Ҡышҡылыҡҡа “күстәнәс” Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һалҡын көндә хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеү, мунсанан һыуһап сығып, шифалы, татлы һуттан ауыҙ итеү – үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, һәр хужабикәнең шәхси рецепттары барҙыр, шулай ҙа иғтибарығыҙға тағы бер нисәүҙе тәҡдим итергә булдыҡ. Кем белә, бәлки, ошолары оҡшап ҡалыр. Тик шуны онотмағыҙ: ҡайнатманы барлыҡ еләк-емештән дә әҙерләргә була. Иң мөһиме – бының өсөн өлгөргәндәрен һәм ҡараймағандарын һайларға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бер килограмм емешкә кәмендә шул уҡ күләмдә шәкәр алырға тура килә. Аҙ һалған осраҡта емештең формаһы юғала, ҡайнатма тиҙ боҙола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иммунитетың ныҡмы? Ауырый башлаһаң, һаулыҡтан да ҙурыраҡ, унан да ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡлығын аңлайһың. Сәләмәтлекте һаҡлауҙы һәм нығытыуҙы табиптар эше тип кенә ҡарарға ярамай. Һәр кемдең һаулығы, эшкә һәләтлелеге – үҙ ҡулында. Сәләмәтлекте даими хәстәрләү шарт. Әйтәйек, иртәнге гимнастика тәнде сыныҡтыра, ауырыуҙан тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итә. Ә спорт төрҙәре хаҡында әйтеп тороу ҙа урынһыҙ. Бары тик үҙеңә кәрәклеһен, оҡшағанын һайлап ала белергә, ихтыяр көсө булдырып, даими шөғөлләнергә кәрәк. Иммунитетты нығытыу өсөн табиптар дарыу үләндәрен дә файҙаланырға кәңәш итә. Һеҙҙең иғтибарға – бер нисә рецепт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҙур байлыҡ ситкә китмәһен Быйыл йәшенле, дауыллы, ғәрәсәтле көндәр күп булды. Бер һыуыта, бер йылыта. Аяҙ тороп та, күҙ асып йомған арала ямғыр яуып киткән саҡтар ҙа булманы түгел. Йәшендәре, ел-дауылы, 30 градуслыҡ эҫеһе тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Һауа торошоноң йыш үҙгәреүе сәләмәтлеккә лә насар йоғонто яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарбуз алырға ашыҡмағыҙ Баҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә ҡарбуз һата башланылар. Хаҡы ла арыу ғына. Ҡиммәткә төшһә лә, ауыҙ итке килә бит, һатып алабыҙ. Ә өйгә ҡайтҡас, киҫеп ҡараһаң... Ҡыҫҡаһы, йыл да – бер үк хәл. Етмәһә, бындай ҡарбузды ашап ағыуланыуың да ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафия-Аннушка — Бына шулай, — тине лә, сыбыртҡыны ергә ырғытып, өйөнә ыңғайланы. Ҡыҙҙар уның артынан эйәрҙе. Ошо көндән башлап Сафияның абруйы бермә-бер артты ауылда. Ҡәйнә-ҡайныһы ла, дөрөҫ эшләгәнһең, тип маҡтап ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Теләк кенә етмәй, хеҙмәт кәрәк” Республикала киң билдәле публицист һәм журналист өсөн төп ҡағиҙә шул

Марсель Ҡотлоғәлләмов… Гәзиттәргә һәр саҡ күҙ һала барған, радио тыңлаған, телевидение тапшырыуҙарын ҡараған, китап кибеттәрен урап үтмәгән кешеләр өсөн был исем яҡшы таныш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Р. Хәмзина, “Өфөгә яҡын йәшәһәк тә…”, 2015 йыл, 22 май)
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт рәссамы, сценограф, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәссамдар һәм Театр белгестәре союздары, “Сыңғыҙхан”, “Инйәр” ижади төркөмдәре ағзаһы Наил Байбурин яҡты донъя менән хушлашты. Өфө халҡы уның стрит-арт стилендәге ижади эштәре менән “Башҡортостан”, “Мир”, “Галерея АРТ” галереяһында танышҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең фермерҙар ҙа, шәхси ярҙамсыл хужалығын алып барғандар ҙа йәшелсә-емеш үҫтерә белә. Тик йыл һайын бер үк ҡыйынлыҡ — һатыу мәсьәләһе — алдына баҫалар. Хәҙер иһә был йәһәттән талаптар ҙа көсәйә. Сер түгел: һәр кем баҙар кәштәһе янына баҫа алмай, ҡаланыҡыларға туранан-тура барыу ҙа мөмкин түгел. Сауҙа нөктәләре иһә эшкәртелгән, төрөлгән, тауар “йөҙө” индерелгән продукцияға ғына өҫтөнлөк бирә. Кафе-ресторандар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һәр хәлдә, проблема бар, уны хәл итеү юлын эҙләргә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 31 Алға
Бит башына