Ирек Ялалов: “Өфө – боронғолоҡ сығанағы һәм йәш ҡала” Өфө хаҡында ул китаптан уҡып түгел, тәпәй баҫҡан көнөнән алып белә, хәтерләй, тиергә була. Ошонда уҡ мәктәпте, аҙаҡ Өфө нефть институтын тамамлаған егет етәкселек эше, ҡала тормошо менән шулай уҡ мәҡәләләрҙән уҡып түгел, ә атаһынан ишетеп, үҙе күреп таныш. Ишмөхәмәт Ғиззәт улы Ялалов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән белгес ине.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек ЯЛАЛОВ. Ҡала мөхитен яҡшыртыуға, халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреүгә хакимиәт ниндәй өлөш индерә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты бергә эҙләнек.
Ком: 4 // Уҡынылар: 845 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет ҡайҙан килә? Бәхет йәш түккәнгә түгел, ә тир түккәнгә килә, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Республика йортонда үткән хеҙмәт уңғандарын ҡотлау тантанаһында тағы бер тапҡыр инандыҡ. Дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине: ғалим, табип, эшҡыуар, тракторсы, йырсы, уҡытыусы... Уларҙың барыһын да һөнәренә тоғролоҡ, фиҙакәрлек берләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр беребеҙҙә мөғжизә йәшәй Алтмышты уҙған Нгок исемле вьетнам кешеһе утыҙ йылдан ашыу йоҡоһоҙлоҡтан яфалана. Яфалана тиеүем бик үк дөрөҫ түгел, сөнки керпек тә ҡаҡмайынса һин дә мин йәшәй бирә, уға төндө уҙғарыуы ғына ҡыйын. Аптырағастыр инде, өс ай эсендә, балыҡ үрсетеү ниәте менән, төндәрен ике быуа ҡаҙып ташлай. Табиптарға күренеү бер һөҙөмтә лә бирмәй: мистер Нгокта йоҡламаҫлыҡ бер сәбәп тә тапмайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыялына өлгәшер ул Бөйөк Британияның Глазго ҡалаһында инвалидтарҙың донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙал яуланы. Команда составында Өфө егете Богдан Мозговойҙың булыуы ла – ҡыуаныслы күренеш.
Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән беҙ ҙә ҡотларға ашыҡтыҡ. Телефонды спортсының олатаһы алды. Рәйес Низамов сығышы менән үлемһеҙ батырыбыҙ төйәгенән – Салауат районының Әлкә ауылынан.
– Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине ул, ҡыуанып. – Ейәнебеҙҙең уңышы өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы? Ошо көндәрҙә республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуҙы билдәләй. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы “Башҡортостан” гәзите Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә әҙәбиәтебеҙ классигының ижадына арналған викторина әҙерләне. Һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуаптар биргән тәүге өс кешене бүләктәр көтә. Яуаптарҙы редакцияға 17 авгусҡа тиклем ебәрергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 894 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә Низам Ҡәриптең һүҙҙәрен нисек яҙылған, шул килеш тәҡдим итәбеҙ: “Элекке Стәрлетамаҡ өйәҙе, хәҙерге Красноусол районы Еҙем-Ҡаран ауылы мәхәлләһенең метрикалар кенәгәһенә башҡа тыуыусылар менән бер рәттән “Ғәбделмәжит июль – 20, атаһы башҡорт Ғәбделғәни, инәһе Мәрзиә, Еҙемҡаранда тыуҙы” тигән, бик һаран яҙылған өҙөк-өҙөк һүҙҙәрҙе лә уҡыйбыҙ. Был инде – хәҙер һәр кемгә билдәле, һәр әҙәбиәт һөйөүсе йөрәгендә һаҡлаған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури тураһында тәүге һүҙҙәр, тәүге яҙмалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән отставкалағы армия генералы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҡташыбыҙ Мәхмүт Гәрәев килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫыуҙарҙа ураҡ эше ҡыҙа. Көндәрҙең аяҙ тороуы эште йылдам алып барыуға көс, дәрт бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар бушлай эфир ваҡытын бүлеште. Үҙәк һайлау комиссияһы радио, телевидениела кандидаттар өсөн йәрәбә үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 425 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең эраға һигеҙ йылға саҡлы ул секстилис (sextilis) исеме менән йөрөгән һәм 30 көндән торған. Беҙҙең эраға тиклем 45 йылда Юлиан календарынан файҙалана башлайҙар. Шул йылда Римда Сенат календарҙы дөрөҫ файҙаланыуҙы күҙәтеү эшен Рим жрецтарының юғары коллегияһына ҡуша. Улар, Созиген реформаһына ярашлы, кәбисә йылын һәр өс йылдан һуң дүртенсеһендә индерергә тейеш була. Тик жрецтар уны ике йылдан һуң өсөнсөһөндә индерә, һәм ошо арҡала календарҙа буталсыҡтар башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына