Башҡортлоҡто ҡала йотамы?.. Күрше йәшәгән һуғыш ветеранына әлеге лә баяғы Магнит ҡалаһынан фронтташ дуҫы килгән. Был юлы ейәнсәре лә күренә. Асыҡ зәңгәр күҙле, ҡояштай һары, бәпембәләй ҡабарынҡы сәсле, аҡ борсаҡтар төшөрөлгән зәңгәр күлдәкле биш йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала көн буйы рәхәтләнеп ҙур туп менән уйнай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өй аптечкаһы”нда нимә булырға тейеш? Баштан уҡ шуны иҫкәртәм: табипҡа күренмәй тороп, үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай. Шулай ҙа ашығыс ярҙам кәрәкһә, ә табипты саҡырыу тиҙ арала мөмкин булмаһа, “өй аптечкаһы”нда ниндәй дарыуҙар ятырға тейеш һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бесәй-сысҡан уйнамайыҡ Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында Интернет-дарыуханалар популяр була бара. Тәү ҡарамаҡҡа бик уңайлы, әлбиттә. Ауырып-маҙар китһәң, урамға сығып йөрөйһө түгел, шылтыратып ҡына әйтһәң, һиңә кәрәген үҙҙәре үк... килтереп бирерҙәр ине лә, әгәр закон ҡушһа. Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, бөгөн бындай дарыуханаларға препараттарҙы һатып алыусының өйөнә алып барып тапшырыу хеҙмәтен үтәү тыйыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырыуы бушлай, дауаланыуы ғына ҡиммәт Ҡыҙыҡ өсөн генә дарыуханаға инеп, баш ауыртҡандан берәй төрлө дарыу һорап ҡарағыҙ әле. Иманым камил, бер фармацевт та һеҙгә 10 һумлыҡ анальгин йәки цитрамон тәҡдим итмәйәсәк. Кәмендә 100 һумлыҡ нурофен йә пенталгин һатып аласаҡһығыҙ. Ни өсөн шулай килеп сыға? Һәр хәлдә, кемдеңдер һеҙҙең һаулыҡты ҡайғыртҡанынан түгел... Быныһына шикләнмәһәгеҙ ҙә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабып килә “Көмөш Аҡбуҙат”! Былтыр беренсе тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале тураһында Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә ишеттеләр. Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар һаны ла бермә-бер артҡан, конкурсҡа ебәрелгән кинолар ҙа сағыуыраҡ, тип билдәләй белгестәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә усаҡ дөрләне Сара Баҡалы китапханаһы күргәҙмәләре менән башланып китте. Йыл дауамында район күләмендә барған “Һәләттәр эҙләйбеҙ” әҙәби бәйгеһенә бик күп эштәр килгән. Шағирә Ирина Шәймәрҙәнова, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зилә Нәжмиева, 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслиә Ғәлиуллина төбәк ижадсыларының иң-иңдәренең яҙмаларын баш ҡаланан килгән яҙыусылар хөкөмөнә сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бар Ер шары  минең йөрәктә…” Республикамдың үҙәгендә торам,
Үҙеңдеке, тиҙәр, үҙәктә.
Өйөм, ауылым, республикам ғына
түгел,
Бар Ер шары минең йөрәктә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айыуҙы атырға ярамай,  ә “чупакабра”ны мөмкинме? Элегерәк һунарсылар айыуға һунарға сыҡһа, бөгөн тайыштабандар үҙҙәре ауыл малына һөжүм итә. Заман үҙгәрҙеме, әллә тәбиғәтме — әйтеүе ҡыйын. Аҙна һайын ауылға ҡайтҡанда яҡташтарым ҡайһыһының һыйырын айыу һуҡҡанын әйтеп тора, әммә яҙҙан алып хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Хәйер, йыртҡыс та өйрәнеп алған, күрәһең, хатта яҡын уҡ килеп һәүкәштәрҙе аулай, тиҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һунарсы ҡаны үҙемдә,  Һунарсы булыр балам” Һунарсылыҡ элек-электән башҡорт халҡының төп шөғөлдәренең береһе булған. Мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙа Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡтың улдарын һунарсылыҡ серҙәренә өйрәтеүе билдәле. Аулап алған йәнлегенең тиреһен ҡулланып, кейем теккән, ите менән туҡланған башҡорт борондан. Йылдар үтеү менән был шөғөл аҡрынлап үҙ асылын юғалта бара. Шулай ҙа атай-олатайҙар кәсебенә тоғро ҡалғандары ла юҡ түгел арабыҙҙа. Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәгән Ғабдрахман Әбүбәкеров – тап шундайҙарҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйбатлы дарыуҙарҙың осһоҙ аналогтары
Ком: 1 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына