Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа Өфө районының Чернолес ауылы халҡы мөрәжәғәт итте. Улар ауыл эргәһендә крематорий төҙөүгә ҡаршы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 278 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов төрлө өлкәлә ҙур уңышҡа өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
Октябрь яҡынайһа, минең ғаиләлә бер мәсьәлә килеп тыуа: бер туған өс апайым, ҡустым ошо айҙа тыуған. Мәрәкә, әммә уларҙың балалары, ҡоҙа-ҡоҙасалар, килендәр араһында ла ошо айҙа тыуған көнөн билдәләүселәр күп. Ниндәй бүләк менән ҡыуандырырға уларҙы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 272 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе хаҡында күп һөйләйбеҙ. Аныҡ эштәргә күсергә ваҡыт етмәнеме икән, туғандар? Зыялыларыбыҙ ҙа, ана, нисек ярһып сығыш яһай, әммә 200 мең тирәһе башҡорт йәшәгән Өфөбөҙҙә гәзит-журналдарҙы өйөнә алдырып уҡыусылар һис артмай бит әле ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр”ҙың нурлы тантанаһы “Тамыр” телеканалы студияһы иртәнсәктән шау-гөр килеп тора. Башҡортостан телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡупов Мәскәүҙән һөйөнөслө хәбәр алып ҡайтҡан: канал, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән мәртәбәле конкурста жюри тарафынан айырым билдәләнеп, “Алтын нур” статуэткаһы менән бүләкләнгән!
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” бында башлана “Уйлан, Кеше!” конкурсы иғлан ителгәс, редакциябыҙға шылтыратыусылар бермә-бер артты. Әммә шиғыр ебәреү менән бергә гәзиткә яҙылыу ҙа кәрәклеген ишетәләр ҙә телефонды һалып ҡуялар. Гәзиттең ышаныслы авторҙары өсөн иһә был ярыш өҫтәмә шатлыҡ ҡына бүләк иткәндер, тигән фекер тыуҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзында үткәрелгән йомғаҡлау сараһынан һуң. Әҙәби ойошманың идара рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Күскилдина һәр кемде рухиәт байрамы менән ҡотлап, төп баҫманан айырылмаҫҡа саҡырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1629 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Юлдаш йыры” – халыҡ ауазы Былтыр ҙа ошондайыраҡ фекер әйткәйнем шикелле “Юлдаш йыры” конкурсы хаҡында: унда төбәк таланттары ҡатнаша һәм һирәк ишетелгән халыҡ көйҙәре, халыҡ йырына әйләнгән композитор әҫәрҙәре яңғырай. Был юлы ла тап шулай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әгәр технополис булһа... Айырым тармаҡтар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаһа, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итмәһә, дөйөм үҫеш туҡтап ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө тормошта бындай осраҡтар бихисап. Әйтәйек, ойошма-предприятиелар араһында бер-береһен уҙырға тырышып, “тапап китергә” әҙерҙәр бар. Шул уҡ ваҡытта битарафлыҡ та көслө. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡеүәтле предприятиелар етәкселәре араһында бөгөнгө юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмағандар бар. Ә уларҙың киләсәген кем тәьмин итер? Уңышлы эшләгән предприятие үҫештән туҡтап ҡалмаҫмы? Был ил, төбәк сәнәғәтенә нисек йоғонто яһар?
Ком: 0 // Уҡынылар: 305 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төпкөлдә төңөлмәйҙәр “Төпкөл” тигәс, шайтан аяғын һындырырлыҡ юлһыҙ, түрә-маҙар күреп хәлдәрен белмәгән халыҡ йәшәгән ҡарауһыҙ ауыл күҙ алдына килеп баҫалыр. Ысынлап та, үҙәктәрҙән алыҫта ята улар. Ҡайһыһы иһә бынан быуат элгәреге бүленеш буйынса Башҡортостан сигендә үк ҡалған. Сирбай менән Аҫылғужа ла Силәбе өлкәһенә терәлеп үк ята. Әй йылғаһы, тауҙар ғына айырып тора. Хәйер, ҡайһы саҡ улары ла уртаҡ: аҫаба ата-бабаларыбыҙҙың бер үк ерҙәре бит…
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көйһөҙ кейеҙ баҫмайҙар... Данлы башҡорт шәле тураһында һүҙ сыҡһа, әсәйемдең күҙ нурын түгеп, төн йоҡоларын йоҡламай бәйләгән шәлдәрен ергә йәйеп һалһаң, тотош Ейәнсура районын “ябындырырға” етер ине, тип мәрәкәләп алам. Бала саҡтан дебет шәл менән танышмын, шәлдең иртә яҙҙан кәзә тарауҙан алып, яурынға һалыныуына тиклем ҡатмарлы юл үткәнен китаптан ғына уҡып белмәйем. Уның менән бергә үҫтем тиһәм дә ысынбарлыҡҡа тап килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына