Ижадынан  нур бөркөлә Өфөлә йәшәгән танылған ижадсы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәғиз Шәйхетдиновҡа яңыраҡ 60 йәш тулды. Ул Бүздәк районындағы Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуып үҫә. Атаһы Ғәйнелғилем менән әсәһе Суфия апай күркәм тәрбиә бирә балаларына. Төрлө һәләттәрен үҫтерергә лә мөмкинлектәр тыуҙыралар. Вәғиз мәктәп йылдарында уҡ рәсем төшөрөү менән мауыға. Шуға күрә, ике уйлап тормай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйыла Һуңғы йылдарҙа торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн файҙаланылған тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биргән үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙың саманан тыш артыуына килтерҙе. Бында йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә теләмәүе лә бихисап проблемалар тыуҙыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙ шөғөлө тимәгеҙ... Юлиә Рәйес ҡыҙы зауыҡлы бәйләнгән кейем кейә башлағас, әхирәттәре унан эше хаҡында тәфсирләп һораша башлай. Бер аҙға юғалып ҡалған ханым дөрөҫөн әйтергә мәжбүр була. “Ирем бәйләп кейҙерҙе, оҡшаймы?” — тип барыһын да аптырата ул.
Матур итеп бәйләнгән, ярашлы төҫтәр нисбәте һайланған әйберҙәрҙе күргәс, беҙ ҙә бер аҙға юғалып ҡалдыҡ. Ысынлап та, ошондай гүзәллекте ир-егеттең ҡулы тыуҙырыуы хайран итте. Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалғанда, бәйләү тәүҙә ир-ат шөғөлө булған, аҡрынлап уны ҡатын-ҡыҙ үҙләштергән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1016 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул әле лә сәфәрҙә Танылған йырсы Нәзифә Ҡадированы беренсе тапҡыр Үҙәк телевидение аша күрҙем. “Йыр менән тормош буйлап!” (“С песней по жизни!”) тип аталған Бөтә Союз конкурсы еңеүселәре концерты бара ине. Алып барыусылар: “Рим Хәсәнов музыкаһы, Дим Дәминев һәм Мостай Кәрим һүҙҙәре. “Мандолина”, Нәзифә Ҡадирова йырлай, Өфө ҡалаһы”, – тип иғлан итте. Бик сибәр йәш йырсы, сәхнәләге баҫҡыстар буйлап бейей-бейей, урыҫ һәм башҡорт телендә матур сығыш яһаны. Йыр тамамланғас, зал алҡыштарға күмелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шунда ҡалған минең эҙҙәрем...” Матурлыҡҡа һаран тыуған яғым:
Юҡ урманы, зәңгәр күлдәре.
Сәскә еҫе бөркөп кенә иҫә, –
Бик иркә шул йомшаҡ елдәре.
Сыпсыҡ күҙе, зәңгәр япма булып,
Яуын алып ята күҙҙәрҙең...
Шунда ҡалған минең бала сағым,
Ялан тәпәй баҫҡан эҙҙәрем.

Алдымда Башҡортостандың танылған шағирәһе Фәниә Чанышеваның китаптары һәм фотоальбомы ята: уларҙың һәр береһенән әҙибәнең мөләйем һәм яғымлы йөҙө йылмайып баға. Бәләкәй генә буйлы ошо гүзәл ҡатындың ҡиәфәтенән мөһабәт ғорурлыҡ, сикһеҙ ҡөҙрәт бөркөлөп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк һәм боронғо илгә сәйәхәт “Рәсәй балалары – Ҡытай ҡунаҡтары” тип аталған халыҡ-ара проект нигеҙендә Башҡортостандан 20 уҡыусы ошо Көнсығыш иленә сәйәхәткә юлланды.Был мөмкинлек Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың тәҡдиме буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тормошҡа ашырылды. Сәфәргә юлланған төркөм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән, Эске эштәр министрлығының, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең,
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
800 йыллыҡ бай тарихҡа эйә Юлдыбай ауылының ғорурлығы, даны — ул 80-се лицей. Республикабыҙҙың башланғыс һөнәри белем биреү системаһында иң өлкән һәм абруйлы уҡыу йорттарының береһе былтыр үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ауылдан күпләп ситкә китеүе, эшһеҙлек проблемаһы көсәйеүе берәүгә лә сер түгел. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн хакимиәт башлыҡтарына ҙур көс һалырға, ауыл тормошон һүндермәү, уның киләсәген хәстәрләү өсөн эшҡыуарҙар менән ныҡлы бәйләнештә эшләргә тура килә. Әлбиттә, башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртә белеү, халыҡ менән уртаҡ тел табыу өсөн дә ҙур оҫталыҡ кәрәк. Башланғысыңды күтәреп алалар, һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙырға торалар икән, тимәк, етәксе дөрөҫ юлдан бара тигән һүҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 432 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙрәсәлә дәрес биргән мөғәллимдәрҙең бик йыш Бохара, Сәмәрҡәнд ҡалаларын телгә алыуы, ундағы мәсет, мәҙрәсәләрҙе, изгеләр ерләнгән некрополдәрҙе хайран ҡалып һөйләүҙәре Зәйнулланың йәш йөрәгендә тыйып торғоһоҙ ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның хәҙер генә Урта Азия яҡтарына ҡош булып осоп барғыһы килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип янып йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Халҡыбыҙҙың рухиәтендә мәңгелек исемдәр, күңел киңлектәрендә мәңге балҡып торорҙай яҡты йондоҙҙар бар. Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов – шундай сағыу шәхестәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына