Байғужаның юҡ нужаһы Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Байғужаға 1928 йылда Әлмөхәмәт ауылындағы (хәҙер ул юҡ) Солтановтарҙың, Байғужиндарҙың, Сыңғыҙовтарҙың нәҫелдәре нигеҙ һала. Бөгөн был төйәк Үрге Ғәле биләмәһенә ҡарай.
Район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байғужа Йылайырҙы Хәйбулла менән бәйләй. Элек тә шулай ине, хәҙер ҙә ауыл халҡы күршеләрҙең дауаханаһына күренә, Ырымбур өлкәһенә барып һатыу итә. Төп йәшәү сығанаҡтары – малсылыҡ, умартасылыҡ. Вахта ысулы менән ситтә эшләгәндәр ҙә байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Театр — күңел тәрбиәләү урыны” Ғүмер миҙгеленең күркәм бер осорона еткән ир-егеттең тормош юлына байҡау яһағанда иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә кәрәк? Бер генә төп түгел, хатта тотош баҡса итеп ағас ултыртылған, ике ҡатлы өй һалынған, бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтерелгән, яныңда – таяныс-терәк. Ә хәтер һандығында – йөҙәрләгән кеше яҙмышы... Баҡтиһәң, актерҙың хәтер төпкөлөндә лә, йыһан кеүек икһеҙ-сикһеҙ күңел киңлектәрендә лә сәхнә тигән изге урында кәүҙәләндергән төрлө-төрлө яҙмышлы образдары һаҡлана икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нимә ул  бәхет? Бәхетме? Уға ынтылмаған, бәхет ҡошоноң ҡанатына тағылырға яҫҡынмаған кеше буламы икән? Был төшөнсә нимәнән ғибәрәт һуң? Ни өсөн кемдәрҙер бәхетте бер нәмә лә эшләмәй генә “алма беш — ауыҙыма төш” тигән мәғәнәлә аңлай? Бәхетле кешеләр генә ысын һәм ҡабатланмаҫ мөхәббәткә дусар була, бәхетле кешеләр генә тиктомалдан уңыштарға тарый, бәхетле кешеләр генә ауырымай, тик улар ғына ҡаршылыҡтарһыҙ прогресҡа өлгәшә, тип уйлаусылар күп.
Ком: 1 // Уҡынылар: 2023 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөлкәт һатыла,  ә намыҫ һәм Ватан – юҡ! Кешенең ҡомһоҙлоғо – тәбиғи күренеш. Ә ни өсөн берәүҙәрҙең шәхси ихтыяжы йыш ҡына дәүләт ҡаҙнаһы, йәғни беҙҙең кеҫә иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә? Урлашҡан кешене оялтыу ғына етерме, әллә бының өсөн уның ҡулын ҡырҡырғамы? Коррупция темаһының Рәсәй сәйәсмәндәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыштарында ла, матбуғатта ла көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо көндәрҙә булып уҙған “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү ҙә шул юҫыҡта барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өрлөккә ҡыҫтырылған сыбыҡ етмәй” Яңауыл мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт Яҡуповтың халыҡ алдындағы абруйы хаҡында һүҙ алып барғанда, уны дини йолаларҙы атҡарыу өсөн ауылдан-ауылға йөрөтөүҙәрен телгә алыу ҙа етә. Бихисап кешегә исем ҡушҡан, никах уҡыған, аят бағышлаған, йәсин сыҡҡан ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Таныш булығыҙ – яңы исем!” Бынан биш тиҫтә самаһы йыл элек “Совет Башҡортостаны” гәзитендә ошондай баш менән йәш шағирә Гөлфиә Юнысованың тос ҡына шиғырҙар шәлкеме сыға. Уларҙы баҫмаға тәжрибәле ҡәләм оҫталары Рәми Ғарипов һәм Рәшит Шәкүр әҙерләп бирә. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы әлеге ижад емештәре менән әҙәбиәткә ышаныслы баҫып килеп инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергәләп алға барасаҡбыҙ Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телһеҙ дуҫ Булыр булыр ҙа, дуҫ ҡәҙерен Ғата Мырҙағоловтан нығыраҡ аңлаған кеше булмаҫ. Ҡырҡҡа еткән ирҙең тормошонда иптәштәре, әшнәләре күп булды. Бығаса ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишеттергән ҡатыны ташлап китеүгә лә апаруҡ хәҙер, туғандары ла ҡул һелтәне, балалары ике ятып бер иҫенә төшөрмәйҙер әле. Рәхмәт төшкөрө, инде нисәмә йыл ошо берҙән-бер дуҫы ғына уға хыянат итмәй. Телһеҙ булһа ла, һөйләшә белмәһә лә, уның менән Ғатаға һәр ваҡыт күңелле, көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙнамә буйынса  һин ниндәй водитель? Водителдең юлда имен-һау йөрөүе нимәгә бәйле? Тәжрибәгә, йәшкә? Эйе, барыһына ла. Йәнә бығаса әллә ни иғтибарға алынмаған бер нәмә мөһим икән: астрология. Автомобиль йөрөтөүсенең юл хәрәкәтен боҙоуы ла, шулай уҡ транспорт бәлә-ҡазаһынан ҡотолоу мөмкинлеге лә уның ниндәй йондоҙлоҡҡа ҡарауына бәйле, ти. Шуныһы ғәжәп: быны астрологтар түгел, ә Американың страховкалау компанияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Актерҙың машинаһына ултырғың килһә Юрий Никулин, Нонна Мордюкова, Вячеслав Тихонов, Фрунзе Мкртчян кеүек актерҙар ултырып йөрөгән автомобилдәрҙе күргәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, борсолмағыҙ. Барыһы ла алда. Шуға ла һеҙгә бик үҙенсәлекле музей хаҡында һөйләмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
“НефАЗ”ды “йүгәнләгән” һылыу Һуңғы осорҙа Өфө урамдарында маршрут автобустарын “йүгәнләгән” гүзәл зат вәкилдәре йыш күренә. Шуларҙың береһе – Әлмира Ғәббәсова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше  ғүмере бар хазинанан ҡиммәт Ноябрь башында Стәрлетамаҡтың Техник урамында ҡот осҡос авария була – юғары тиҙлектә елдергән “9-сы” маркалы “Жигули” ҡаршыға килгән “ЗиЛ”ға бәрелә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге егет урында йән бирә. Әлеге автоһәүәҫкәр — юл ҡорбандарының быйыл инде 14-cеһе. Әлбиттә, бында йыл башында бер юлы өс ир-егеттең ошондай уҡ әжәл табыуын, башҡа осраҡтарҙы ла миҫал итеп килтерергә булыр ине. Уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел… Шулай ҙа башҡаса фажиғәгә тарымаҫ өсөн хәүефһеҙлек сараларын күреп була бит!
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маугли Р. Киплингтың “Маугли” тип аталған әҫәрен балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып уҡый, уның буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте иҫтәре китеп ҡарай торғандыр. Бүреләр араһына эләккән малай, уның көсөктәре менән бергә уйнап, йәнлектәрҙең ҡылыҡ-фиғелен, холҡон үҙләштереп үҫә. Үҙен дә бүре балаһы тип иҫәпләй. Киплинг әҫәренең аныҡ ҡына прототибы булғанмы, әллә автор был турала ишетеп, фантазияһын эшкә еккәнме, асылда иһә тормошта ундай осраҡтар күҙәтелгән икән. Байтаҡ халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, бүрене изге һанауы юҡҡа түгелдер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫта урын һайламаҫ Өфө боҙонда Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашҡан көнгә Дмитрий Макаров йүнәлде. Иң борсоғаны шул ине: уның урынында үҙ уйынын тапҡан Николай Прохоркинды нимә эшләтерҙәр? Булғанды емереүе еңел дә бит...
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эстәрле һағышы Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡынлаша. Һуңғы араларҙа халҡына үҙ һүҙен әйтеп киткән мәшһүр шағир Рәми Ғарипов йыш хәтергә килә. Ул Стәрлетамаҡты үҙенең бер баш ҡалаһы тип һанай торғайны, халҡын, әҙәби мөхитен яҡын күрҙе. “Стәрлетамаҡ” тигән шиғырында ла уға дан йырланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына