Фекереңде әйт!  Был оҫталыҡ мәктәбе түгел,  ә заман талабы! “Беҙҙә бөтәһе лә эшләй, уйлана, фекер йөрөтә!” – тине осрашыуҙың тәүге минутынан уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, билдәле тәнҡитсе Зәки Әлибаев республика төбәктәренән башҡорт теле буйынса ижади мәктәпкә йыйылғандарға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңге торһон өсөн Торатау Бына нисә йыл инде Башҡортостандың сода етештереү сәнәғәтенә сеймал эҙләйбеҙ. Эҙләмәй ҙә булмай... Кире осраҡта ҙур предприятие ябыласаҡ, бюджетҡа керем кәмейәсәк, меңләгән кеше эшһеҙ ҡаласаҡ... Ҡыҙыҡ, ә сит илдәрҙең сода компаниялары бындай осраҡта нимә эшләй икән? Улар ҙа сеймалдары бөтөп, эзбизташҡа ҡытлыҡ кисермәй ултырмайҙыр бит?
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тәрбиәгә айырым ваҡыт кәрәкмәй” Бәләкәйҙән белгән “һәптеюҡ”, “буйтым”, “шыпа”, “баҡырса” һымаҡ һүҙҙәр ҡапыл-ғара ишетелеп ҡалһа, күңелгә рәхәт булып китә. Тыуған ерҙең һулышы, яҡташтарҙың хисе килеп еткәндәй тойола. “Шулай булыуы бәхәсһеҙ: ырыуыңдың теле бит ул, – тип аңлата был күренеште филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт теле буйынса бихисап хеҙмәт авторы Миңһылыу Усманова. – Кешенең үҫешендә, тормошта үҙ урынын табыуында тыуған ерендәге һөйләштең өлөшө баһалап бөткөһөҙ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елле бүләк Бабайының шаянлығына Миңъямал күптән күнгән. Шулай булмай ни! Инде ярты быуат һәр шатлыҡҡа бергә ҡыуанып, ҡайғыны ла уртаҡ кисереп, бәхетле йәшәп яталар. Тик ниңәлер һуңғы арала кикереге шиңгән әтәс шикелле тойола башлағас, Вәлиуллаһының кәйефен күтәрерлек сара эҙләй башланы – кемдер уға оҙон исеме менән өндәшә, икенселәр Вәли тиеүҙән уҙмай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ете ят”лыҡ ҡайҙан килә? Халҡыбыҙҙа “ете быуыныңды белеү”, “ете ят” тигән төшөнсәләрҙе белмәгән кеше юҡ шикелле. Һуңғы йылдарҙа шәжәрә ағасы төҙөү, үҙеңдең алыҫ туғандарыңды барлау күренештәре бигерәк тә таралып китте. Быға хатта башҡа халыҡтар ҙа эйәрҙе. Ә нимә аңлата һуң ул тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына төшөнсәләр? Үткәнеңде, тарихыңды белеү өсөн генәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүфиҡлы балалар үҫтереү – тыныс ҡартлыҡҡа гарантия Төрлө сығанаҡтан алынған мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса бер быуат элек Рәсәйҙә 40 йәште үткән ҡатын өлкән һаналған, ә 50 йәшлек ир бөтөнләй ҡарт күренгән. Ысынлап та, әгәр элек пенсионер сифатында нигеҙ буйында ултырған, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бабайҙы, ҡояш булһа-булмаһа ла ҡулын маңлайына ҡуйып ҡарарға ғәҙәтләнгән, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә таяҡҡа таянған әбейҙе күҙ алдына баҫтырһаҡ, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡанда ла егеттәр шикелле йәш күренгән ағайҙарҙы, ҡыҙҙарҙан ҡалышмаған апайҙарҙы йыш осратабыҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абдулхаҡ вариҫтары Балалар китап уҡымай, тип ниндәй уҡытыусының зарланыуы ихтимал? Әгәр уҡыусыларҙың рухи талабын, заман һулышын яҡшы тоя икән, белем биреүсе улай тип әйтмәҫ, моғайын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова Әҙәбиәт йылында яҙыусылар ижадын пропагандалауҙың яңы юлын тапҡан. Бәлки, тапҡан тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер, сөнки ул киң билдәле викторина алымын ҡулланып, милли мөхиттә, БСТ каналының “Алтын тирмә” тапшырыуы миҫалында тотош зал өсөн шиғыр дәресе ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүге “Салауат” сыҡманы, ә башҡортсалаштырылған  фильмдар ҡайҙа? Һуғыштан һуңғы йылдарҙа клубта кино ҡарау ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелә торғайны. Бигерәк тә һәр көн көтөп йөрөгән балаларға онотолмаҫ байрам булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туғандарҙың янда булыуы яҡшы Изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр күп беҙҙә. Улар араһында районыбыҙҙың Абдулла ауылынан Лоҡмановтар ғаиләһе лә бар. Сәриҙә менән Ғәзинур, үҙ балаларына күркәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, мәрхүм туғанының ике улына йөрәк йылыһын өләшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мин!” Дин тәкәбберлекте, мин-минлекте, маһайыуҙы, үҙеңде күрһәтергә тырышыуҙы һөймәй, тип өйрәтте беҙгә өлкәндәр. Һуңғы йылдарҙа ошондай тәрбиә алымының йәнә иғтибар үҙәген биләй барғанын күреп ҡыуанам. Ауылда ла күптәр, айырыуса йәштәр, хөрмәтте фиҙакәрлек, тырышлыҡ аша яулау, ябай булып ҡалыу мөһимлегенә төшөнә бара.
Ком: 1 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына