Мәктәптәр әле асыласаҡ! Баш ҡалала ике мәктәп төҙөүгә 1.23 млрд һум аҡса бүленә. Уларҙың береһе – Дим районында, икенсеһе Киров районының Колгуев биҫтәһендә урынлашасаҡ. Проект ҡала, республика йә федераль бюджеттар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғатты сифат ҡотҡарасаҡ Яңыраҡ ҡулыма билдәле журналист Андрей Мирошниченконың “Гәзиттәр үлгәс” исемле китабы килеп эләкте. Автор баҫма матбуғаттың ғүмерен 2037 йыл менән сикләй. Аныҡ сәбәптәрен дә күрһәтә. Булмаҫ, тиер ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа утһыҙ төтөн сыҡмай тигәндәй, әлеге фекер күңелгә шик-шөбһә һалманы түгел. Етмәһә, 37-гә (әлеге лә баяғы 37!) күп тә ҡалманы...
Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире Азамат ҒӘЛЛӘМОВтың иһә был йәһәттән үҙ ҡарашы. Әңгәмәбеҙгә башлыса әлеге китап сәбәпсе булһа ла, фекерҙәребеҙ бөгөнгө журналистика, һүҙ ҡөҙрәте, выждан азатлығы, тармаҡтың йәшәйеше һәм киләсәге солғанышында беректе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҙай шуларҙан айырмаһын... Шәхси хужалыҡ алып барып ҡына етеш йәшәп буламы? Була, тиер үҙҙәре ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡараған, йәшелсә, еләк-емеш үҫтергәндәр. Юҡ, тип нарыҡлар ихатаһында “йүгереп” арығандар. Шуға ла “ярҙамсы хужалыҡ” бит ул, тип тә өҫтәр. Быларға иһә тағы берәүҙәр ҡушылыр, улары — “ауылда эш юҡ”, “эйе, аҡыл һатыуы еңел ул, үҙең йәшәп ҡара” тип ғүмер итеүселәр. Булмаһа, ошо һорауҙарға яуапты ике ғаилә миҫалында эҙләп ҡарайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Баҙлауыҡ” – бала саҡтың бәхетле утрауы “Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу — һөнәр”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Сабыйҙы рухи яҡтан бай, камил шәхес итеп тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә балалар баҡсаһының өлөшө ифрат ҙур. Сибай ҡалаһының “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы был йәһәттән һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Ул кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан яңғырап тора, үҙенә генә хас тормошта йәшәй, йолалары, йәшәү ҡағиҙәләре ҡалыплашҡан, бында һәр бәләкәс хәстәрлек менән сорналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1019 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көлөп килгән кешенән ҡурҡ… Ситкә тайпылыбыраҡ күҙ һалыу форсаты булған кешегә Ер шары ҡуҙғытылған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтер ине. Ислам донъяһы, мосолман илдәре сәбәбе әлегә асыҡланмаған, аҙағы ла төҫмөрләнмәгән бола уртаһына эләкте. Хәйер, цивилизациялы тип йөрөтөлөүсе дәүләттәрҙә лә һиллек тураһында хыялланырға ғына ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлек – йәшнәр саҡ “Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның уҙыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов октябрь уртаһында йәш депутаттарҙың беренсе форумында, йәшлек менән алдырырға тейешһегеҙ, тигән һүҙҙәргә тиккә генә баҫым яһаманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырағай “мөйөш” өсөн дә ҡулай Хәҙер ҡомалаҡты баҡсала ла үҫтерәләр. “Эйәләштерелгән”енең орлоғо һатыла. Һеҙҙең баҡсала муйыл, миләш ағастары булһа, иң һәйбәте – урман-ҡыуаҡлыҡтарҙан тамырынан алып ҡайтып үҫтерелгәне, сөнки быныһын декоратив үҫемлек булараҡ та, тормошта ҡулланыу өсөн дә ултыртырға мөмкин. Шунан һуң, хәҙер бит ҙурыраҡ баҡсала “ҡырағай тәбиғәт мөйөшө” булдырыу модала. Бер юлы ике “ҡуян” — заманса баҡса һәм ял өсөн “ҡырағай” мөйөш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалҡын төшкәс, шәкәрләнә Ҡара миләш Алтай крайында, Балтик буйы республикаларында күп үҫә. Файҙалы булыуы менән ул илебеҙҙә киң танылған еләк-емеш. Ҡара миләштә, алма менән сағыштырғанда, аҡһым — 3,9, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Кеше организмына кәрәкле каротин, В1 В2, Рр, С витаминдары бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атың ауырымаһын Халҡыбыҙ өсөн йылҡы малы айырыуса әһәмиәткә эйә. Юҡҡа ғына борондан уң ҡанат, тоғро дуҫ булып һаналмаған ул. Бөгөн дә күп фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Ләкин ат ҡарауҙың мәшәҡәттәре лә байтаҡ. Айырыуса ауырып китһә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мин, ветеринар булараҡ, ат аҫраған кешеләргә бер нисә кәңәшемде яҙып үтмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөтлөкәйең һөттән айырмаһын тиһәң... Һыйырҙарҙа мастит ауырыуы йыш күҙәтелә. Елен биҙенең шешеүе ул. Сир төрлө билдәләре буйынса бер нисә төркөмгә бүленә. Елен туҡымаһының ҡайһылай зарарланыуы һәм үлеүе — иң төп билдә. Шуларҙан сероз маститы менән катараль маститҡа туҡталып үтербеҙ. Сөнки ҡалған төрҙәре хужаның иғтибарһыҙлығы арҡаһында ғына ҡатмарлаша, малдың өҙлөгөүенә килтерә. Мәҫәлән, елен башында эренле һөт күренеү менән хужа кеше уға йылы массаж яһамай, ветеринарға күрһәтмәй һәм башҡалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына