендә “сиҙәм” эпопеяһы булған, төрлө милләт вәкилдәре күпләп килгән... Ә сиҙәм яҡтарында, далалар илендә үҙ еренә тырышып-тырмашып йәбешеп ятҡан батыр халыҡ ҡына йәшәй ала, сит-ят бауырҙар гел яҡшыны, еңелде көҫәй.
Хәйбулла иленең ҙур бер ауылы Әбүбәкерҙәбеҙ. Ошо ерҙең шағиры Ҡадир Әлибай­ҙың 75 йыллығын байрам итергә йыйынғанбыҙ. Әйтәм дә, был яҡ халҡы, үҙ шағирҙарына, үҙ вәкилдәренә мөкиббән, ул-ҡыҙҙарын яраталар, күккә сөйәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 776 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китап — изге күңелдәнЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте иғлан иткән «Изге күңелдән китап» акцияһы дауам итә. Эстафетаны тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле драматург Наил Ғәйетбаев ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай районының Ҡолғона ауылында донъяға килеп, Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән ҡәҙерле әсәйебеҙ Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ ҡеүәтебеҙгә иҫәп тотабыҙЯл көндәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре менән барып ҡайтты. Унда ул муниципаль берәмек Советы депутаттары менән осрашты, ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр өсөн майҙан төҙөү барышын ҡараны, йәштәр байрамында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына