Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр... Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлөүе тураһындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин, Ранис Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов, Саҡмағош районынан Фидан Мәмлиев, Белореттан Вадим Нафиҡовты ошо көндәрҙә ерләйәсәктәр. Уларҙың барыһы ла быйыл яҙ ғына Ҡораллы Көстәр сафына алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләк янына ныҡлы терәк кәрәк Артур ВӘЛИТОВ — Мәскәүҙәге Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһы студенты, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор төркөмө ағзаһы.

— Сәләм, Артур! Кәйеф нисек?
— Һаумыһығыҙ! Хәл-әхүәл яҡшы ғына, Аллаға шөкөр!
— Мөмкин булһа, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һинең менән яҡынданыраҡ таныштырырға ине иҫәп. Үҙең тыуып үҫкән мөхит тә ҡыҙыҡһындыра беҙҙе.
— Бала саҡтан милли йыр-моңға ғашиҡмын. Бындай һөйөү атай-әсәйемдән киләлер. Атайым Хәмиҙулла Миңлевәли улы сығышы менән – Федоровка районының Юрматы, әсәйем Ғафури районының Ҡурғашлы ауылынан. Атайымдың гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп уйнағаны хәтеремдә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем ғәйепле? Ошо көндәрҙә Урман ҡасабаһындағы ғәҙәттән тыш хәлгә ҡатнашлығы бар тип танылған ике ир-егет ҡулға алынды.
Иглин районында йәшәгән 41 һәм 31 йәшлек ирҙәр боеприпас урлауҙа һәм һаҡлауҙа ғәйепләнә. Тикшереү барышында был кешеләрҙең өйөндә патрондар, биш килограмм самаһы дары, тротил шашка, яһалма шартлатҡыс табылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән законға ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелемдә тора яҡтырып хәҡиҡәттең яҡты ҡояшы Үткән ғүмер

Бөрө сағы япраҡтарҙың –
Яралыр ҙа мәле еткән.
Һыуға әйләнгән боҙҙар ҙа –
Яҙ яҙлығын иткән күптән.
Ямғырланған, йәйғорланған,
Баш осонда бүтән күктәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мар. Сәлимдән көлкөлө сәләм Шундай бер мәрәкә йөрөй: имеш, бер йырсынан ауылдашы былай тип һорай икән: “Һаман да йырлап ҡына йөрөйһөңмө, эшкә кермәнеңме әле?”
Башҡортостандың “ата” сатиригы Мар. Сәлим менән юлдарыбыҙ “сәкәшкәндә” һорап ҡуйҙым:
– Һаман да кеше көлдөрәһегеҙме?
– Барон Мюнхгаузен әйтмешләй, “көлөгөҙ, көлөп йәшәгеҙ, әфәнделәр, сөнки бөтә яуызлыҡтар ҙа етди йөҙ менән башҡарыла”. Бына, кешеләргә көлкө таратырға сыҡтым. Ҡана, һиңә лә бирәйем әле, – тип “көлкө” портфеленән китап тартып сығарҙы. – Мә, ҡустым, көлөп йәшә, ләкин кеше көлдөрмә...
Китапҡа ҡаҙалдым. “Заманына күрә көлкөһө” тип атала. Тышлығы ла көлөп тора бит. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте балҡытып сығара белә шул китаптарҙы! Тәүге биттәге шиғыр юлдарын уҡып, рәхәтләнеп көлөп ебәрәһең:
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ онотолмайЙәрмәкәй тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Хәрби дан залы яңыртылды.

Күргәҙмәлә төп урынды Васильевка ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ генерал-лейтенант Иван Андреевич Ласкинға бағышланған диорама биләй. 1943 йылдың ғинуарында Сталинград фронтында фашист ғәскәрҙәре ҡамауға алына, шулай итеп “Ҡулса” операцияһы тамамлана. 31 ғинуар фронттың хәрби советы генерал-лейтенант Ласкинға, совет командованиеһының рәсми вәкиле булараҡ, гитлерсылар командованиеһының капитуляцияһын ҡабул итеү бурысын йөкмәтәләр. Иван Андреевич, офицерҙар һайлап алып, бурысты үтәү өсөн тәғәйенләнгән урынға йүнәлә. Паулюстың штабы универмаг подвалында урынлашҡан була. Ласкин һуңынан үҙенең хәтерләүҙәрендә былай тип яҙасаҡ:
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло быуын әүҙем дә, ихлас та Бөгөн күп ауылдарға йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәгән оло быуын кешеләренең ихласлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Тап улар ауылдың йәшәйешенә һәм артабанғы киләсәгенә үҙ өлөшөн индерә, туранан-тура ярҙам итә. Хәйер, күптәр “аҡыл өйрәтеүсе” һәм һәр эшкә “ҡыҫылып” барған ололарҙы өнәп тә бөтмәйҙер, әммә бөгөн йәш быуын уларҙың фекеренә, ярҙамына мохтаж.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алыҫ биҫтәләр ҙә – күҙ уңында 2013 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә яңы структура барлыҡҡа килгәйне. Биләмәләр менән эшләү бүлеге власть һәм ҡаланан алыҫта урынлашҡан биҫтәләр араһындағы бәйләнеште нығытыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын уңышлы атҡара. Әйтергә кәрәк, Стәрлетамаҡ бәләкәй ҡала түгел, был башланғыс һәммәһе өсөн дә файҙаға ғына. Ошо хаҡта бүлек начальнигы Лариса КӘРИМОВА бәйән итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм система администраторҙары, муниципаль район секретарҙары менән республикала урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау кампанияһы барышы хаҡында кәңәшмә үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына