Ирҙәр ишәйһен Ишәйҙә... Ишәй ауылында ирҙәр йыйыны үтте. Ғәҙәти булмаған сараға – “Ҡалын туйы” байрамына көслө зат вәкилдәре йыйылды. Ишәй ауылы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова, ауылдаштарын тәбрикләп, был сараның күптәнге ниәт булыуын белдерҙе. “Көслө рухлы ир-егеттәр – илебеҙ ҡеүәте”, – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңеле һәр саҡ эҙләнеү юлындаУңышлы ижад осорон кисергән талантлы режиссер Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы Килһенбаеваның тормош юлына күҙ һалһаң, кеше ғүмеренең дә тап тәбиғәттәге кеүек төрлө миҙгелдәргә бүленеүенә тағы бер ҡат инанаһың. Нефтекама дәүләт филармонияһына ҡуйыусы-режиссер булып инде олпат йәшендә килгән Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәҙәниәт усағының ижади тормошон яңы алымдар менән байытып, матурлап ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡта ла бәхет бар Өс ауылды берләштергән Яңы Балапан ветерандар советы рәйесе Рәжәп Малыбаевтың буш сағы юҡ тиерлек: йә ул Мораҡай ауылына юллана, йә Йәнекәйҙә йәшәгән оло йәштәгеләрҙең хәлен белешә, уларҙың теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ауыл хакимиәтенән алыҫыраҡ йәшәгән халыҡтың көндәлек проблемаларын урында хәл иткән, уны биләмә башлығына йәки район етәкселәренә еткереүсе ролен дә үтәй бөгөн ветерандар советы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 894 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйҙәр йылы буласаҡ Әгәр йорттарҙа йылы һәм яҡты булһа, крандарҙан һыу килеп торһа, тормош-көнкүреш итеү күпкә еңел икәнлеге бәхәсһеҙ. Үрге Тәтешле ауылы халҡына әлеге уңайлыҡтарҙы “Коммсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тыуҙыра. Йәмәғәт ойошма, предприятиеларҙы һәм халыҡты йылылыҡ энергияһы, һыу менән тәьмин итә, ағынты һыуҙарҙы таҙарта, торлаҡ фондына идара итә, бер үк ваҡытта йылылыҡ системаһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төйәгенең тоғро улы Кеше хеҙмәте менән үҙе йәшәгән ерҙә оҙаҡ йылдарға етерлек яҡшы эҙ ҡалдыра алһа, тимәк, уның ғүмере бушҡа үтмәгән. Ошондай ил азаматтарының береһе – Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә тыуған ерендә гөрләтеп донъя көткән Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Нәзиров.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кама һыуҙарында ҡул сайҡаны баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар Дүшәмбе көн “Әҙәби нағыш” марафоны Беүә буйҙарын төйәк иткән Яңауылдан ярты биләмәһен Ағиҙел, икенсе яртыһын Кама һыуҙары йыуған Краснокама тарафына юлланды. Ошо район ерҙәрендә урынлашҡан Нефтекамала ул тәүге туҡталыш яһаны. Был ҡала “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәни үҙәге” исемен күптән йөрөтә. Әбейҙәр сыуағының хозур көнөндә ут күршеләре яңауылдарҙы, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, Өфөнән иртүк килеп еткән ҡунаҡтарҙы көлөп-йылмайып ҡаршыланы ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Cираттағы  йыйындың  Өфөлә үтеүе ихтималСанкт-Петербургта Европа-Азия ҡатын-ҡыҙҙарының форумы асылды. Социаль хәүефһеҙлек, халыҡ-ара эшмәкәрлек, гүзәл заттың иҡтисадта һәм сәйәсәттә тотҡан урыны хаҡында һөйләшеү менән башланып китте был сара. Ойоштороусылары – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ағзаларының парламент-ара ассамблеяһы һәм Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалам эҫкертендә йәшәгән малай Ваҡыт ағын һыу менән бер: уҙа ла уҙа. Яугирҙәрҙең иң йәштәренә лә 87 тулып үтте. Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға районыбыҙҙа ни бары һигеҙ ветеран ҡалды. Шуларҙың береһе — Камил Алсынов. Камилдың атаһы Әғзәм Сафуан улы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, тәре менән бүләкләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шукшин рухы йәшәй Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Станиславский исемендәге премия лауреаты, актер һәм режиссер Олег Хановты сираттағы уңышы менән тәбрикләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлназ Шафиҡова — мәғариф министры Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 29 сентябрҙә Гөлназ Шафиҡованы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәңгәр күкте аҡ йондоҙҙар матурлай. Болондо төрлө төҫтәге сәскәләр биҙәй. Урман кеше күңелеләй серле булыуы менән гүзәл. Күл моңо хис балҡыта. Шишмә йыры йөрәк ярһыта. Ҡырҙағы туҡ башаҡтар — ил байлығы. Һәр зәррә, есем, һын, әйберҙең тамыры бар. Тамырҙан нигеҙ тармаҡлана. Тармаҡтарҙан олондар күбәйә. Олондар ботаҡтар менән ишәйә. Ботаҡтар япраҡ яра. Япраҡтар йәшәү хозуры булып сибәрләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алайғыр ауылын таң ҡалырлыҡ матур болондар, көмөштәй ялтырап ятҡан күлдәр, икһеҙ-сикһеҙ урмандар уратып алған. Бейек урында урынлашҡанға күрә, йорттары ла алыҫтан уҡ күренеп, һине сәләмләп тора. Был — минең атайым Нурислам Нәзировтың тыуған төйәге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килде шундай заманалар:
Көрәш майҙаны — илем.
Ярты юлда туҡтап ҡалыу —
Барыбыҙ өсөн үлем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, мине Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр һәм “Аҡъяр” игенселек совхозының баш ветеринар табибы итеп тәғәйенләнеләр. Иген совхозы булып һаналһа ла, унда бик күп һыйыр малы, ҡуй, сусҡа һәм йылҡы ла үрсетелде. Райондың ҙур хужалыҡтарының береһе ине ул. Йәмғеһе 14 500 баш һарығы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, профессиональ башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалған мәшһүр шәхес Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулды. Бер быуат элек ижадында ғәҙеллекте даулаған, заманына күрә юғары мираҫ ҡалдырған шағирҙы, уның ижадын пропагандалау, йәш быуынға еткереү маҡсатында республикабыҙҙа бихисап саралар үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 26 Алға
Бит башына


Заходите на главную страницу интернет магазина для беременных СкороМама