Тормош ҡаҙанында ҡайнай Малай Өфөнән бигүк алыҫ түгел, 80 саҡрым самаһы ғына йыраҡлыҡта ятһа ла, Малай ауылын төпкөлдәр рәтенә индерергә булалыр. Ҡырмыҫҡалыны Ғафури, Ауырғазы, Архангел райондары менән бәйләгән, йәмле Ағиҙел, береһенән-береһе матур күлдәр буйында урынлашҡан төйәктә үҙеңде тормоштоң айырым утрауына килеп эләккән кеүек тояһың:
Ком: 1 // Уҡынылар: 1099 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло юлға һирәктәр генә сыға ала Журналистикаға кеше төрлө юлдар аша килә: берәүҙәрҙе романтика тарта, икенселәрҙең, күңеленә тулышҡан уй-хистәрен, тойғоларын ҡағыҙға төшөрөп, башҡалар менән уртаҡлашҡыһы килә. Йәшермәйем, хәбәрсе һуҡмағына аяҡ баҫҡас та телгә алғандарҙың күбеһендә яҙышыу теләге юғала башлай, күңел тырызы бушай бара. Ошо һуҡмаҡ шырлыҡтан, һикәлтәнән, таш-ҡаянан үтә башлаһа, бөтөнләй ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел — оло юлға сыға алмай. Тәү сиратта журналистика — журналист һөнәрен һайлаусылар өсөн ҡырыҫыраҡ, рәхимһеҙерәк.
Ком: 1 // Уҡынылар: 788 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәүһәрҙәрҙән ҡиммәт аманат “Һинең хаҡта үҙең түгел, эшең һөйләһен”, — ти мәҡәл. Оялсан ҡарашлы, һорғолт ҙур күҙле, зифа буйлы, кеше менән һәр саҡ алсаҡ, йылмайып һөйләшеүсән, илгәҙәк Гөлгөнәгә ҡарап, белмәгән әҙәм: “Эйе, матур ҡатын! Башҡорттоң да бындайы була икән?!” — тип тел шартлатыуҙан ары китмәҫтер. Ә Гөлгөнә Баймырҙинаны, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесен, яҡындан белгән кеше ошо оялсан ҡараш, мөләйемлек, ҡатын-ҡыҙға хас нәфислек алиһәһенең иңендә төбәк кимәлендә тиҫтә йылдар дауамында гөрләп үтеп торған күпме проекттар, бәйгеләр, фестивалдәр ятҡанын белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тотороҡло үҫешкә мөмкинлек Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ журналистар менән осрашты.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл 13 сентябргә тура килгән Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың барлыҡ биләмәләре лә ҡатнашасаҡмы? Кемдәрҙе һайлаясаҡбыҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Раббыбыҙ  шатлыҡтан айырмаһын арыйҙарҙы! “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тип әйтер булған Нух ғәләйһис-сәләм. – Шул ваҡытта Раббыбыҙ күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, тәбиғәттең был күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Ул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
УРЛАНҒАН БАЛА САҠ З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байтаҡ китап сығарҙы. Улар араһында билдәле шағирә, талантлы журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған бала саҡ” тигән йыйынтығы ла бар. Китап бала һәм үҫмер саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килгән олатай-атайҙарыбыҙҙың, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙең, ағай-апайҙарыбыҙҙың иҫтәлектәренән тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл хужалығын үҫтерәм тиһәң… Минең быуын йәштәренең ауыл хужалығы өлкәһенә күпләп ағылыуының оло бер сәбәбе бар ине: 1980 йылда илебеҙҙә ҙурҙан ҡубып Аҙыҡ-түлек программаһы иғлан ителде. Ҙур ил халҡын туйындырыу өсөн бик күп сара ҡаралған ғәйәт киң программа ине, уны Сталиндың индустриялаштырыу, Лениндың электрлаштырыу программалары менән генә сағыштырып булалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетле ғүмер көҙө Тормош юлы бәхетле мәлдәргә бик бай уның: көтмәгәндә Свердловск тау институтында белем алыу форсаты тейеүе, ғүмерлек йәрен осратып ғаилә ҡороуы, булдыҡлы, лайыҡлы балалар үҫтереүе, Сибайҙа баҡыр мәғдәне ятҡылығын табыуы, тыныслыҡта, тигеҙлектә ҡартлыҡ кисереүе... Һүҙем – ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләгән уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған геологы, Сибай ҡалаһында йәшәгән хеҙмәт ветераны Сарим Ғәлимов хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аманат Оҙон ауыр юл. Шағор-шоғор килгән арба тәгәрмәсе, батҡаҡ өҫтөнә һарҡып өҫкә сыҡҡан һыуҙы сәсрәтеп, күләүек эсенә яртылаш инеп күмелә лә, аҡтарып, һытып, ларс-лорс килеп сыға. Ауҙарылып яуған дәһшәтле, йәшенле ямғырҙан һуң ойоп ултырған урман һаман уяна алмай иҫәңгерәп ҡалған. Әйтерһең дә, туҡтауһыҙ һелкенгән арба ыңғайына бәүелә-беүелә барған ике ирҙең ауыр уйҙары тәбиғәткә күсеп уҡмашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ һаны артамы?.. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йыл баштарында, Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты хаҡында декларация ҡабул ителгәс, “Аҡ тирмә” клубы йыйынында Рәшит Шәкүр башҡорт халҡы алдына ошондай йәшәү программаһы ҡуйғайны.
Егерме биш йыллап ғүмер үтте, нимәгә өлгәштек беҙ? Башҡорттар Рәсәйҙә ике миллионға яҡынлашты, илдә милек эйәһе алмашынды, йәмғиәт ҡоролошо үҙгәрҙе. Әлбиттә, ҡалаларыбыҙ үҫте, күккә ҡалҡты, ә халыҡ етеш йә мул йәшәйме? Колхоз, совхоздарыбыҙ юҡҡа сыҡты, милләттәштәребеҙҙең күбеһе эшһеҙ ҡалды йә, аҡсалы урын эҙләп, Себер яҡтарына сығып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына