“Ғалимды  тыйнаҡлыҡ биҙәй” Тормоштоң төп нигеҙе – фән. Әгәр ул үҫешмәй, бер урында торһа, йәшәйеш артҡа тәгәрәй башлай. “Совет осоронда илебеҙҙең фәнни ҡеүәте ҙур булғанлыҡтан, донъяла алдынғы дәүләт инек” тигән һүҙҙәрҙе өлкән быуын вәкилдәренән күп ишетергә тура килә. Йыһан карабында ғаләмде яулауҙы ғына алғанда ла, ысынлап та, дәүләтебеҙҙең ул замандағы көсө, ғалимдарҙың асыш яһарға ҙур ынтылышы һоҡланыу тыуҙыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡалды көсөм көрәш майҙанында, халҡым, һинең өсөн!” Һәр шәхес, бигерәк тә ижадсы, иленең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Йәшәйештең туған милләтенә булған кире йоғонтоһона көйөнә, бөтөрөнә, ә халҡының бәләкәй генә уңыштары уға шатлыҡ килтерә. Бөтә күңелен биреп бошона һәм шатлана ул.
Ихласлыҡ – этик категория булыуҙан бигерәк психологик һыҙат, минеңсә. Сөнки кеше шәхес кимәленең бейеклегенә ни тиклем юғары күтәрелһә, ихласлыҡ та шул тиклем үк үрҙә була. Ундайҙар ике йөҙлөлөктән, алдаҡсылыҡтан, нахаҡ йөрөтөүҙән азат. Әйтер һүҙен тура ҡарап әйтә, ҡурҡыуҙы, алан-йоланлыҡты үҙ итмәй. Бындай шәхестәр рухи ныҡлығы менән айырылып тора…
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғриәттең баҡый күктәренән тауыш бирә халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, перспективалар” I республика форумы, шулай уҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Байрамды асыу тантанаһында ҡотлау һүҙе менән Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы һәм яҡты булһын өсөн Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе энергетика хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына энергетика селтәрен тағы ла киңәйтеү, ошо өлкәләге хеҙмәттәрҙе тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү бурысы билдәләнгән. Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға лайыҡлы өлөш индерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан “Газпром газораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикабыҙҙа көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау йәһәтенән сираттағы айлыҡ үткәрә. Ҡулланыусыларҙың иғтибарын йорттарҙа һәм фатирҙарҙа газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү зарурлығына йүнәлтәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ килде, яҙ! Йылдың күрке,
Тик тар Мәскәүҙә түгел.
Эй Дим яҙы! Ҡояш наҙы
Иркәләй, нурын бүлеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда матур ерҙәр бик күп, әммә Краснокама районы үҙенсә йәмле. Уны башҡа бер төбәк менән дә бутап булмай. Етеҙ Танып – Ағиҙелгә, ә Ағиҙел Ҡыҙыл Камаға барып тоташҡан ғәжәйеп йәмле ерҙәрҙә шиғри йәнле кешеләр йәшәй. Ошонда тыуып үҫеп, аҙаҡ бөтә илгә танылған яҙыусы, шағирҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала был яҡ кешеләре. Билдәле башҡорт шағиры Муса Йәһүҙин (Мусаниф), күренекле татар драматургы Ғамир Насыри, Мари Иле Республикаһының халыҡ шағиры Александр Юзыкайн, трагик яҙмышлы талантлы татар шағиры Эдуард Мостафиндарҙың исемдәре әҙәбиәт тарихында ғүмерлеккә тороп ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсәйем! Һиңә һәм Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, Ҡотлоғәлләм ағай менән еңгәйгә һәм дә Маһинур еңгәйемә, уларҙың тотош өй эсенә айырмайынса күп сәләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбулла районында ат ҡараҡтары тәртип һаҡсыларының ҡулына эләккән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтөн Рәсәй фән фестивале барышында “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә, яңы проекттарына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытай лидеры Си Цзиньпин етәкселегендәге делегацияның АҠШ-ҡа эш сәфәре, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се ултырышы башланыуы, Владимир Путин менән Барак Обаманың осрашыуы уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикалағы йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү хоҡуғы биргән таныҡлыҡтар тапшырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2016 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы буйынса теҙмәләр проектын баҫтырып сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 360 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 сентябрҙән республика халҡы 8 (347) 218-10-65 “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ялыу бирә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты менән берлектә Сөмбөлә байрамын ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына