О внесении изменения в статью 1 Закона Республики
Башкортостан «О судебных участках и должностях
мировых судей в Республике Башкортостан»
Ком: 0 // Уҡынылар: 731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмышты хәл итер ҡор IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек уңайынан Сибайҙа ҡала башҡорттарының ҡоролтайы үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов һәм башҡалар — ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нурлы, моңло йортЫсын мәҙәниәт усағы шулай булырға тейештер, тим эстән генә. Ана бит, хужаларҙың ҡунаҡсыл әйҙүкләүенән тыш, стеналағы фоторәсемдәрҙән хакимиәт биләмәһенә ингән ауылдарҙан сыҡҡан шәхестәр баҡҡан, урындағы спортсылар сәләмләй, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәре йырын һуҙа, тыпырлап бейеп ҡаршылай, төрлө ярыш-конкурстарҙа алған диплом, кубоктар күҙҙе ҡамаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғыр телендә һөйләшә Шаран Журналист булараҡ, республикабыҙҙың 53 районына аяҡ баҫҡан бар, әммә бер төбәккә юл төшмәй ҙә ҡуя. Ул да булһа – Шаран районы. Бына, ниһайәт, “Тиле йәшлек”, “Бажалар” сәхнә әҫәрҙәре, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдары менән башҡорт әҙәбиәте классиктары исемлегенә ингән Ибраһим Абдуллиндың, яҡты рухлы шағирә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егәрленең ҡулы етәү “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә татлы продукцияны төрлө һөнәр кешеләре яһай. Бөтәбеҙ ҙә яратҡан ап-аҡ ҡына шаҡмаҡ рафинадты етештереүҙә ниндәй ҡатмарлы технологик процестар ҡулланылыуы тураһында бик аҙҙар белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Татлы тамыр”  әсе тиргә үҫә Быйылғы һауа шарттарында әллә ни мул уңыш алынмағандыр ул тип шикләнеүселәрҙе тынысландырабыҙ: Башҡортостанда 1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Гектар ҡеүәте — уртаса 260 центнер. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйылғы күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәләүездәр  сифат яҡлы Ауыл өсөн хеҙмәт йылы уңыштан уңышҡа ҡәҙәр ваҡыт менән иҫәпләнә. Игенсенең һәр көнө ер тураһында хәстәрлек менән үтә. Бөгөн инде беҙ уның һөҙөмтәләрен барлайбыҙ. Күпселек майҙандарҙа гектар ҡеүәте утыҙ центнерҙан да юғарыраҡ булды. Ашлыҡтың сифаты яҡшы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күрегеҙ, өлгө алығыҙ! Ер кешеһенең хәстәрһеҙ йәшәгән мәле бармы икән?! Әле баҫыуҙағы игенен йыйып та бөтмәгән килеш киләһе йыл уңышы хаҡында уйлай ул. Һәр эште эҙмә-эҙлекле алып барғанда, ер эшкәртергә техникаң етерлек, төҙөк булғанда ғына, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадҡа ғашиҡ  Салауат ҡыҙы Салауат районы ҡыҙы Рүзидә Үтәшеваның үҙнәшер юлы менән донъя күргән “Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем...” тигән шиғыр һәм “Ете юл сатында” тип аталған хикәйә йыйынтыҡтарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Рүзидә Рәсүл ҡыҙын сибайҙар күптән яҡшы белә: ҡала гимназияһында балаларға туған тел нескәлектәрен өйрәткән уҡытыусы ижад итергә лә ваҡыт таба, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусыларын да ҡәләм тирбәтергә өйрәтә, әленән-әле матбуғатта сығыш яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урау юлдар аша  килгән яҙмалар“Мин үткән йәш сағым һәм үткән юлдарым” тип атаған хәтирәләр йыйынтығын уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Ғибәт улы Сәлихҡолов. Был юлдарҙы ул вафат булыр алдынан ғына яҙған, унда тормошон, фронттағы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы булған, сөнки даталары теүәл, хатта революция йылдары осоро ла асыҡ һүрәтләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына