Барыһы ла һөйөүҙән башлана Шағир Роберт Рождественский үҙенең “Барыһы ла һөйөүҙән башлана...” тигән киң билдәле шиғырында мөхәббәттең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнлеге тураһында бик дөрөҫ әйткән. Ысын һөйөү булһа, йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтарҙы ла, бер-бер артлы осрап торған ҡаршылыҡтарҙы ла еңергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк — келәттә, “икенсе икмәк” — баҙҙа Иген культуралары ғына түгел, “икенсе икмәк” тип йөрөтөлгән картуф та һаҡлағысҡа һалынып бөткән бында. Беҙ барғанда һуңғы бураҙналар ҡаҙылып ята ине. Әйтеүе генә анһат, 100 гектар ерҙә үҫтерелгән картуфты алыу өсөн күпме көс, техника кәрәк. Эш көнө-төнө барған тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң мөһиме – асыҡлыҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһе секретары Константин Толкачев партияның төбәк ойошмалары башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда 2016 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау мәсьәләләре тикшерелде. Форум йомғаҡтары буйынса К. Толкачев журналистарҙың бер нисә һорауына яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел күҙебеҙ һуҡыр булмаһын Беҙҙең заманда китапханала күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙың хужалыҡ итеүе тәбиғи күренә, ә бит ҡасандыр, йөҙ йыл ғына элгәре, был эшкә ир-егеттәр генә лайыҡ тип иҫәпләнгән. Гүзәл зат китапханала хеҙмәт итеү хаҡында хатта хыяллана ла алмаған. 1917 йылдан һуң ғына, Граждандар һуғышы башланғас, ир-ат етмәү сәбәпле, Рәсәйҙә китап йорто ишектәре ханымдарға асыла. Шулай ҙа тарих бер нисә китапханасы ҡатын-ҡыҙҙың исемен һаҡлаған:
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тимер ат”ты ла ҡороҡланы гүзәл зат Этҡол ауылында ҡатын-ҡыҙҙар “Автоледи-2015” конкурсында автомобиль йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Сараның төп маҡсаты – юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеү һәм уларҙы үтәү, руль тотҡан гүзәл заттың абруйын арттырыу, сөнки йыш ҡына ундай ҡатын-ҡыҙға ирҙәр көлөмһөрәп ҡарай. Иҫбатлай алдымы ҡыҙҙар үҙ оҫталығын?
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәк һеҙгә бәйле, уҡытыусылар! Уҡытыусылар көнө айҡанлы Хөкүмәт йортонда педагогтар берләшмәһенең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләнеләр. Тантанаға “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы уҙғарылған бәйгелә еңеп сығып, аҡсалата бүләккә лайыҡ уҡытыусылар йыйылды. Туғыҙ йыл эсендә республикала 1 648 кеше ошондай премияға эйә булған. Һөнәри байрам көнөндә тағы ла 35 педагог тәбрикләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пип-пип, юлдан кит!
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Рәсәйҙә 2,2 миллион яңы автомобиль һатылған, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 10,3 процентҡа аҙыраҡ. Иң ҙур ихтыяж “Лада-Гранта”- ға булды, уның артынса Hyundai Solaris, KIA Rio һәм Renault Duster килә. Көрсөк шарттарында “тимер аттар”ҙың хаҡы ла, тәбиғи, арта бара. Түбәндә ҡайһы бер моделдәрҙең хаҡы һәм быйыл уҙған йыл менән сағыштырғанда күпмегә артыуы күрһәтелгән:
Ком: 0 // Уҡынылар: 358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙемә гәзиттә бер анекдот салынды: “Эсеүҙе ташлайым ғына тигәйнем, Нептун көнө еткән икән!” Эскесе түгелмен, шөкөр. Көләмәс геройы кеүек, эсер өсөн сәбәп тә эҙләмәйем. Әммә календарҙы йәлләйем, уға кем хужа икән? Көн дә тиҫтәгә яҡын эреле-ваҡлы иҫтәлекле көндө үҙ эсенә һыйҙыра ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Барҫ ҡайҙа тим, физкультурник? — Алсәсәк асыуынан һуғышыр хәлгә еткәйне, тик шөрләне, дәрестәренә йөрөйһө бар бит әле.
— Һыпырт әле бынан, тәртипһеҙ! Хәҙер бына елкәңдән эләктереп быраҡтырырмын да! Үҙ балам булһаң, белер инем нишләтергә! — Физрук уға табан килә башлағас, Алсәсәк спорт майҙансығынан сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына