Әҙәбиәт Мәккәһеләй Күгәрсен ере Был төбәккә әҙәбиәт Мәккәһенә барғандай юлланаһың. Бер түгел, ике халыҡ яҙыусыһын биргән Күгәрсен ере халҡының ихласлығы, йәштәренең ижади ҡомары менән арбаны. Башҡорт халҡының яҙмышын яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бишеге – ошонда. Урыҫ телендә ижад итһә лә, башҡорт ерен данлаған Александр Филиппов та был яҡта тыуған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 988 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлебаш буйлатып, ат уйнатып... “Башҡортостан” гәзите редакцияһы үткәргән саралар республикабыҙҙа ғына түгел, халҡыбыҙҙың боронғо төйәге булған Ырымбур, Һамар, Силәбе, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында киң ҡолас ала бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп Ҡаланың 3-сө башҡорт гимназия-интернатындағы көндөҙгө ял үҙәгенә балалар ҙур теләк менән йөрөнө. Бында һәр иртә саф һауала зарядка яһауҙан башланды. Ял дауамында бәлә-ҡазаны иҫкәртеү буйынса аныҡ эшмәкәрлек, балалар менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Йәш быуын вәкилдәре йөрәк сирҙәре тураһындағы лекцияны ҡыҙыҡһынып тыңланы, физкультураның,
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәм һәм ғәм майҙаны Гәрәй ырыуы башҡорттарының вариҫтары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советында халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға, үҫтереүгә иғтибар кәмегәне юҡ. Хакимиәт башлығы Илдус Зарипов, бер үк ваҡытта район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, ике тиҫтә йыл инде был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “...Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ”, –тип яҙа һәм һуғыш башланғандың беренсе көнөндә үк үҙе теләп фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Был ғариза 1941 йылдың 27 июнендә яҙыусыларҙың партия ойошмаһында тикшерелә. Ойошма секретары Сәғит Мифтахов биргән характеристикала Низам Ҡәриповтың сәйәси яҡтан киң ҡарашлы, идеологик яҡтан тәртипле, тотанаҡлы, түҙемле кеше булыуы әйтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет тауы – бауырһаҡ Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Килендең уңғанлығы ла туй мәжлесенә алып килгән ошо күстәнәскә ҡарап билдәләнгән. Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылында уҙғарылған күркәм сара тап ошо тәмлекәскә арналды, унда ҡатнашҡандарҙың һәр ҡайһыһы бауырһаҡ бешереүҙең бихисап серенә төшөнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1058 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәттәге ҡырҡа һынылышҡа, йәғни революция осорона уртаҡ бер сифат хас. Яңы ҡоролош үҙ ҡарашына тоғро булған, хатта уның өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер вәкилдәр тыуҙыра. Улар власть тарафынан гел яҡлана. Миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел.
Ком: 1 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш менән бергә торҙом мин иртүк –
Бөгөн минең бигерәк тә эшем күп.
Йәшелсә баҡсабыҙҙағы түтәлдәр
Буй-буй булып теҙелешеп киткәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бисмилләһ” менән уянам,
Торам “бисмилләһ” менән,
Өҫтәл янына ултырам
“Бисмилләһ” менән гелән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаға дүрт-биш йәштә сағында уҡ йөҙөү күнекмәләрен өйрәтә башларға кәрәк. Иң мөһиме – түҙемлек, иғтибарлылыҡ һәм янында өлкән кешенең булыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 31 Алға
Бит башына