Ҡояштан нур, ерҙән һут алып Туймазы районын юҡҡа ғына теплицалар үҙәге, тимәйҙәр. Әйткәндәй, ошо яҡтарға килеп сыҡҡандар алыҫҡа һуҙылып киткән “полиэтилен өйҙәр”гә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Ә бына “Тимербулатов” крәҫтиән (фермер) хужалығының идарасыһы Венера Минһажева асыҡ һауала ла йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алып булыуҙы иҫбат иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәү китә ҡыҙҙар, егеттәр...йәки Ниңә абитуриенттар уҙебеҙҙә ҡалмай?
Мәктәпте яҡшы һөҙөмтәгә тамамлағандар ниңә фәҡәт Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттарына инергә тырыша? Өфөләге университет менән институттарҙың абруйы нилектән түбәнәйә? Беҙҙә белгестәр әҙерләү кимәле ниндәй, ул предприятиелар менән ойошмаларҙы ҡәнәғәтләндерәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө матур ҙа, ҡиммәт тә Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Өфө... Был ҡалаларҙы нимә берләштерә, тип уйлайһығыҙ? Эйе, улар — барыһы ла Рәсәйҙең билдәле төбәктәре. Был мегаполистар үҫешкән сәнәғәте йә курорт зонаһы булыуы менән алдыра. Тап шуға ла бар халыҡ нәҡ шунда йәшәргә ынтыла. Бынан тыш, уларҙы йәнә бер нәмә берләштерә: иң ҡиммәтле торлаҡ — тап ошо цивилизация үҙәктәрендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ һүҙгә һыуһаған Әҙәбиәт йылы ҡолас йәйеп ил гиҙеүен дауам итә. Билдәле шәхестәребеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың, шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡовтың, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Айгиз Баймөхәмәтовтың һәм виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Иҙел башы төйәгенә “әҙәби десант” булып килеп төшөүе районыбыҙ өсөн оло ваҡиғаға әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө алдынан матбуғат саралары хәбәрселәре менән осрашыуҙы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов йолаға әүерелдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 406 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫ та,  кәңәшсе лә Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә йыл да сыҡҡан “Мәктәп календары” уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Нимәһе менән ҡәҙерле һуң был баҫма? Эйе, уны уҡыусылар һәм уҡытыусылар яратып уҡый, сөнки ысын мәғәнәһендә өҫтәл китабы. Эстәлеге бай булыуы ла мәртәбәһен бермә-бер арттыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хистәр һәм  шиғриәт уртаһында“Әҙәби нағыш” марафоны сиктәрендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы “Шайтан ҡыры” ерлегендә төҙөлгән серле ҡала ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әллә юғары көстәр эше, әллә кешеләрҙең йылы мөнәсәбәте тәьҫире — баштан уҡ ҡала үҙенә ғашиҡ итте. Һәр минут һайын ул яңы төҫтәрҙә асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтер ташыМатбуғат йорто
ҡаршында
Хистәрҙән ташҡан
Ҡайындарҙың
йөҙөк ҡашы –
Ята уй ташы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер рәсемдең тарихыҺай, әҙәм балаһының ғүмер мөҙҙәте үтә лә ҡыҫҡа шул, күҙ асып йомған мәл кеүек кенә. Тыуып үҫкән ауылым йәштәренең кескәй генә бер төркөмөнөң һүрәте яҙыу өҫтәлемдә ята. Барыһы ла таныш йөҙҙәр, барыһы ла яғымлы ҡараш менән донъяға баҡҡан. Мөғжизә булып, Хоҙай Тәғәлә уларға йән өрөп, хәрәкәткә килһәләр, бынан 76 йыл элек йәшәгән кеүек, гөрләшеп, шатлыҡ-ҡыуаныс менән бер-береһен ҡосаҡлап, баштарынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алырҙар ине. Үкенескә ҡаршы, быны эшләй алырлыҡ ғәйрәт әле тәбиғәттә иң илаһи көскә лә бирелмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә аҙ һүҙлелеге, мәғәнәле кәңәштәре менән арбаны ул мине. Уның янында шундай тыныс, рәхәт була торғайны. Сәй табынын йыйыштырып, иркенләп карауатҡа менеп ултырғас, әсәйем Минафа әбей менән бәйләмгә керешеп китте. Ошонан уңайлы мәл булмаҫ тип, мин Минафа әбейгә: “Ә һин Сабир бабайҙы яратып йәшәнеңме?” — тип ысҡындырҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына