Етәкселәр сәғәтен йәлләмәй “Учкудук — три колодца...”
Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше һирәктер. Заманында уны башҡарған ансамбль СССР-ҙа киң танылыу яулағайны. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы халыҡ әле булһа үҙ итә, һәр тарафта көтөп ала. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер юлын — бер һуҡмаҡтан Был ғаиләне Балтаста белмәгән кеше һирәктер. “Моңға бай гармун” конкурсы лауреаты Наил Хафиз улы — район мәҙәниәт һарайы янындағы тальянсыларҙың “Моң” халыҡ ансамблен ойоштороусы ла, уның етәксеһе лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,  Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...” Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары
Һағыныу сәләмемде илтһәсе,
Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,
Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...
Шамил Хәмәҙинуров башҡарыуындағы был йырҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Күптәрҙе йырсының үҙенсәлекле моңо әсир итә, сөнки уны бүтәндәр менән бутау мөмкин түгел. Ысынлап та, халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уның башҡарыуындағы “Бәллүр яҙмыш”, “Төнгө серенада”, “Ҡойон”, “Парлы тормош”, “Өфөләргә барам әле”, “Үҙең аңла” кеүек киң танылған йырҙары башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Елдәй елгән, һыуҙар һымаҡ аҡҡан булдым...” Ҡайындар... Зифа, пак олонло, саф ҡайындар. Теләк тауы итәгендә ҡояш сығышына һәм күлгә ҡаратып өй күтәргәс, ихатаға хәтһеҙ генә сауҡа ултырттым. “Үҙән буйҡайҙары, ай, сауҡалыҡ, күләгәһе беҙҙең өйөбөҙ”, — тип һуҙғанмы әле йыраусылар әүәл? Баяғы Теләк тауындағы сауҡалар хәҙер инде буй еткереп, йәшел шәл бөркәнгән һылыуҙар булып китте. Мин уларҙың һәр береһенә уйымдан ғына исем биргәнмен. Әсәйем, ҡәйнәм мәрхүмәләр, хәләлем, ҡыҙҙарым, ейәнсәрҙәрем... Ҡайындарҙың япраҡ ярыуын яҙ һайын ҡояш ҡалҡҡандай көтөп алам. Улар имен булһа, тормоштоң йәме лә һаҡланыр, донъялар ҙа имен торор һымаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылда ла хәҙер завод бар Һуңғы бер һөйләшеүҙә Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров “Беҙҙә тағы бер завод эш башланы” тип хәбәр һалғайны. Ер ҡуйынынан “ҡара алтын” һурған нефтселәрҙән башҡа бер йүнле сәнәғәт предприятиеһы, иген игеү өсөн уңдырышлы ерҙәре, малсылыҡты алға ебәрергә тейешле тәбиғәт шарттары булмаған төбәк өсөн был, әлбиттә, ҙур ваҡиға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Сәләм"гә - 20!
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы китаптарЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уның төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрен урыҫ телендәге “Весенняя песень” китабында баҫып сығарҙы.
Атаҡлы шағирҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә арабыҙҙан иртә киткән Бабич рухлы шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Йыйынтыҡ башында тәржемәсенең “Уның ҡаны — беҙгә аманат” тигән инеш мәҡәләһе бирелгән.
Китапта Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары, поэмалары, көндәлектәре, мәҡәләләре, очерктары һәм әкиәттәре урыҫ телле уҡыусыларға тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадтарына лайыҡлы баһа Өфөлә конкурс комиссияһы ултырышы үтте. Унда 2015 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде. Мәғлүм булыуынса, бәйгенең икенсе турына 12 кандидат үткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин бер нәмәгә лә ышанмаған дәһри түгелмен. Микро- һәм макродонъяның уртаҡ ҡанундарға буйһоноуын, әҙәм балаһының да сикһеҙ йыһанда бер үк ҡағиҙәләр ҡамауында көн итеүен, шулай уҡ берҙән-бер аҡыллы йән эйәһе булмауын, тимәк, параллель йәшәйеш ихтималлығын да инҡар итмәйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 483 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Утыҙ йылға яҡын хеҙмәт итеп, шундай аҙ пенсия алырмын тип уйламағайным, — тип аптырай химия заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Мөкәрәмә апай. III төркөм инвалиды Ғабдулхай ағайҙың да һорауы шул: пенсия күләмен арттырып булмаймы? “Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн” тигән миҙалым бар, стажым да ҙур. Уларҙың пенсия күләменә йоғонтоһо юҡмы ни?” — ти 87 йәшлек ветеран.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына