Башҡортостан илебеҙҙең иң күп уҡыған 20 төбәге иҫәбенә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң үҫеше, мәҙәни хәле, райондарының торошо ни хәлдә? Киләсәктә уның йөҙө ниндәй булырға тейеш? Үҫешкә нимәләр ҡамасаулай? “UrbanБайрам” III Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө йыйынында етәкселәр менән халыҡ араһында ошо турала асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уҙғарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ булғанбыҙ,  барбыҙ, буласаҡбыҙ... Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан
Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1050 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш векторы – мәғрифәтселек IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе йәштәр ҡоролтайы үтте. Был рәсми ҡоролтай түгел ине. Унда оло йыйынға делегаттар һайлау кеүек ығы-зығы булманы, отчеттар яһалманы, йәштәр тиҙ үҙгәреп тороусы заманда башҡорт милләте алдындағы бурыстарҙы асыҡлау,
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҡыған келәмебеҙ сағыу булһын Йомро ғына ерҙең сиге юҡ. Уның һәр тарафында туған телен һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлап, кешелек йәмғиәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләп, йөҙҙәрсә милләт вәкилдәре йәшәй. Ҡайһы саҡ күреп, һиҙемләп еткермәһәк тә, һәр халыҡтың уңыштары һәм яңылыҡтары, һөйөнөс-көйөнөстәре, ғөмүмән, яҙмышы ниндәйҙер яғы менән булһа ла беҙгә лә ҡағылып үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торатау – беҙҙең мөхәббәт тауы 25.08.2013. Аңлайым, был һандар – күптәр өсөн ғәҙәти, ҡәҙимге дата. Ә минең өсөн ул — иң бәхетле һәм мөғжизә менән тулы көн. Мөғжизә иртәнән башланды. Атайым ҡустым менән икебеҙҙе Торатауға алып китте. Беҙҙең менән бергә Фидан да бар ине. Эйе, Фидан... Бер йылға яҡын танышбыҙ уның менән. Таныш ҡына түгел, көн дә осрашабыҙ. Бер көн күрешмәй торһаҡ, күк ярылыр, йондоҙҙар ергә ҡойолор, ер сатнар, һыуҙар кирегә ағыр кеүек ине. Бөтә халыҡтарҙа ла был хәлде бер генә һүҙ менән аңлаталар – МӨХӘББӘТ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Харис Йосоповтан ҡалған васыят: “Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ! Үҙегеҙгә ышанығыҙ!” Был хәл 2000 йылда була. Силәбе ҡалаһына Рәсәй Президенты кубогына дзюдо буйынса ярышты ҡарар өсөн ил башлығы Владимир Путин килә. Билдәле булыуынса, ул да дзюдо менән шөғөлләнгән, шуға ярышты айырыуса ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Чемпионат тамамланғас, Путин урындағы шәхестәр менән яҡындан аралашырға теләк белдерә. Силәбе өлкәһенең ул саҡтағы губернаторы Петр Сумин уны барыһы менән дә таныштырып йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...” Ҡала янында үҙенсәлекле тормош алып барған ғаиләнең ихатаһына аяҡ баҫыу, йортон күреү бәхете тейҙе. Ҡапҡаны мышы мөгөҙө биҙәй, тупһаға ат дағаһы ҡағылған, ҡоймаға көршәктәр теҙелгән, талдан үреп яһалып, түбәһе лә шул рәүешле ябылған аласыҡ эргә-тирәгә күркәмлек өҫтәй, усаҡ янында самауыр “йырлап ултыра”, ҡаҙан аҫылған... Ҡыуыш ҡорорға ла иҫәбе бар танышымдың. Ихатаның арғы осонда ат арбаһы тора, уның өҫтөндә боронғоса эшләнгән кәрәк-яраҡтың ниндәйе генә юҡ! Тотош музей инде.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡмар буйына,  Аралбайға килерһегеҙ! Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт крәҫтиәнде төрлөсә һынай. Әммә ерҙе яратҡан уңғандар һәм ныҡыштар, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сәсергә, урырға, уңыш алырға тырыша. Иң мөһиме — ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан колхоз-совхоздар урынына үҙ хужалығын булдырып, халыҡты эшле итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фән – бәхетем, йәки Нисек бизнес-леди булып китмәнем Элек өләсәйҙең өйөндәге ҙур көҙгө ситендә торған һылыу апайҙарҙың фотоһүрәттәренә ҡарап һоҡланып туймай инек. Үҙҙәре матур, ҡупшы, нәзәкәтле инде, бер һүҙ менән әйткәндә. Их, ҙурайғас, ошолай булһам ине, тип хыялландыҡ... Бәләкәй саҡта ялтыр-йолтор, сағыу әйберҙәр генә матур күренә, үҫә килгәс, күңел, хеҙмәт гүзәллегенең, намыҫ биҙәгенең асылына төшөнәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 33 Алға
Бит башына