Үҙе матур, үҙе мәшәҡәт Замша аяҡ кейеме күркәм һәм зауыҡлы, әммә уның нәзәкәтле тәрбиә талап итеүен онотмағыҙ. Башҡа материалдарҙан айырмалы, бындай туфли һәм итектәр саңға ла, сыйылыуға ла бик тиҙ бирешә, шуға күрә гел генә үҙең менән махсус щетка йә салфетка йөрөтөргә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡуныҡҡа ҡаршы – аспирин Составында ацетилсалицил кислотаһы булған дарыуҙарҙы, ҡулланыу ваҡыты үтһә лә, ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙы йорт эштәрендә лә файҙаланып була.Мәҫәлән, вазалағы ҡуныҡты бөтөрөү өсөн уны һыу менән тултырып, бер төймә аспирин төшөрөп болғағыҙ ҙа дарыуҙың тулыһынса иҙелгәнен көтөгөҙ. Һуңынан һыуын түгеп, вазаны һәйбәтләп йыуығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 302 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быны хәҙер ни эшләтәйем икән?! Хужабикәләрҙең күбеһе артып ҡалған ризыҡты ҡайҙа итергә белмәй аптырай. Ташларға ашыҡмағыҙ!
Теләһә ниндәй һалҡын аштарҙы ла яңыртып була. Бының өсөн уларҙы, томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға ғына кәрәк. Ә табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ваҡ-төйәк –  шәп табыш Инглиз телендәге ике һүҙҙең – “life” (тормош) һәм “hack” (табыш, рецепт) – ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән “лайфхак” төшөнсәһе көнкүрештәге ҡулланыу өсөн уңайлы “уйлап табыуҙар”ҙы аңлата. Ҡәҙимге ваҡ-төйәктән ябай һәм бик ҡулай нәмәләр эшләп була икән. Бөгөнгө тупланмала шундай бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Хужабикә ихласлап тәмлекәс әҙерләргә булдымы, рецепттар яҙылған дәфтәренә уңайлы һәм таҙа урын табыу мәсьәләһе алға килеп баҫа. Бының өсөн шкаф тотҡаһына махсус ҡаптырмаһы булған элгес ҡуйып, ярҙамсы-дәфтәрҙе шунда ҡыҫтырып ҡарағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бысраҡ” телефон Кеҫә телефонын йәшендә лә, ҡартында ла күрәбеҙ хәҙер. Ҡайһыларында хатта бер нисә төрлөләре лә осрай. Был телефондар өйҙә лә, эштә лә, юлда ла мөһим әйбергә әүерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндәлектә булһын тик “5”тәр! Бер нисә көндән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫасаҡбыҙ. Өс ай дауамында һағындырып өлгөргән белем усаҡтары шат малай һәм ҡыҙҙарҙың гөрләүе менән тулыр, ҡыңғырау, дәрес әҙерләү кеүек төшөнсәләр ҙә яңыса һулыш алыр.
Һис шикһеҙ, уҡыу йылы баланан ғына түгел, ата-әсәнән дә етди иғтибар, тырышлыҡ талап итә. Уның ҡарауы, кем генә “бишле” билдәләрен алып, һәр эште ваҡытында башҡарып, көләс күңел менән белем эстәргә хыялланмай!
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салатымдан  ауыҙ итегеҙ!” Уңған хужабикәләрҙең өҫтәле ҡыш уртаһында ла йәшелсәнән, төрлө емеш-еләктән әҙерләнгән тәмлекәстәрҙән һығылып тора. Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр минуты алтынға бәрәбәр: файҙалы, үҙенсәлекле салаттар, ҡайнатмалар эшләп өлгөр генә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 336 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биҙәүестәрҙе ҡайҙа  һәм нисек һаҡларға? Был һорауға яуап табыр өсөн тәүҙә алҡа-балдаҡтарҙың нимәнән эшләнеүен асыҡлау мөһим. Шулай ҙа барлыҡ биҙәүестәргә ҡағылышлы бер нисә ҡағиҙәгә ҡолаҡ һалыу яҙыҡ булмаҫ. Бижутерияны, ювелир әйберҙәрҙе лә ҡоро, ҡараңғы урында тоталар, сөнки металл да, таштар ҙа дымды “яратмай”. Бер нисә металды бергә һалмағыҙ: көмөш менән алтын бер-береһенә кире тәьҫир итеүсән. Бижутерияны ҡиммәтле металдан айырым һаҡлағыҙ. Яһалма ташлы биҙәүестәр өсөн ағас ҡумталар бик ҡулай, шулай уҡ уларҙы мамыҡ сепрәккә төрөп ҡуйыу килешә. Юғиһә, яһалма кристалдарҙың сыйылып йә сатнап ҡуйыуы ихтимал.
Ювелир әйберҙәрҙе даими тәрбиәләп, махсус матдәләр ярҙамында таҙалап тороғоҙ. Уларҙы кейер, тағыр алдынан фланель сепрәк менән һөртөгөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙҙәр  ни һөйләй? “Күҙ һал һин күҙемә,
Ул һөйләр үҙеңә
Телдәрем әйтә алмаҫ һөйөүҙе...”
тигән юлдар бар бер йырҙа.
Кешенең ҡарашынан ғына уның күңел торошо, сәләмәтлеге хаҡында байтаҡ мәғлүмәт белеп була. Технологиялар йылдам үҫешкән был заманда күҙҙәргә ярайһы уҡ көсөргәнеш кисерергә, ҡулайлашырға тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 272 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтын балдаҡ,  ҡуш беләҙек алып килермен тинең...” Ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге ҡулына матур балдаҡ, беләҙек тағып йөрөргә ярата. Әммә кешене биҙәүестең күплеге түгел, ә килешле, зауыҡлы итеп һайланыуы матурлай. Дөрөҫ алынмаған балдаҡтың, мәҫәлән, һеҙҙең етешһеҙлектәрегеҙгә тағы ла нығыраҡ иғтибар йүнәлттереүе ихтимал. Ошондай хәлдә ҡалмаҫ өсөн, түбәндәгеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- оҙонса ташлы балдаҡтар бармаҡтарҙы – нәҙек, ҡулды нәзәкәтле, нәфис итеп күрһәтә;
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына