Уйлы-хисле шиғриәт Йәш ҡәләмдәшем Алмас Шаммасовтың “Яңынан тыуыу” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын ҡулға алғас, ижад һуҡмағында тәүге аҙымдарын яһағандарға ҡарата талапсан һәм бер үк ваҡытта атайҙарса миһырбанлы мөғәмәләһе менән һоҡландырған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо юҫыҡтағы бер мәҡәләһендәге юлдар иҫкә төштө: “...әүәл миндә гел ошондай һорау тыуа: “Әйтер һүҙе, раҫлар иманы, шикләнер шиктәре бармы икән бының? тим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштәренән халыҡ ҡәнәғәт Тәбиғәт йәй менән хушлашырға өлгөрмәһә лә, “Коммунальник” йәмғиәте эшсәндәре күптән ҡышҡы хәстәрлектәр менән йәшәй. — Коммуналь хужалыҡ өсөн ҡыштың һәр көнө — һынау. Шуға был осорға әҙерлекте йылытыу миҙгеле тамамланғас та башлайбыҙ, – ти предприятие етәксеһе Фәнис Насиров. – Ремонт эштәре алдан раҫланған план буйынса алып барыла. Өҫтәүенә халыҡтан да заявка йыйып, һәр береһен ваҡытында хәл итеү сараһын күрәбеҙ. Ошо арала ҡышҡа әҙерлекте тулыһынса теүәлләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәштәрҙең иҡтисадта  ныҡлы урыны булһын ине…” Нефтселәрҙең һөнәри байрамы алдынан “Геофизика” фәнни-тикшеренеү фирмаһы баш ғилми хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техник хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған яғыулыҡ һәм энергетика хеҙмәткәре Вил Ғайса улы ӨМӨТБАЕВҠА үҙенә һәм эшенә ҡағылышлы бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мамонтмы,  әллә динозаврмы? 2-се Иҙелбай ауылында йәшәгән Рәжәп Ҡазыханов өйөнә канализация үткәреү өсөн ҡулдан траншея ҡаҙа. Балсыҡ ҡатыш ташты ике метрҙан ашыуыраҡ соҡоғас, ҙур хайуан тешенә оҡшаған һөйәккә юлыға. Ҡом-ҡырсындан таҙартып ҡараһа, уның хатта эмале лә һаҡланғанын күрә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаларыңа зыяным теймәне…” Бүреләр тураһында бала саҡтан хәтерҙә һаҡланып ҡалған әкиәттәр, йырҙар бихисап. Уларҙың аҙағы матур тамамлана, һоро юлбаҫарҙар һәр саҡ аусылар ҡулына эләгеп, яуызлыҡ еңелеп, яҡшылыҡ өҫтөнлөк ала торғайны. Бөгөнгө яҙмамда иһә ысын бүреләр тураһында бәйән итмәксемен. Мәкерле йыртҡыстың яҡын булыуынан тән сымырҙауын үҙемдә өс тапҡыр тойорға тура килде. Шул мәлдәр бөтөн эске халәтемде биләп алып, күңелдә онотмаҫ хәтирә ҡалдырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Арҡайым менән йәштәш булыуы ихтимал Байыш ауылы янында бронза дәүеренең үҙенсәлекле ҡәлғә-ҡаласығында эҙләнеү һәм ҡаҙыу эштәре буйынса “Ulak-2015” проекты ғәмәлгә ашырыла. Экспедиция составында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса ғилми үҙәк, этнологик тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре, студенттар, волонтерҙар бар. Йәмғеһе 30-лап кеше эшләй. Сараның ойоштороусыһы – Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәйҙәр ылау ҡаршыларға әҙер Белгестәр фаразлауынса, быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрөнән алынған уңыш былтырғынан кәм булмаясаҡ. Иң мөһиме — уны юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Әлбиттә, төп көс “татлы тамыр”ҙы эшкәртеүселәр иңенә төшәсәк. Бынан бер нисә йыл элек Ҡарлыман шәкәр заводының сөгөлдөр ҡабул итеүҙе туҡтатыуы оло проблемаға әүерелгәйне. Предприятиеға яҡын урынлашҡан райондар айырыуса ҙур зыян күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 425 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шаулағыҙ, ҡайындар! Районыбыҙға килгәндәр беҙҙә ҡайындарҙың күпләп ҡороғанын күргәндер, моғайын. Был процесс үтә тиҙ бара. Нимә булған һуң аҡ күлдәкле һылыуҙарға? Һорауыма яуап табырға теләп, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Стәрлетамаҡ урмансылығындағы тәжрибәле белгес-эксперт Рәшит Рәхимовҡа мөрәжәғәт иттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инсебикә, Ете ҡыҙ, Шүлгәнташ... Ағиҙелдең башланған яғындағы тәбиғәт матурлығы, байлығы менән хайран итә. Шуға ла, айырыуса йәйгеһен, туристар ифрат күп килә был төбәккә. Йәш спортсылар йылғала тәүге тәжрибә туплай: унда бигүк ҡатмарлы урындар юҡ.
Райондың Туризм һәм тирә-яҡты өйрәнеү үҙәге тәрбиәләнеүселәрен етәкселәре Зариф Йәрмөхәмәтов менән Резеда Хужина беренсе категориялы күп көнлөк һыу походына алып сыҡты. Маршрутҡа (уның дөйөм оҙонлоғо – 78 километр) Бөрйән районының Байназар, Иҫке Собханғол, Мәндәғол, Кейекбай, Аҡбулат һәм Ҡотан ауылдары инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына