Донъяла йәм артты: инвестор килде! Районда йылына 180 миллион дана йомортҡа етештерергә иҫәп тотҡан фабрика сафҡа инде. – Республикабыҙ халҡын экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡош ите менән тәьмин итеү район ғына түгел, республика иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индерә, – тине район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин ҡошсолоҡ фабрикаһын асыу тантанаһында. “Агро-Мен” холдинг компанияһы Түбән Таҡыя ауылында ҡеүәтле заманса ҡошсолоҡ фабрикаһын сафҡа индерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй Ауыл ир-егеттәре бер йорт алдына йыйылып, шундағы тракторҙы һырып алды.
– Ҡайһылай оҫта итеп эшләгән!
– Һатыуҙыҡы ситтә торһон, бының менән хәҙер рәхәтләнеп бесән йый ҙа йый инде.
– Ә тимерҙәрҙе нисек тоташтырҙың, нисек уйлап таптың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙеңде ҡорбан итергә кәрәкме? Замана үҙгәрә — заң үҙгәрә. Йәшәү рәүешебеҙ замандан ҡалышмай алға бара. Борон беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙ ир һүҙенән сыҡмай, ситләтеүгә, йәберләүгә лә түҙеп, уныңса ғына йәшәһә, бөгөн иһә ғаилә дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа эскесе ирҙәренән туҡмалып йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Хатта ире эскән, унан йәберләнгәндәрҙең яҙмыштары бер-береһенә үтә лә ныҡ оҡшаған, бер төрлө һымаҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игенсенең уйҙары — иген яландарында Көҙөн һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә һалҡын ел иҫеп, болоттарҙы ҡыуып килтерә лә ямғыр һибәләй башлай. Бына шундай көндә Әлшәй районының “Раевка” йәмғиәте механизаторҙары Казанка ауылы янындағы баҫыуҙа сөгөлдөр сығара ине. “Татлы тамыр”ҙы хужалыҡтың тәжрибәле игенселәренең береһе Руслан Фәңгиз улы Ризуанов тейәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Иҙел бит ул, киң бит ул...” Ошо көндәрҙә “Иҙел” V башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ямғыр аша таны үҙеңде Алға бармаған кеше артҡа тәгәрәй тигән әйтемде ифрат яратам. Үҙемдә көйһөҙләнеү йә һүлпәнлек сатҡылары һиҙһәм, йәһәт кенә ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп, яңы ғилем йә шөғөл өйрәнергә тотонам. Һеҙгә лә, ханымдар, бер аҙға үҙегеҙгә иғтибар бүлергә – булмышығыҙ менән танышырға тәҡдим итәм. Түбәнге тесты һынар өсөн башығыҙҙағы артыҡ уйҙарҙан арынып, тынысланып, аҡ ҡағыҙға ямғыр аҫтындағы кеше һүрәтен төшөрөгөҙ. Буяу, ҡәләм йә фломастер ҡулланһағыҙ ҙа була.
Эшләп бөттөгөҙмө? Улайһа, “Һүрәтем миндә ниндәй тәьҫораттар тыуҙыра? Унда төшөрөлгән деталдәр нимә хаҡында һөйләй?” тигән һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәндәрҙә өмөт юҡ Баҙар рәттәре буйлап үткәндә был мөләйем йөҙлө апайға иғтибар итмәй уҙып китә алмайым. Юҡ, ҡыйыу, әрһеҙ башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дипломым бар, һөнәрем юҡ йәки “Кешесә” нисек йәшәйҙәр? Әхирәтем әсәһе менән телефон аша тыныс ҡына һөйләшә башлай ҙа, аралашыуҙары күп осраҡта талаш менән бөтөп ҡуя. Тәүҙә иғтибар итмәй инем, һуңғараҡ был күренештең сәбәбен аңланым. Баҡтиһәң, бар бәлә аҡса етмәүҙә икән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килешкәнен һайла Моданың үҙгәрмәй торғаны юҡ. Ул йыл һайын айырыуса ҡатын-ҡыҙҙы яңыса тегелгән, зауыҡлы төҫтәге, билдәле фасондағы кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡ эҙләтеп, магазиндар буйлап йүгертә. Быныһы – бер, әммә үҙ стилеңде эҙләп, күңел торошоңа, эске донъяңа тап килгән әйбер табып кейеү, онотолған күлдәк-салбарға яңы һулыш өрөү кеүек үҙенсәлекле тәжрибәләр яһау – ҙур кинәнес, нескә заттың үҫеше өсөн ҡулай аҙым да. 2015-2016 йылдарҙа көҙгө-ҡышҡы мода тап ошондай асыштар, шәхси ҡараш, ижад өсөн киң мөмкинлектәр аса. Бында ҡәтғи талап, ҡанундар юҡ – бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҙа етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 320 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорт халҡына дан! Ура!” Өҫтәлемдәге календарҙы аҡтарғылап ултырғанда, 23 февраль көнөнә ҡарап, Совет Армияһы иҫкә килеп төштө. Мин әрмегә киткәндә үҙем менән блокнот алып, юлда барғандағы, аҙаҡ хеҙмәтемдәге төрлө ҡыҙыҡ, ғибрәтле хәлдәрҙе яҙып барҙым. Уны һуңынан юғалтҡайным инде, улым Баймаҡҡа ҡартатаһына ҡунаҡҡа барғанында өй башынан табып алып ҡайтып бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына