Бәхет менән осраштырыр "Бәхетнамә"17 ноябрҙән Башҡортостан юлдаш телеканалының "Бәхетнамә" тапшырыуы йәнә яңғыҙҙар мәсьәләһенә мөрәжәғәт итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Бәхетнамә" сығарылыштары аҙнаһына бер тапҡыр ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәт һәм үҙ ишеңде эҙләү темаһына арнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусы баҡсаһыКүренекле яҙыусы, драматург, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова башҡорт әҙәбиәтенә үҙенең тормошсан, көслө хикәйәләре, повестары менән ҡапыл балҡып килеп инде. Ә “Бөйрәкәй” романы иң уҡымлы әҫәргә әйләнде. Башҡортостандың ҡайһы ғына район, ауыл китапханаһына инмә, әҙибәнең был китабы үткән быуаттарҙан ҡалған йыйынтыҡтар шикелле туҙып, таушалып, тетелеп бөткән була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хистәремде гөлдәй теҙеп, Үргем килде таҡыя...Сал тарихтан тыйнаҡ етәкләшеп,
Ҡала уртаһына ҡайттығыҙ,
Асылына тоғро йәндәр аша
Таптығыҙмы юлды, Ете ҡыҙ?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1030 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы китап Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның “Ғүмер кисеүҙәре” тип исемләнгән яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлағы Башҡорт театр сәнғәтендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Кәримова айырым урын биләй. Тамашасы һәм сәхнәләштәре әлегә тиклем уның сағыу ижадына һоҡланыуын йәшермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ГМО килә ята... Эт ашамаҫ аҙыҡтар ҙа Беҙҙең ҡорһаҡҡа бата... Һуңғы арала дөрөҫ туҡланыу, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү тураһында йыш һөйләйҙәр, әленән-әле яҙалар. Һәр кем үҙ кимәленән ҡарап фекер йөрөтә тигәндәй, ғаиләбеҙ менән был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә тырышабыҙ, сөнки, саҡ ҡына тайпылдыңмы, балаларҙың тәне “сәскә ата” башлай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1108 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан”ға ҡайҙа күпме  яҙылғандар?
Ком: 1 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гены үҙгәртелгән продукттарҙы “мутант” тип тә атайҙар. Фәнни асыштарҙың береһе лә уның кеүек донъяны ике лагерға бүлеп, ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырғаны булмағандыр. АҠШ, Канада, Аргентина миллионлаған гектар майҙанда ГМО-лы орлоҡтар сәсеүҙе һәм унан етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашауын дауам итә. Европа илдәренең ҡайһы берҙәре һәм Рәсәй иһә был мәсьәләгә һағайып ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Натрий глутаматы (621). Составында Е621 өҫтәмәһе булған ризыҡтар организмда бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Был — иң йыш ҡулланылған аҙыҡ өҫтәмәһе. Ул, организмда күп йыйылһа, өйәнәк ҡуҙғыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һине уйламаған берәй көнөм булдымы икән? Юҡтыр! Һине уйлап таң ҡаршыланым, һине уйлап төндәргә керҙем. Беләм, һинең ғәйебең юҡ минең алда. Өҙгөләнгәнеңде һиҙҙем мин. Тик атай һүҙенән сығып буламы ни, Ибраһим? Илатып ултыртып ебәрҙе бөтөнләй таныш түгел кешегә. Үҙҙәре лә бик һирәк килде хәл белергә. Ҡунаҡҡа барып киләйек Ҡаңныға, тиһәм иремә, унда һине кем көтөп тора, тип кенә яуаплай ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына