“Донъя бәләкәй генә бит ул” Эштән ҡыҫҡартылыуҙы барыһы ла тиерлек оло бәлә тип ҡабул итһә, Баймаҡ егете Илнур ШАХМОРАТОВ бер ҙә ҡайғырып тормаған – автостоп менән донъя гиҙергә сығып киткән. Ике айҙа ул 20 мең километр самаһы юл үткән, Ҡытай, Вьетнам, Лаос, Таиланд илдәрен күргән, 150-гә яҡын автомобилгә, ундан ашыу мотоциклға һәм ике поезға ултырған. Иң мөһиме – юл өсөн бер тин дә түләмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ йәнле  аралашыуға сарсаған Баш ҡалабыҙҙың 2-се троллейбус маршруты республикалағы әҙиптәрҙең журнал һәм гәзит хеҙмәткәрҙәренең ижад, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. “Башҡорт драма театры” һәм “Колхоз баҙары” туҡталыштары араһында йөрөүселәр бер мәл Башҡортостанда иң күп тираж менән сыҡҡан фәнни-педагогик һәм методик айлыҡ журналдың – “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның – редакция коллективы менән осрашҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусылар “төньяҡ ҡапҡа”ны асты “Әҙәби нағыш” марафоны “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауылда үҙенең 40-сы туҡталышын яһаны. Ирәкте, ҡыр-танып һәм урман-гәрәй башҡорттарының вариҫтары йәшәгән Тәтешле районы вәкилдәре эстафетаны үткән йомала үҙҙәренең ҡан ҡәрҙәштәре – шул уҡ урман-гәрәй һәм уран ырыуҙары вәкилдәре – төбәк иткән Яңауыл районына тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшә әле, Ғәмбәриә әбей! — Таң атҡан һайын көн тыуып тора. Шулай туҡһанға ла еткәнме-е-ен, — ти Балтас районының Нөркә ауылында ғүмер кисергән хеҙмәт ветераны Ғәмбәриә Риянова. Татарстандың Аҙнаҡай районындағы Малбағыш ауылында 1925 йылда донъяға килгән ул. Ун биш йәшенәсә ете класс белем алырға өлгөрә, артабан күп тиңдәштәре кеүек Мәскәү ҡалаһы янына торф сығарыу эшенә ебәрелә. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иманы ныҡлы аҙашмаҫ Хоҙайҙың берҙән-берлеген инҡар итеүсе, бик тырышҡанда (секта талаптарын үтәүҙә, әлбиттә) әҙәм балаһы ла Аллаһ дәрәжәһенә күтәрелә ала, тип раҫлаусы, күп ҡатынлылыҡты алға һөрөүсе ағымдарҙың береһе — мормондар сектаһы. Бында иң хәүефлеһе, минеңсә, сектаның күңелдәргә расизм орлоҡтары сәсеүендә. Ул тәүләп ХIХ быуат баштарында Америка Ҡушма Штаттарында яралғанлыҡтан, расизмдың тәүге билдәләре негрҙарға ҡаршы йүнәлтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ хәҡиҡәтте аңлаһа... Мәктәп. Был һүҙ һәр милләт телендә төрлөсә яңғыраһа ла, мәғәнәһе, маҡсаты бер — балаға белем биреү, уны шәхес, ил тотҡаһы булырҙай кеше итеп үҫтереү. Һәр осор мәктәпкә үҙ талаптарын ҡуя. Шуға ла мәғариф өлкәһендә бер туҡтауһыҙ үҙгәреш, заманға бәйле яңыртыуҙар булып тороуына ғәжәпләнәһе түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрсөктән сыҡтыҡ шикелле... “Әстәғәфирулла! “Салауат Юлаев” – һуңғы урында”. Сентябрь уртаһында көйәрмәндәр ауыҙынан шундай һүҙҙәр йыш ишетелде. “Өфө-Арена”ға йөрөүселәр ҙә ҡырҡа кәмене.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғлүмәттәр заманында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, халыҡҡа һәр ваҡыт мәғрифәт кәрәк. Ул үҙе, бигүк һиҙеп еткермәһә лә, рухи остаздарының аҡылына таянып эш итә. Мифтахетдин Аҡмулла, Дмитрий Лихачев, Мостай Кәрим. Ошо бөйөк өс кешенең ижадында, фекерләү даирәһендә һәм рухи донъяһында бихисап уртаҡлыҡ күрәм. Ватандаштарыбыҙҙың өсөһө лә наҙанлыҡ баҫып барған донъяны яҡтыртырға, дорфалыҡты нәзәкәтлелек аша еңергә, һәр нәмәне йөрәк күҙе менән күрергә өйрәтә торғайны. Хафа-хәсрәт саманан ашып, йөрәк күкрәктә ситлеккә ябылған бахыр ҡоштай сәбәләнгән саҡтарҙа әйләнәбеҙ ҙә Аҡмуллаға, Дмитрий Сергеевичҡа, Мостафа ағайға күҙ төбәйбеҙ. Дөрөҫөрәге, уларҙың ижадынан һәм тормошонан үҙебеҙгә генә билдәле һуҡмаҡтар эҙләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыш ҡына телефонға төрлө кеше шылтырата, мәҫәлән, төрлө банк, телефон операторҙары. Алдан иҫкәртеп ҡуялар: “Һөйләшеү яҙылып бара”. Йәнәһе, ул-был була ҡалһа, уның һеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы ихтимал. Күп йәмәғәт урындарында махсус иҫкәртеү элеп ҡуйылған: “Видеотөшөрөү бара”. Халыҡ был хәлгә өйрәнеп тә бөттө шикелле. Теге йәки был кешенең икенсе берәүҙе йәшерен рәүештә төшөрөп алған сюжеттары йыш ҡына енәйәт эштәрен асыуға булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Грецияла “Сириза” партияһының сираттағы мәртәбә еңеү яулауы, АҠШ менән Рәсәйҙең Сүриәләге низағты бергәләп хәл итергә ынтылыуы, Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяхуҙың ҡапыл Мәскәүгә килеүе һәм башҡа ваҡиғалар уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына