Сүриә президенты Бәшәр Әсәдтең Мәскәүгә килеп ҡайтыуы, Саддам Хөсәйенде үлтергән өсөн үкенес белдереүҙәре, аралашсыға “Алтау”ҙың кәрәклеге һәм башҡа ваҡиғалар уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙәбиәт йылы айҡанлы танылған йырсы, Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” гәзите менән берлектә уҡыусыларыбыҙ араһында “Уйлан, кеше!” тигән конкурс иғлан иткәйне. Унда бик күп авторҙарыбыҙ ҡатнашты, әммә ярыштың шарты буйынса “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға онотоусылар ҙа байтаҡ ине. Шулай ҙа тәрән йөкмәткеле шиғырҙар ебәреп, киләһе йыл да баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡалыусылар ҙа табылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Пенсия фонды Әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр түләнә торған 20 мең һумды алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкәртә. Бының өсөн фондтың территориаль органдарына ғариза яҙырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Муниципаль власть Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәләренең мөрәжәғәттәрен йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалдыра, — тине фронттың Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙәге ултырышта сығыш яһағанда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көлөрһөң дә, иларһың да... Һуңғы ваҡытта донъя йәмәғәтселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәр сығышын тиерлек көтөп ала һәм ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Әллә берәй сенсация көтә, әллә сираттағы тапҡыр аҡыллы фекер ишеткеһе килә, әллә... Аңламаҫһың. Һәр хәлдә, үткән аҙнала Сочи ҡалаһында уҙған “Валдай” халыҡ-ара бәхәс клубының кәңәшмәһе алдынан ил етәксеһенең ҡайһы темаға баҫым яһары, ниндәй проблемаларҙы күтәреп сығыры эксперттарға оҙаҡ тынғы бирмәне. Күптәр хатта һуғыш һәм солох тематикаһына санкцияларға бәйле иҡтисади көрсөктө лә бәйләп маташты. Әйткәндәй, һуңғы күҙаллауҙар Путиндың осрашыу урынына өр-яңы “Lada Vesta” автомобилендә килеп туҡтауы менән юҡҡа сыҡты — иҡтисади сәйәсәт ярайһы уҡ ышаныслы, тотороҡло һәм нигеҙле, тимәк.
Ком: 1 // Уҡынылар: 392 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшең күп булһа, төшөнкөлөккә урын юҡ Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай беҙҙең өсөн иң мөһим булған мәсьәләләрҙең береһен – республиканың киләһе йылға бюджеты проектын – ҡараясаҡ. Хәлебеҙ ни сама?
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауылда эш юҡ тиһегеҙме? Егетлек түгел был!” Уртайылға ауылы уңғандары аталы-уллы Йәмил менән Азат Исламовтар — умартасылар династияһы вәкилдәре — нәҡ шундай фекерҙә. Илебеҙ картаһынан юғалыу алдында торған Бүләк ауылын тергеҙеү ниәте менән улар бында умарталыҡ булдырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрриәттә хөр йәшәһәң ине! Беҙ осрашҡан сәмсел егеттең маҡсаты изге: беренсенән, ауылды тергеҙеү уйы менән яна, икенсенән, ауыл хужалығы тармағы үҫешенә әҙме-күпме өлөш индермәксе. Фермер Ҡәҙим ФӘРХЕТДИНОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелендә эйәрле-йүгәнле  ат ятҡанға ярҙам булырмы? Ауыл малайҙары бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп үҫә. Әммә бик һирәктәре генә быға тоғро ҡалып, ғүмерлек яҙмышын ат менән бәйләй. Мәҫәлән, Әхмәр ауылында йәшәгән Альберт Ғафаров – тап шундайҙарҙың береһе. Бала саҡтан йылҡы малы ҡураһынан алыҫ йөрөмәй ул: ҡолондарҙы иркәләү, уларҙы ашатыу, эйәргә атланыу өсөн йәнен дә бирергә әҙер малайҙы ат ҡараусылар ситкә типмәй. Атаһы Баймөхәмәт Ғафаровтың да оҙаҡ йылдар ошо йүнәлештә эшләүе егет өсөн бигерәк ҡулай була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрәкәтле мөхиттә шытҡан орлоҡтар Тәүге тапҡыр уны 1975 йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында күрҙем. Студенттар бүлмәләренә таралышҡас та, уҡыу залында ултырып ҡалыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Йәше буйынса хатта һуңғы курстағылар өсөн дә ағай тейешле күҙлекле йәш ирҙең ниндәйҙер карточкалар менән булышыуы ла ҡыҙыҡ күренде. Уның аспирантура тамамлауын һәм шәхси исемдәр буйынса диссертация яҙыуын һуңыраҡ белдем...
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 43 Алға
Бит башына