Кредит һаҙлығы бер упһа, ебәрмәй Ҡайһы бер кеше өсөн банкротлыҡ – бик ҡулай нәмә. Әйтәйек, кемдер банктан кредиттар алған да, эшһеҙ ҡалғас, бурысын ҡаплай алмай, ти. Аҡсаны ваҡытында түләмәгәс, суммаға ябай проценттар ғына түгел, пеня менән штрафтар ҙа өҫтәлә бара. Һөҙөмтәлә былай ҙа көс еткеһеҙ бурыс көндән-көн арта ғына. “Шәхси банкротлыҡ” төшөнсәһе тап шундай хәлде күҙ уңында тота ла инде. Әйтергә кәрәк, ошоғаса әлеге ҡанун юридик берәмектәргә, йәғни фирма һәм ойошмаларға ғына ҡағыла ине, бынан ары законды ябай кешеләр ҙә файҙалана аласаҡ. Әммә, буштың атаһы үлгән тигәндәй, был осраҡта ла ҡануниәттә иҫкәрмәләр юҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барҙалар бар саҡта Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе Мөхәммәткә килер тигән әйтем йәшәй халыҡ араһында. Тап шуның һымаҡ, Башҡортостан вәкилдәре сит өлкәләрҙә көн итеүсе милләттәштәренә йыш барып тормағас, улар беҙгә үҙҙәре килде. Яңыраҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзында Пермь крайының Барҙа районы вәкилдәре менән йәнле аралашыу булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Театрҙың ижади йотлоғо юҡ 2 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы ижад миҙгелен аса. Рухиәт йорто алдағы айҙарҙа тамашасыһын нимә менән һөйөндөрөр? Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов матбуғат конференцияһында ошо турала һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имен-аман торайыҡ! “Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси программалар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитовтың тапшырыуҙарына һәр мәсьәләне тәрәнтен төшөнөргә тырышыу, уны төрлө яҡлап ҡарау, үҙенсәлекле фекерҙәр белдереү, бәхәс ҡороу, унда ҡатнашырға өндәү һәм һығымталар яһау хас. Бөгөн беҙ уның һуңғы аралағы эфирҙарынан инеш һүҙҙәрҙе бер урынға йыйҙыҡ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек йәшлек дәртен юғалтмаҫҡа?
Ком: 0 // Уҡынылар: 503 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атлы башҡорт Бик ҡыҙыҡ нәмә хаҡында уйландым әле данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылғанда. Тулы картинаны яңынан һүҙҙәр аша тергеҙеп ҡарайым.
Әбейҙәр сыуағының яҡты, йылы бер көнө. Әйтерһең, тотош тәбиғәт батыр кавалерияны ҡаршыларға әҙерләнә. Шул саҡ, тарих төпкөлөнән килеп сыҡҡандай, һыбай сабып генерал үҙе күренде. Ролде Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарғаны хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып та сыҡҡайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡ юлға әйҙәй Туйышта элек-электән иманлы, ғилемгә ынтылышлы халыҡ йәшәгән. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әле лә уның ҡап уртаһында Аллаһ йорто урын алған. Имам-хатип Мортаза Мөхәмәҙиев әйтеүенсә, мәсеткә халыҡ күпләп йөрөй. Йома көндө хатта күрше Байым, Ғәбдин ауылдарынан да киләләр.
– Халҡыбыҙҙың иманға ҡайтыуы һөйөндөрә, – ти имам-хатип. – Улар дини байрамдарҙа күпләп ҡатнаша, йома намаҙҙарына ихлас йөрөй. Йәштәрҙең, айырыуса балаларҙың хаҡ юлға тартылыуы ҡыуаныслы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атыр таңдар тыныс булһын өсөн “Алтылағы – алтмышта”, тиҙәр халыҡта. Ҡорбан байрамы айҡанлы балалар өсөн ойошторолған үҙенсәлекле сара ошо әйтемде тормошҡа ашырыуға ҙур аҙым булды. Йәшәйештә төрлө хәлгә осрағанда ғилем-һабаҡҡа мөрәжәғәт итмәй ҡалмайбыҙ. Үҙем иһә шатлыҡ кисерһәм дә, көйөнөс менән көрәшкәндә лә, ни өсөндөр, иң алда өләсәйемдең бала сағымда әйткән йылы кәңәштәрен, өйрәтеүҙәрен иҫкә алам һәм тап уларса эш итәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ундайҙар бик һирәк Ер йөҙөндә шундай кешеләр була: улар менән һөйләшкәндән һуң күңелдә ниндәйҙер еңеллек тояһың, донъяға ҡараш үҙгәрә. Ундайҙар башҡаларға файҙам күберәк тейһен тип тырыша, был турала артыҡ ҡысҡырып та бармай үҙҙәре, юҡ-барға зарланмайынса ғына йәшәй бирәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттән туҡылған бәхет Бала сағы ауыр һуғыш осорона тап килгән ветерандарҙың яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, бәләкәйҙән колхоз йөгөн тартыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәргә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәү, матур ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү һәм хеҙмәттән йәм табыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына