Ял итке килә лә ул... Халыҡ менән осрашыу барышында йыш ҡына өлкәндәр депутатҡа ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итә: “Миңә врач шифаханаға барырға йүнәлтмә бирмәй”, “Ни өсөн бушлай путевкаларҙы бөтөрҙөләр?”, “Нисәмә йыл инде ауырыйым, минең дә кешесә курортта дауаланғым, һауыҡҡым килә”... Ысынлап та, күптәрҙе уйландырған, аптыратҡан тема, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң “ауыртҡан” урындарҙың береһе был.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күк Ирәндек армыттары аша Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән, башҡорт атына ла иғтибар бермә-бер арта. Темәс ауылында үткән этнофестиваль – быға аныҡ дәлил. Баймаҡ хужалыҡтарында 11 меңдән ашыу баш йылҡы малы аҫрала. “Байҡара” агрофирмаһында, “Ҡолонсаҡ”, “Толпар” йәмғиәттәрендә башҡорт атын үрсетеү буйынса маҡсатлы шөғөлләнәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 354 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәре бар үргә йөҙөр Эш юҡ, йәштәргә эш юҡ, тип яр һала балаһынан юғары уҡыу йортон тамамлаттырған ҡайһы бер ата-әсә. Йәмғиәттә “иң текә” һаналған, башҡалар алдында маһайып һөйләрлек һөнәргә көсләп тигәндәй уҡыттырған егет һәм ҡыҙҙарының хеҙмәт урыны таба алмай яфаланыуы сер түгел. Республиканың иретеп йәбештереүсе, крансы, токарь кеүек специальносҡа эйә йәштәргә ҡытлыҡ кисереүе иһә ғәжәйеп күренешкә әүерелә бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡунаҡтарҙы көтә “Любизар” Ҡасабаның нәҡ уртаһында урынлашҡан ҡунаҡхананың уң яғында баҙар, мәсет биләмәләре булһа, ҡаршыһында ғына — Мәжит Ғафури майҙаны, район хакимиәте бинаһы. Серле һәм беҙҙең көндәрҙә тел-лөғәтебеҙгә бигүк тап килмәгән, һирәк ишетелгән һүҙ менән аталған ул — “Любизар”. Ошо бинаға 2012 йылда нигеҙ һалып, үҙенә күрә ҙур мәғәнә менән хәстәрләп, матди сараларын табып,
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәк сәскәле яланАлсәсәк күптән тоҫмаллаған инаныстарының хаҡ булыуына тамам ышанды. Уҙған төндә күргән ваҡиғалары икеләнеүҙәрен һыпырып ташланы. Ул йоҡоһонан торғас та яҙыу өҫтәле янына барып ултырҙы, иң төпкө тартмала йәшереп тотҡан ҡалын дәфтәрен һурып алды ла бөгәсә күргәндәрен тасуирлап яҙып ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһам ала улар Ағиҙелдән, Каманан “Әҙәби нағыш” марафоны Краснокама районына килеп еткәнен хәбәр иткәйнек инде. Был көн урындағы әҙәбиәт һөйөүселәр һәм бигерәк тә баш ҡалабыҙҙан килгән ҡунаҡтар өсөн үтә көсөргәнешле булды. Хужалар төш алдынан әҙәби эстафетаны Нефтекама ҡалаһы вәкилдәренән ҡабул итеп алды ла бер нисә сәғәттән Әҙәбиәт йылы һәм марафон символы – Йылъяҙма-китапты – республикабыҙҙың иң йәш ҡалаларының береһе булған Ағиҙелгә тапшырып та ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүлектең ғорурлығы ул Халыҡты социаль яҡлау бүлегендә кеше һәр ваҡыт күп. Ауыл ерҙәренән килгәндәргә тиҙ арала йомошон барлап, ҡайтыр юлға сығырға кәрәк. Ауыр тормош шарттарында ҡалғандар, ғөмүмән, төрлө сәбәптәр арҡаһында мохтажлыҡ кисергәндәр менән эшләүсе белгестәрҙә түҙемлек тә, сабырлыҡ та етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көйәрмәнде өмөт йәшәтә Юлын таптылар: Анатолий Емелинды эшенән бушатмайбыҙ, тиһәләр ҙә, һөҙөмтә булмағас, ябай тренер итеп ҡалдырҙылар. Баш тренер вазифаһын башҡарыуҙы Игорь Захаркинға йөкмәттеләр. Шулай итеп, юлаевсылар оҙайлы сәфәргә бер етәксенең ҡул аҫтында сығып китһә, икенсе хужа менән ҡайтып инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 403 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ильяс ағайҙың тормош мәктәбе Был юлы ла йәштәрсә ныҡлы баҫып, һаман да олпатлығын юғалтмаған кәүҙәһен тура тотоп, ғәҙәттәгесә алсаҡ йылмайып, ҡапҡа тышынан уҡ көр тауышы менән сәләм биреп килеп инде Ильяс ағай. Хәл-әхүәл белешеп, йорт-ҡаралты тирәләрен байҡағас, үҙ хәбәрен теҙҙе:
— Зилә еңгәгеҙгә һыйыр алып бирҙем әле. Ғүмер буйы мал-тыуар ҡарап өйрәнгәс, кәртә-ҡураның бушлығына һис тә күнегеп булмай. Йәм юҡ ихатала. Әле көс-ҡеүәт барҙа, ҡулдан эш килгәндә, ниңә аҫрамаҫҡа? Бесәнлекте лә ташларға йәл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәт еңә һынауҙарҙы Һуғыш. Бер ниндәй ҡанундарға һыймаған ғәрәсәт, ҡыйралыш, ҡан ҡойоу, яҙмыштар емерелеү. Мөхәббәт кенә ошондай барлыҡ ҡурҡыныстарҙы еңеп сығырға көс, дәрт өләшә, һүндем тигәндә лә дөрләтер осҡон бүләк итә. Миңкамал Мөхәмәтова менән Абдрахман Сөнәғәтуллин ҡорған ғаилә, ҡулға-ҡул тотоношоп үткән һынауҙар яратыу хисенең көсөн, мөғжизәһен тасуирлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына