Бер олоно, бер кесене тыңла! Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе, тиегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1021 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәгеңдә ил хәстәре булһа... Быйыл университет тамамлаған ҡыҙ мәктәптә нисек эшләй, ниҙәр генә уйлай икән? Бигерәк тә тыуған ерҙән ситтә, ят ҡалала... Унда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәтелмәй, үҙе лә инглиз телен уҡыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 792 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоролтайға  көйлө хитап Башҡорттарым, һеҙгә бер һүҙ әйтәм,
Һүҙҙәремә ҡолаҡ һалһағыҙ.
Хур булмаҫһың, әгәр үҙ халҡыңдың
Тарихынан фәһем алһағыҙ.
Ком: 5 // Уҡынылар: 1269 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдаштар ҙа, фекерҙәштәр ҙә... Ҡайһы саҡта ҡайғы яңғыҙы ғына йөрөмәй икән шул. Башҡортостаныбыҙҙың иң бөйөк байрамы ваҡытында – Республика көнөнөң 25 йыллығы еткән тарихи тантана мәлендә – беҙҙең шатлыҡҡа көтмәгәндә ҙур ҡайғы килеп ҡушылды. Башҡортостан фәне бик ауыр юғалтыу кисерҙе: олуғ ғалим Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов менән бәхилләштек, бер көн үткәс, атаҡлы археолог, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 516 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәнгә таянған абынмаҫ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Рәсәйҙе һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булған кеше потенциалын үҫтереү” ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында илдең Социологтар йәмғиәте президенты, профессор Валерий Мансуров, Юғары иҡтисад мәктәбенең демография институты директоры, профессор Анатолий Вишневский һәм М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры Сергей Бобылев менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Офоғобоҙ яҡты “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Әҙәбиәт йылына бағышланған тантаналы сара булды. Унда республика Башлығы грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби бәйгеһе еңеүселәре асыҡланды. Авторҙар диплом һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ  Ҡоролтай программаһын яҙған Йәмғиәтебеҙгә шундай сифат хас: бер шәхестең ҡаҙаныштарын күтәрә башлаһаҡ, башҡаларҙың барлығын да онотоп ебәрәбеҙ. Ә талантлы, олуғ ижади бейеклектәр яулаған милләттәштәребеҙ бик күп беҙҙең. Ҡайһы быуатты ғына алһаҡ та, башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләгәндәр бихисап.
Ком: 3 // Уҡынылар: 1742 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эшләргә лә эшләргә әле беҙгә” II Бөтә донъя башҡорттарының ҡоролтайында ойошманың Башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мәжитовтың сығышынан өҙөк (Өфө, 2002 йыл, 14 июнь). Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ этностарҙың мәнфәғәте менән мохтажлығын яраштырыу, милли мөнәсәбәттәр даирәһендә закондар сығарыуҙы әүҙем алып барыу, киң күләмле съездар уҙғарыу һәм башҡа мөһим саралар республиканың ҡеүәтен арттырыуға, халыҡты тупларға ярҙам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләтем менән мәрйә ҡыҙымын. Ҡалала тыуһам да, ауылда тәрбиәләнәм. Төрлө телдәрҙе үҙләштереүгә һәләтемде 1-се Иҫке Балтас урта мәктәбе уҡытыусылары асты. Улар етәкселегендә төрлө конкурста ҡатнашып, үҙ фекеремде киң йәмәғәтселеккә белдереп киләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған төйәгем Ҡотлоғужа тарихи ваҡиғаларға һәм ҡомартҡыларға бай. ХVIII быуат баштарында бында йәшәгән батша хеҙмәтендә танылған Ҡотлоғужа Сапарғолов хөрмәтенә атағандар ауылды. Элекке исеме һаҡланмаған кеүек, старшинаның үҙе тураһындағы яҙма ла беҙҙең заманғаса килеп етмәгән. Үкенесле, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына