“Бал өсөн яралтҡан Хоҙай был ерҙе” — Итәғәтле булып күренер өсөн түгел, ә ысын күңелдән шуны әйткем килә: мин умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бар илдә лә булдым, ләкин был шөғөлдөң Башҡортостандағы һымаҡ быуындан-быуынға ҡалдырылып килеүен, күсәгилешлелеген башҡа бер ерҙә лә күрмәнем. Бында тармаҡтың киләсәге бар, — тине балалар ярышын ҡарап сыҡҡандан һуң Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Жиль Ратиа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһам бирә Әй, Йүрүҙән... Башҡорттар, тыуған ере менән ғорурланып, шундай риүәйәтте йыш һөйләй. Имеш, бер заман Аллаһ бар халыҡтарға ер өләшергә булған. Бындай шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, һәммәһе кемуҙарҙан йүгергән. Тик нәҡ шул мәлдә башҡорттарға ҡунаҡтар килеп төшкән, ти. Уларҙы яңғыҙ ҡалдырып, ер артынан сығып китеп булмай! Йолаһына ярашлы ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, матур итеп һыйлап ҡайтарғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө икән, өлгө булһын Быйылғы кәңәшмә яңы асылған “Sheraton” отелендә уҙҙы, уның барышын мәктәптәрҙә онлайн-режимда ҡарау мөмкинлеге лә булды. “Мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙең интеграцияһы” тип аталған был сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Раил Әсәҙуллин,
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашҡынып, һағынып көткән көнөбөҙ Ҡәҙерле балалар!
Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙе 1 сентябрь байрамы менән ихлас тәбрикләйем!
Белем көнө — ысын мәғәнәһендә бөтөн халыҡ байрамы ул. Һәр беребеҙ ҡасандыр тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инде, ә аҙаҡ сығарылыш кисәһендә белем усағы менән хушлашты. Иң элек бөгөнгө уҡыусыларҙы, студентта
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алыҫтағы ҡояш Ҡеүәттәрең һинең ифрат сикһеҙ,
Нишләтһә лә инде эшләтә,
Асыуланған тулҡын менән бергә
Ағып китте һалам эшләпә... —
тигән юлдарҙы яҙырға насип булды һәм башҡа ваҡытта уяуыраҡ булыуҙы иҫкәртте лә кеүек беҙҙең һымаҡ асығауыҙҙарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мысыр президенты Әбдел Фәттәх ас-Сисиҙың Мәскәүгә ике көнлөк эш сәфәре, Японияның Ҡытай менән мөнәсәбәтен яйларға ынтылыуы һәм башҡа ваҡиғалар үткән арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡса эштәре ваҡыты
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәжметдин иркенләп кирелде. Торғоһо килмәне. Дивандың стена яҡлап өлөшөндә ятҡан Мәстүрә уның аша атлап тигәндәй үтте. Шифоньер ҡырына барып, сүгәләп кенә төнгө күлдәген һалды, шундуҡ көндөҙгөһөнә үрелде. Эх, бер генә мәл! Ярата ошо күҙ асып күҙ йомғандай арауыҡ ваҡытта ҡатынын ҡарап ятырға Нәжми. Был ҡарашты Мәстүрә лә тоя: кәйефе булғанда юрамал теге кейемен эҙләгән булып ваҡытын һуҙа, был кейеменең ҡайһы ерелер оҡшамай. Ә кәйефе булмағанда: «Йә, тор! Нимә күҙеңде безерәйтеп ятаһың?! Төн етмәнеме һиңә, бурһыҡ шикелле йоҡо һимертмәҫкә ине!» – тип, ҡатын-ҡыҙҙы яратҡанда Аллаһы Тәғәлә төрлө йәнлектәрҙең бер һыҙатын һалғандарҙан йыландың ағыуын сығара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй:
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй
Ком: 0 // Уҡынылар: 830 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ставрополдә йәшәүсе бер түрәнең ил башлығына “аҡыллы” кәңәш, тәҡдим менән сығыуы тураһында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ауылда тыуып, ерҙә көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ тир түгеп, башҡаларҙы туйындырам тип йәшәүсе крәҫтиәнде тағы ла ҡыҫыу икән был ғәләмәт. Йәнәһе, ауылдарҙа ҡош-ҡорт тотоусылар, мал аҫраусылар күбәйеп киткән. Саманан артыҡ иткә, майға, йомортҡаға туйып, аҙыҡ-түлекте ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә йөрөйбөҙ икән. Был хәлдән ҡотолоу сараһын табырға кәрәк, ти.
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына