Яҡты хәтер йәшәр йөрәктә Ошо юбилейын әллә нимә көткәндәй көттө ул. Әйтерһең, бәләкәй бала инде, ни аласағы, китабы сығасағы, ҡайҙа кемдәр менән осрашасағы хаҡында ҡыуанып һөйләне. Һәр ваҡыттағыса, шағирә, ғалимә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина йөҙҙәрсә план менән йәшәне... Һәм бына ҡапыл, беҙҙе ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте. Ҡырҡына Башҡортостандың матбуғат баҫмаларында йылы йөкмәткеле мәҡәләләр сыҡты. Үҙе көтөп ала алмаған тыуған көнө лә килеп етте...
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо ергә береккәндәр “Беҙҙең Рәмил “терәтелгән” колхозды алып китте”, — тинеләр район хакимиәтендә. Шуға ла “ҡом”ға ултырған кәмә-хужалыҡты баҙар диңгеҙенә алып сығып, елкән киргән ир-уҙаман менән танышҡы, башҡарған эштәрен күрге килде. Биләмәгә ингәс тә күңелдәге шик-шөбһәләр тарала, ишеткәндәргә ышаныс арта барҙы: баҫыуҙар туңға һөрөлгән, уйҙым-уйҙым ужым йәшелләнә, ҡар яуыр алдынан мал көтөүҙәре сәхрәлә һуңғы көндәрен үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһам ҡошо ҡунды иңдәргә Благовещен районында “Әҙәби нағыш” марафонының төбәк этабы үтте. Байрам сараларында яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағир, бард, тәржемәсе Сергей Янаки, яҙыусы, “Бельские просторы” журналының яуаплы секретары Салауат Вахитов, шағир, тәржемәсе Владимир Денисов, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Василий Коровкин, шул уҡ баҫма хәбәрсеһе Александр Барановский,
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксебеҙ менән  бәхетлебеҙ Бөтә Рәсәй фән фестивале уңайынан Өфөлә бик күп ғилми саралар булды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла унан ситтә ҡалманы. Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” монографияһының исем туйы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлфиә апай шиғыр уҡый! Уҡыусыларым менән күҙгә-күҙ осрашып, ижад емештәремде уртаҡлашыу, үҙенә күрә отчет һымаҡ шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреү матур бер йолаға әүерелде, ти шағирә, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гөлфиә Юнысова. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ғүмер үҙе — серле, моңло...” тигән йыр һәм шиғыр кисәһе тап уның ижадына арнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватан алдында ант Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты – һөнәри кадрҙар әҙерләү үҙәктәренең береһе. Уны тамамлағандар тормош юлында юғалып ҡалмай, “Рәсәйгә һәм законға хеҙмәт итәбеҙ!” тигән девиз менән алға ҡыйыу атлай. Уҡыу йорто йәш курсанттарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренең күркәм сифаттарын тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала,
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәйер ҡылыҡтар һағайтһа… Оялмағыҙ, психиатрға мөрәжәғәт итегеҙ
Ҡайһы берҙә хәлеңде көйләр өсөн рәхәтләнеп бер йоҡлап алыу ҙа етә. Психикаһы боҙолоп, сиргә дусар булғандар ҙа юҡ түгел. Үкенескә ҡаршы, бындай кешеләрҙе йәмғиәт ауыр ҡабул итә. Сәйер кешене урап үтергә, аралашмаҫҡа тырышабыҙ бит. Ошо күренешкә табип күҙлегенән баһа биреү өсөн беҙ бер нисә һорау менән Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты директоры Илһам БАЙГӨБӘКОВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош кәйеф-сафанан йә ҡайғы-хәсрәттән генә тормай. Уның кешеләр яҙмышына һалған кисерештәрен, хистәрен, төҫтәрен аңлатырлыҡ һүҙ, һүрәтләрлек буяу табыу мөмкин түгел. Был донъяға килгән һәр кем, тормошҡа аяҡ баҫҡан һәр быуын үҙ ҡарашы, үҙ хыялы, үҙ идеалдары менән йәшәй. Гете әйтмешләй, “донъя, ғөмүмән алғанда, алға табан барһа ла, йәштәргә һәр ваҡыт бөтәһен дә яңынан башларға тура килә”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билдәле булыуынса, бөгөн күпселек ауыл советтары урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу ысулдарын эҙләргә мәжбүр. Һәр йорттан “мөрйә (төтөн) аҡсаһы” йыямы, мал һанына ҡарап һалым туплаймы — уныһы үҙҙәренең эше. Шифахана, ял йорттары йәки ҙур сәнәғәт предприятиелары бик һирәк биләмәләргә тура килә шул. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күренекле педагог Рәсимә Ураҡсина менән ижади дуҫлығыбыҙ 2002 йылда, Рәсәйҙең Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында башҡорт студияһы асылғас, башланғайны. Биш йыл уҡытыусылар, студенттар өсөн бик тиҙ үтеп китте. Бөгөн Өфө һәм Сибай драма театрҙары ошо мәктәпте тамамлаған сағыу шәхестәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 247 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 43 Алға
Бит башына