"Китап" нәшриәтендә иң яҡшы тауарҙар Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" дипломы менән баһаланды. Бүләкләү тантанаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министерствоһында үтте. Сара Бөтә донъя сифат көнөнә арналған ине. Нәшриәттә хәбәр ителеүенсә, "Китап" был ҡаҙанышҡа Башҡортостан предприятиелары араһынан сифат өлкәһендә өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 470 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балға Көлһылыу ҙа килә, тиҙәр Әҙәбиәт йылы тамамланыуға яҡынлаша. Шул уңайҙан 11 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Шиғриәт балы ойошторола. "Башҡортостан" ДТРК-ның "Әйтер һүҙем бар!" шиғри проектына йомғаҡ яһалыу менән дә бәйле ул. Балға киске күлдәк, фрак кейеп килгәндәр генә үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 458 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи ҡиммәттәр һағында Был осорҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә киң билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 1991—1995 йылдарҙа —БАССР-ҙың XII саҡырылыш Юғары Советы, 1995—2008 йылдарҙа III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы сифатында ил хәстәрен иңенә йөкмәгән республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылған шәхес, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төнгө шәүләләр, йәки "заманса мәҙәниәт" шулай буламы? Яҡтылыҡҡа талпынған күбәләктәр кеүек, ҡала йәштәре төнгө клубтарҙың сағыу нурҙарына ынтыла. Клуб тигәс, төрлө саралары менән гөрләп торған мәҙәниәт усағы иҫкә төшә. Барыбыҙҙың да үҫмер саҡ ауыл клубтарында концерттар, спектаклдәр ҡарап, төрлө уйындарҙа мәж килеп үтте бит. Ул биналар хәҙер йә бөтөнләй һүтеп ташланған, йә ишегендә ат башындай тутығып бөткән йоҙаҡ эленеп тора. Ауылдарҙа клубҡа йөрөр йәштәр юҡ. Улар хәҙер ҡалаларҙың төнгө клубтарында типтерә. Ә унда хәлдәр нисегерәк икән һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләк кенә етмәй шул… Яңыраҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә депутат ярҙамына күҙ төбәп килгән әзмәүерҙәй өс ир-егеттең үтенесен ишетергә тура килде. Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаған, әсе ел үҙәккә үткән көндә уларҙы баш ҡалаға Белорет һынлы алыҫ ерҙән килергә нимә мәжбүр итте икән?
Абҙаҡ ауылы аҡһаҡалы Ғәбделмәжит Зарипов үҙе кеүек йәш быуын яҙмышына битараф ҡала алмаған милли көрәш һәм хоккей буйынса тренерҙарҙы ла эйәртеп килтергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы Вавилон, йәки   Европаның һәләкәте “Хәсрәт һиңә, Вавилон, ҡеүәтле ҡала!” – Тәүраттағы был һүҙҙәр һәм уға бәйле ваҡиғалар күптәргә таныштыр. Аҙғынлыҡ һәм гонаһ һаҙлығына батҡан ҡала ла, уның юлдан яҙған боҙоҡ халҡы ла Раббы тарафынан юҡ ителгән. Бөгөн дә бөтөн донъяла күҙәтелгән хәл-ваҡиғалар шул ярым мифик күренештәр менән ауаздаш кеүек. Тик уларҙың ҡоласы ғына күпкә киңерәк. Вавилон ролендә иһә – Ҡушма Штаттарҙың ҡуштаны Европа. Ике яҡтан да океан менән һаҡланған, тотош материкты тиерлек биләгән Америка рәхәтләнеп үҙенең шарт-талаптарын ҡуя.
Ком: 4 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тауҙар йыры Дағстандың халыҡ шағиры, фекерҙәшем, ҡәләмдәшем Магомед Ахмедовҡа 60 йәш тула. Ул Дағстан шиғриәтенең зирәк уйҙарын, йөрәк моңдарын тотош Рәсәйгә еткерә алыуы, туған әҙәбиәтенең данына яңы дан өҫтәүе менән бәхетле. Бөйөк Рәсүл Ғамзатов менән бер телдә — аварса — яҙыуы, остазының юлын тоғро дауам итеүе, өмөттәрен аҡлай алыуы менән бәхетле.
Магомед Ахмедовтың Башҡортостанда ике тапҡыр булғанын, беҙҙең шиғри байрамдарҙа, ижади фекер алышыуҙарҙа ихлас ҡатнашҡанын һәр саҡ оло ихтирам менән иҫкә төшөрәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 930 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡмар менән Йылайыр араһында... Тәбиғәттең хозур ерендә, тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Аҡъюл – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ул Йылайыр менән Ейәнсураға сиктәш, район үҙәге Аҡъярҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышында ауылдың утыҙҙан ашыу ир-егете ил именлеге өсөн башын һалған. Бөгөн Аҡъюлда барлығы 26 йорт-хужалыҡта 120 кеше теркәлгән, шуларҙың 88-е ауылда йәшәй. Улар араһында 16 кеше хаҡлы ялда, мөмкинлектәре сикләнгәндәр – етәү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ебәк юлын  тарих туҙаны баҫмаһын Ебәк юлы. Был төшөнсә тарихта тороп ҡалһа ла, һәр заман уны үҙенсә яңыртып тора. Аңлашыла: халыҡтар борон-борондан аралашып, алыш-биреш итеп көн күргән. Һуңғы осорҙа Рәсәй менән Ҡытайҙың үҙ-ара бәйләнеш ептәре нығый барыуы – шуның асыҡ миҫалы. Йәштәрҙең ҡытай телен ихлас өйрәнә башлауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн Өфөнөң бер нисә мәктәбендә ҡытай теле дәрестәре алып барыла, ҡыҙҙар, егеттәр артабан ошо илгә белем алырға юллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатирлы булам тиһәң... Бөгөн бигерәк тә ҡала ерендә йәшәгәндәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү еңелдән түгел. Уға хаҡтың йыллап түгел, айлап артыуын күҙәтеп, күптәр өмөтһөҙлөккә бирелә. Айырыуса бюджет хеҙмәткәрҙәренә тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял булып тойола был. Ысынлап та, ҙур булмаған эш хаҡына нисек ғаиләңде ҡарайһың да, нисек торлаҡ һатып алаһың?! Шуғалыр ҙа һуңғы йылдарҙа ат хаҡылай аҡса түләп, кеше фатирында көн күргәндәр бермә-бер артты. Бигерәк тә йәштәргә был ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына