“Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным”Ҡайһы ырыуҙа шулай һөйләшәләр тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡатайҙар! Республикабыҙҙың бер нисә районында, шулай уҡ Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә төйәкләнгән ырыу халҡы ана шулай үҙенсәлекле һөйләшә. Яңыраҡ Бирҙеғол ауылында уҙғарылған Ҡатай йәштәре йыйынында ҡатнашып, уларҙың мәҙәни мөхитенә сумыу бәхете тейҙе. Инде өсөнсө тапҡыр ойошторолған күркәм сара Башҡортостандың төрлө төбәгенән меңләгән халыҡты йыйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 882 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ләйсән Үтәшева:  “Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ  ҡытлыҡ” Телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарын алып барғандар араһында спортсылар артҡандан-арта. Танылған гимнастка, донъя, Европа чемпионы, донъя Кубогын яулаған Ләйсән Үтәшева ла был эштән ситтә ҡалманы. Телевидениела ул яңы кеше түгел, “Төп юл”, НТВ-ла “Бөгөн иртән” тапшырыуҙарын, иртәнге зарядканы, “Ләйсән Үтәшеваның матурлыҡ академияһы” тип аталған авторлыҡ программаһын алып барҙы. “Йәшә” каналында – “Йондоҙҙар менән фитнес”та, “Спорт-плюс”та иһә “Шәхси тренер” тапшырыуҙарында билдәлелек яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле лә нур өләшә Республикабыҙҙа билдәле шәхес Лена Өмөтбаева хеҙмәт юлының 29 йылын Мәғариф министрлығында эшләүгә арнаған. “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән исемдәргә лайыҡ булған ул. Лена Айса ҡыҙы 1940 йылда Көнбайыш Украинаның Станислав өлкәһендәге Долина ҡалаһында Ҡыҙыл Армия офицеры ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә әсәһе һәм ағаһы менән Башҡортостанға эвакуациялана. Бала сағы Әбйәлил районының (хәҙер – Белорет) Мөхәмәт ауылында үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡул эш белгәс, күңел көр Еникеев исемендәге йәмғиәтте районда һәр яҡтан өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай уңғандар. Ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләү тантаналарында иң күп бүләк уларға тапшырыла. Йәмғиәттә Тәкәрлек һәм Иванай ауылдары кешеләре эшләй. Әйткәндәй, был хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ йорттары ла төҙөк, ихаталары тәртиптә. Тимәк, хужалыҡтың яҙмышы өлгөрҙәр һәм егәрлеләр ҡулында тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк уңһа, йыр ҙа булыр Һап-һары төҫкә мансылған баҫыу буйлап бер егет атлай. Ялан батыры эстән нимәлер көйләп тә алған һымаҡ. “Лейтер” хужалығының агрономы Юлай Әлимбаев ул. Көйгә килгәндә, кәйефе шәп егеттең, шуға моңлана: иген уңған, урып-һуғырға һауа торошо яҡшы тора, ниңә йырламаҫҡа, ти. Шулай, икмәк булһа, йыр ҙа булыр. …Әллә ни бейек булмаған иген һабаҡтарын күреп, аптырап ҡалдыҡ: тубыҡтан түгел, ә кешене буйларлыҡ итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ шул уларҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таратмайҙар, юҡ итәләр... “Россельхознадзор”ҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй биләмәһенә законһыҙ индерелгән аҙыҡ-түлекте юҡ итеү башланғандан бирле, санкцияланған тауар ағымы бермә-бер кәмегән. Ҡулға алынғандары иһә, әйтәйек, үҫемлекселек продукцияһы полигондарға оҙатыла, ә ит, һөт ризыҡтары яндырыла. Аҙыҡ-түлектең ошо рәүешле юҡҡа сығарылыуын халыҡ төрлөсә ҡабул итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа төрлө фекерҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шул уҡ тырмаға баҫабыҙ  түгелме? Ысындырмы-буштырмы, бер танышым һөйләгәйне был хаҡта. Әйтеүенсә, совет осоронда һәр ит комбинатының штатында кәзә тәкәһенә урын бүленгән. Һуйырға алып килгән малды биләмәгә индереү ҙур проблема булған. Шул ваҡытта “провокатор” кәзә тәкәһен эшкә ҡушалар икән. Тегеһе комбинат ҡапҡаһына ҡурҡмай йүнәлә, ҡалған көтөү уның артынан эйәреп инеп китә...
Ком: 1 // Уҡынылар: 922 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы аҙнала аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡ һиҙелерлек үҙгәрҙе.
Мониторингка аҙыҡ-түлектең йәмғеһе 43 төрө — ит һәм һөт ашамлыҡтары, икмәк-ҡалас ризыҡтары, ярма, йомортҡа, тоҙ, йәшелсә һәм емеш-еләк — индерелгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп ризығыбыҙ – икмәк. Унан бөйөгөрәк аш-һыу юҡлығын бала саҡтан ҡанға һеңдереп үҫтек. Икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу ҡунаҡ өсөн ҙур мәртәбә һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нияз Алсынбаевтың “Изге бүре балалары” тигән китабының ҡоролошо ғәҙәттәгесә түгел. Беренсенән, уның тәүге битендә үк исеменә ҡыҫҡа аңлатма бирә автор: башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең тарихы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамдарҙың йыр-моңға байы ла, сәскәгә күмелгәне лә, бүләктәр менән ҡыуандырғаны ла бар. Шулай ҙа халыҡ күңеленә иң яҡыны, ҡәҙерлеһе — Бөйөк Еңеү көнө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кеше” тигән төшөнсә бик үҙенсәлекле, өйрәнеп бөтмәҫлек донъя ул. “Мин тыуҙым!” – тип оран һалабыҙ, ата-әсә, ғаилә йылыһында иркәләнеп үҫәбеҙ, белем алабыҙ, йәшәргә тырышабыҙ, киләсәккә ынтылып, юлға сығабыҙ... Был сәфәрҙә кеше һәммәһен дә тиерлек күрергә мәжбүр: йәшәйештең ағын да, ҡараһын да, эсен дә, тышын да, яңыһын да, иҫкеһен дә. Әлбиттә, һәр күренештән әҙәм күңелендә билдәле бер эҙ, тәьҫорат ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәйғор” республика балалар-үҫмерҙәр конкурсының дүртенсе йыл рәттән Борайҙа ойошторолоуы осраҡлы түгел: район етәкселеге йәш быуын күңелендә мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ай-вай Сажиҙә,
Ағым һыуҙа, баҫма өҫтөндә
Керҙәр сайҡай һай ерҙә…
(Татар халыҡ йыры)
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премияһына “Башҡорт энциклопедияһы”ның тәҡдим ителеүен беҙ, әбйәлилдәр, ихлас хуплайбыҙ. Ете томдан, 18 меңдән ашыу мәҡәләнән торған ҙур хеҙмәт Башҡортостандың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында тулы мәғлүмәт бирә, тыуған төйәгебеҙҙең Рәсәй тарихындағы, донъяуи үҫештәге мөһим урынын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына