Миләштең уңыуы – көҙ сыуаҡлығына Райондың “Урал” ауыл хужалығы кооперативы водителе Хәлим Нурғәлиев быйыл хеҙмәт юлының 38-се көҙөн ҡаршылай. “Тимер ат”ты армияға тиклем үк “йүгәнләгән” ағай йәштәргә биргеһеҙ. Үҙе кеүек тәжрибәле, тырыш хеҙмәттәштәре Ризат Миңлебаев, Зариф Исламов, Алег Бабаджанов, Ғәйфулла Ғәлләмов, Салауат Лотфуллин, Рим Миңлебаев, Рәмил Саҙретдиновтар менән алмашлап, көндө төнгә ялғап эшләй ул. Тәүлегенә – тиҫтәләгән рейс...
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыйнаҡ талант Ул бәләкәй сағында Шишмә районының Сыуалкип мәктәбенән “Башҡортостан пионеры”на бик йыш хәбәрҙәр ебәрә торғайны. Үҙе хаҡында яҙыр өсөн хатта ауылына барырға, өйөндә булырға тура килде. Аҙаҡ Өфөлә хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыны. Артабан Башҡорт дәүләт университетында белем алды. Ейәнсура районында уҡытыусы булыу менән бер рәттән Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе сифатында көн дә ҡыҙыҡлы материалдары менән эфирға сыҡты.
Ком: 2 // Уҡынылар: 943 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтер ҡуҙҙарын тере килеш һаҡлай Зөһрә Ҡотлогилдинаны студент йылдарҙан беләм. Хәтерем яңылышмаһа, ул минән ике курсҡа түбән уҡыны, ә бүлмәлә курсташ ҡыҙҙарым менән йәшәне. Ара-тирә килгеләгән саҡта был бәләкәй генә, сибек кенә ҡыҙыҡайҙың мандолинала уйнағанын күрә инем. Йырлағанын һуңыраҡ ишеттем дә аптырап ҡуйҙым: был саҡлы моңло тауыш ҡайҙан килә икән? Шиғырҙарын, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы беләм. Ғүмере буйы “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә эшләүе барыбыҙға ла мәғлүм.
Ком: 2 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер көҙөнә йәм өҫтәп Хәлил ауыл биләмәһендәге йәмле Сағыл буйында, Дарыулы йылғаһы боролошонда тәүге тапҡыр район ветерандарының һабантуйы ойошторолдо. Хәлил мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ойошторолған матур сараға райондың барлыҡ ауыл биләмәләренән ветеран ойошмалары рәйестәре, ағзалары йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡумыҙҙың асылаһы  серҙәре  күп әле” Интернет селтәре, яңылыҡтар хеҙмәте күренекле яҡташыбыҙ, данлыҡлы ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананың Тлеп-ҡумыҙ һарайында үткән “Тарих һәм мәҙәниәт” этник мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсында Гран-при яулап ҡайтыуы хаҡында аҙна элек үк хәбәр иткәйне инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Атайымдан күп һөнәргә өйрәндем” Йәш саҡта Белорет, Әбйәлил райондары аша аҡҡан Ҡағы йылғаһын күреп хайран ҡалғайным. Иҫ китерлек тә шул: Хоҙай тәбиғәттең бөтөн байлығын ошо һыу буйына туплаған кеүек. Йылға ярында текә ҡаялар, үркәс-үркәс тауҙар, ҡуйы урмандар теҙелеп киткән. Бындағы емеш-еләктең дә төрлөлөгөнә иҫең китер. Йылға буйында балыҡсыларҙың күп йөрөүе лә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәйефең нисек, игенсе? Баҫыуҙарҙа – урып йыйыуҙың ҡыҙған осоро. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эште теүәл алып барыуға һауа шарттары ныҡ ҡына ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә яуым-төшөмдән һаҡланыу маҡсатында төрлө сара күрелә, һәр урында игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу ысулдары ҡулланыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһылары хәүеф менән янай? Электрлы йыланбалыҡ. Ул һөжүмдән бик һәйбәт һаҡлана. Һуңғы сиктә алыш 600 вольтлыҡ электр тогы һуғыу менән тамамлана – был һөжүм иткән кешене йәки башҡа йән эйәһен үлтереү өсөн етерлек. Йыланбалыҡ Көньяҡ Америкала һәм Амазонкала йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бағры (форель) Ул – йыртҡыс балыҡ, сәғәтенә 35 саҡрым тиҙлек менән йөҙә. Шундай осраҡтар ҙа бар: ас булһа, эреләре ваҡтарын ашай башлай. Бағры һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Боҙ аҫтында ла һәйбәт ҡышлай ала. Ул үтә һаҡ. Ауға көндөҙ сыға, 10 – 12 градуста яҡшы туҡлана. Һыуҙың йылылығы 18 градустан юғары күтәрелһә, бөтөнләй ашамай башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрҙе (хариус) Бәрҙе һалҡын һыулы, шәп аҡҡан йылғаларҙы үҙ итә. Тимәк, улар өсөн тау шарлауыҡтары айырыуса уңай. Иң эре бәрҙеләр йылғаның ышығына, уға йығылған ағас тирәһенә йәки томбойоҡ араһына йәшенеүсән. Ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән һалҡын урынға йыйылалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына