Бал ҡортолай егәрлеләр Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән Наилә Әғзәм ҡыҙы, юғары уҡыу йортонда математика фәнен өйрәнеп, уҡытыусы булырға хыял иткәндә, ҡасандыр яҙмышын башҡорт балына, умартасылыҡҡа бәйләрмен тип һис тә уйламағандыр. Йүнәлтмә буйынса Икенсе Этҡол урта мәктәбендә математика, физика фәндәренән балаларға белем бирә. Шунда Ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡайтҡан Тәлғәт Абдулов менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәштәре фәһемле Ҡармыштан бик күп талантлы шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Боронғо ауыл шулай уҡ үҙенең ҡымыҙ бешеү оҫталары менән дә дан тотҡан. Хәҙер бында милли эсемлек етештермәһәләр ҙә, күп кешене ошо кәсепкә өйрәткән Ғилмиямал Садиҡова кеүек оҫта инәйҙәребеҙ тырышлығы менән уның даны һаман да йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫта ҡулынан буяу таммай “Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы маляры” конкурсы Туймазы ҡалаһында үтте. Ул ошо өлкә һөнәрмәндәренең иң-иңдәрен билдәләү маҡсатында йыл һайын ойошторолған бәйгенең йомғаҡлау өлөшө булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтып инер өйөң булһын Тормош йәме ғаиләлә булһа, ғаилә йәме – уның яҡты, йылы, уңайлы шарттарҙа ғүмер итеүендә. Республика йөҙөн билдәләгән халыҡтың имен йәшәйеше, йорт-биналарҙың күркәмлеге өсөн тоғро хеҙмәт иткән төҙөүселәрһеҙ көнитмешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит МӘХМҮТОВ менән әңгәмәлә һүҙ ошо өлкәләге яңылыҡтар, кисәге һәм бөгөнгө эштәр хаҡында бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 489 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғрур ҡаялай уның ижады “Талха ағай ҡайтҡан”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс тә Ураҙ ауылына юлландыҡ. Өйө эргәһенә туҡтауыбыҙға күп тә үтмәй, әҙип ишекте асып:
– Һин кем булаң? – тип ҡаршы алды. Шулай тип һорар ҙа шул. Мин Талха ағай менән барлығы ике тапҡыр ғына осраштым. Уның менән оҙаҡ итеп аралашырға ла насип булманы. Үҙем менән таныштырғас:
– Беләм, һинең турала күп һөйләнеләр, – тигәс, күңелгә йылы инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуҙаштарының нәҫелдәре,  һеҙ ҡайҙа?Атайым Нуретдин Аҡманов Фин һуғышында ҡатнаша, пулемет ротаһы лейтенанты була. Сығышы менән ул элекке Чкалов өлкәһенең Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылынан, хәҙер был биләмә Ырымбур өлкәһенә ҡарай. Миңлекамал менән Бәҙретдин Аҡмановтарҙың туғыҙ балаһы араһынан аслыҡ йылдарындағы михнәттәр аша тере сыҡҡан берҙән-бер улы булған Нуретдинде 1965 йылғаса зарығып көткәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ямалға ла, Ҡырымға ла... Мәләүез тимер-бетон кон-струкциялар заводы – төбәктә иң алдынғы күрһәткестәргә эйә булған предприятие. Юғары етештереү ҡеүәте һәм тәжрибәле, оҫта кадрҙар ярҙамында ул аяуһыҙ баҙар шарттарында һынмай, ышаныслы аҙымдар яһай. Етештерелгән тауарыңдың баҙарҙа талап ителеүе – һәр кем өсөн мөһим шарт. Мәләүез заводы байтаҡ йылдар дауамында ҡулланыусыларҙы юғары сифатлы продукция менән тәьмин итеп, республикала ғына түгел, сит илдә лә танылыу яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өфө” хәҙер өйҙәш түгел Илдә сираттағы футбол беренселеге башланды. Рәсәй премьер-лигаһында өс уйын уҙҙы. “Өфө” клубы былтырғы миҙгелдә 16 команда араһында 12-се урын алғайны. Әле лә ике мәрәй менән шул тирәлә тапана – 11-се урында. Ике матчта тигеҙ иҫәпкә уйнаһа, береһендә еңелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Рәхимйән, сит яҡтарҙан ҡул һуғышы серҙәрен өйрәтеүсе бер ағай килеп сыҡҡан. Их, һин дә уның менән танышһаң икән!
– Һин әйткәс, мин риза инде. Яңыраҡ ҡына танышҡан дуҫы, Азаматҡа шулай тип, курткаһын кейә башланы...
– Рәхим ит, рәхимле йән, – исемен айырып өндәште Азаматтың теленән төшмәгән серле ағай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалы — Ирәмәл ише мәғрур тауҙар төйәге, Өргөн һымаҡ зәңгәр күлдәр иле. Был бәрәкәтле тупраҡта борон-борондан мәшһүр сәсәндәр, оҫта ҡурайсылар, аһәңле йырсылар һәм бына тигән яҙыусылар үҫеп сыҡҡан. Бында, халыҡ йырлағанса, алтын да бар, көмөш тә бар, заманға ауаздаш әҙәби мөхит тә ҡайнап тора. Хәйер, түбәндәге шиғри шәлкемдән дә учалыларҙың нәфис һүҙ ҡеүәһен тойомларға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына