Һайлауҙарҙың “ҙур”ы, “бәләкәй”е юҡ Йыл һайын, һайлау кампанияһы башланыуға бер нисә ай ҡалһа, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорабыҙ. Сираттағы осрашыуыбыҙға ла асылда ошо сәйәси ваҡиға сәбәпсе булды. Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ҡануниәттә яңылыҡтар бармы? Һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Форсаттан файҙаланып, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт “Корчагин”ы Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Сәйетбаба урта мәктәбендә VIII класты тамамлау менән “Йондоҙ” колхозында төрлө эш башҡара ул. Стәрлетамаҡтағы механизаторҙар әҙерләү училищеһында уҡығандан һуң тракторсы булып эшләй. Үкенескә ҡаршы, техника йүнәткәндә бик ҡаты өшөп, ауыр сиргә тарый, ләкин көслө рухлы егет бирешмәй, оҙаҡ ҡына дауаланғас, ең һыҙғанып яңынан эшкә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илеш райондары әҙиптәре Горизонталь буйынса: 4. Кекс, эклер оҫтаһы. 9. Башҡаларҙың уйын “уҡый” алған уникум. 10. Инглиз фунтының “яртыһы”. 11. Үтә көслө мин-минлек тойғоһо. 13. Күсермә техникаһы. 15. Бейек Эквадор вулканы. 19. Ландшафт матурлау белгесе. 23. Ирҙең әсәһе. 24. Поляк композиторы. 25. Сүптән (…) өйөү. 27. 1930 йылда тыуған шағир, яҙыусы. 28. Бер килограмм һыу. 29. Ҡәләм һауыты. 30. Көньяҡ Африка антилопаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырсы менән һүҙ оҫтаһы Кисен өҫтәл һыйҙан һығылып тора ине. Ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә беләләр бында. Хужалар бигерәк асыҡ йөҙлө, телдәренән бал тама.
— Әйҙә лә әйҙә, ашағыҙ ҙа эсегеҙ, тегенеһенә етешегеҙсе, быныһына ынтылығыҙсы, — тип өҙөлөп торалар.
Атаҡ, Өфө һынлы Өфөнән бындай шөһрәтле шәхестәр әйләнгән һайын килеп тормай ҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 779 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намаҙлығым — ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым — доға минең.
Табынғаным — әҙәбиәт,
Шиғриәт — тотҡан динем.
Салауат Әбүзәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1021 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Утыҙ йәшлек улыбыҙҙың иҫәнлеге өсөн ҡорбан салырға ине. Был эште ирем башҡара аламы, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ҡорбан кемгә арнап салына, шул кеше малдың йөнөнән тотоп торорға тейеш, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Улым үҙе ҡорбан итен ашай аламы? Мал үҙеңдеке булырға тейешме, әллә һатып алырғамы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1294 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерегеҙҙәлер, Өфөлә бер сабыйҙы эттәр талап үлтергәндән һуң, республикала шау-шыу ҡупты. Кемдер дүрт аяҡлыларҙы яҡланы, бәғзеләр, киреһенсә, барлыҡ хужаһыҙ эттәрҙе атырға тәҡдим итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәми зат икмәһеҙ, йырһыҙ һәм юлһыҙ йәшәй алмай. Юл-сәфәрҙә ниндәй генә күренештәр күҙәтелмәй! Ҡапыл кәйеф күтәрелә йә иһә күңел ҡырыла, мәҙәк аймылыштың, хатта көтөлмәгән фажиғәнең шаһиты булғылайһың. Юлдарҙа шатлыҡ та, хәсрәт тә, һағыш та һағалай шул кешене, сөнки тормош ҡайнап тора, унда ла кешеләрҙең холҡо-фиғеле сағыла. Күп йылдар инде Сабир Шәрипов үҙе ҡатнашҡан, күргән йә ишеткән фәһемле, фәлсәфә уятырҙай ваҡиғаларҙы һайлап, шуларҙы хикмәт кимәленә күтәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғариф тармағында барған өҙлөкһөҙ реформаларҙың “туҡмаҡ башы” күберәк йәш быуынға төшә. Ҡулайлаштырыу, яңыртыу, БДИ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Үҙ көсөгөҙгә саманан тыш ышанып, ҙур йөкләмәләр алмаҫҡа тырышығыҙ. Алдаҡсыларҙың ҡармағына эләгеүегеҙ ихтимал. Артығыҙҙа шикле эш менән шөғөлләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Һәр нәмәне контролдә тотоп булмай бит. Шуға күрә был аҙнала мөһим ғәмәлдәрҙән баш тартып, ижади эшкә, рухи донъяғыҙға иғтибар итегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 308 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 40 Алға
Бит башына