Ғаилә үтәй алмаҫ бурыс бармы? Атай кеше барыһын да булдыра аламы? Әлбиттә! Быны күптән түгел уҙған байрамда ҡатнашҡан ғаиләләр йәнә бер ҡат ныҡлы раҫланы. “Атай барыһын да булдыра ала!” тип аталды күркәм сара.
Мәғлүм булыуынса, был конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Ойоштороусылары – “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфөнөң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге, “Сәләмәтлек шишмәһе” профилакторийы һәм “Тамыр” телеканалы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 352 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәхмәт, Илшат! Беҙ һинән ризабыҙ!” Скрипка моңо һис кемде битараф ҡалдырмайҙыр ул. Бәндәне үҙ асылына ҡайтарып, ваҡ донъяуи мәшәҡәттәрҙән арындырып, йөрәген һөйөү менән тултыра. Тарих төпкөлөндә тыуған боронғо, хисле башҡорт нәҫелдәренең зиһенен, күңелен үтә лә ярһытып ебәрә, әйтә алмаған һүҙен, донъяны яратыуын, үкенесен ишеттереп, йәнен таҙарта. Күрәһең, шуғалыр, ирекһеҙҙән илай башҡорт скрипка тыңлағанда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Илемә бөркөт булып осоп ҡайтырмын” Милләтенең данын төшөрмәй.
Атайымдың ҡустыһы Фуат Минһажетдинов 1943 йылдың декабрендә 17 йәшендә генә һуғышҡа алына. Ике туған шулай аймылыш була: береһе яуға китә, икенсеһе ҡайта...
Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарынан һуң, 1926 йылда тыуа ул. VII класты тамамлағас, ҡалаға уҡырға барған еренән, өләсәйем Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙына балаларҙы аҫрауы ауыр булғас, ауылға кире ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миәкәләр тауыш биреүгә әҙерме? Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге кеүек тойолһа ла (ни тиһәң дә, Президент һайлауҙары түгел бит), төптәнерәк фекер йөрөткәндә, сәйәси сараның ифрат мөһим икәне хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ни тиһәң дә, был көндә һайланасаҡ депутаттар һәр муниципаль берәмектәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 421 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман – булдыҡлы  ҡулында Ун йыл элек районда газ үткәргес һуҙыу эше киң йәйелдерелә. Был йүнәлештәге төҙөлөштәргә ихтыяж барлығын иҫәпкә алып, шул мәлдә Таһир Мөниров “Монтаж-сервис” йәмғиәтен ойоштора. Предприятие төҙөлөш баҙарында тиҙ арала танылыу таба. Уңышлы эшмәкәрлекте баһалап, район хакимиәте Таһир Әғзәм улына тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтә – Ҡариҙел ауылындағы газ ҡаҙанлығын һәм һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүҙе уның йәмғиәте ҡарамағына тапшыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай ҡайышы– Ильяс, һиңә нимә булды? – тип төпсөнөргә тотондо Әлиә апайым.
– Бер ни ҙә булманы.
– Ә ниңә һәр ваҡыт минән йәшенәһең? Берәй нәмә әйтһәм, ишетмәмешкә һалышаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1033 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман да фән юлында Билдәле ғалим, профессор, социология фәндәре докторы Рәшит Исмәғил улы Ирназаров 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман да ныҡлы ҡалҡан Ирем Әнүәр Сөләймән улы – ғаилә тотҡаһы, ил ҡалҡаны булған уҙамандарҙың береһе. Икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙ Ватан, бәхетле тормош өсөн яуҙа батырҙарса көрәшеп баш һалған.Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, Әнүәр бәләкәй саҡтан бөтөн эште белеп үҫә. Ауырлыҡтарҙа сынығып, ысын ир-егет булып буй еткерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул беҙҙең Әминбәк ине... – Әгәр мине сатрашта еңһәң, тәхеткә ултырасаҡһың. Ә инде еңелһәң – башыңды киҫәм! Һин ризамы? – тип һораған батша.
– Риза! – тигән Әминбәк. – Уйнайбыҙ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыбайлылар һуҡмағы буйлап Ошо көндәрҙә Белорет районының Ҡағы ауылы янында өс көнлөк “Һыбайлы һуҡмағы-2015” атлы туризм фестивале тамамланды. Өфө, Стәрлетамаҡ, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар туристик йүнәлеште билдәләү һәм һыбай йөрөү оҫталығы буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәләргә ярашлы Өфөнөң “Уҡ” командаһы еңеүсе тип танылды. Ундағы иң әүҙемдәрҙең береһе Надежда Маликова – атлы туризм буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына