Исемдә генәме эш? Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының атамаһындағы “башҡорт” тигән һүҙ күптән тарихта ҡалды. Хәйер, баҡса, заман елдәренә ҡаршы тороп булһа ла, эшмәкәрлеген дауам итә. Улай ғына ла түгел, башҡорт телен өйрәнергә тип башҡа милләт балалары ла эркелеп йөрөй бында. Ошо турала тулы мәғлүмәт алыр өсөн уның мөдире Земфира ИБРАҠОВАға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ-ара кимәлдә —  ватансылыҡ хаҡында Кисә мәркәзебеҙҙә “Ватансылыҡ, толерантлыҡ һәм тел мәҙәниәтен тәрбиәләү, күп мәҙәниәтлелек шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү” форумы асылды. Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин раҫлаған Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы Рәсәй Федерацияһы вәкәләтенең 2014-2015 йылдарҙағы планы буйынса уҙғарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көслө тойғолар түгел, ә тыныс тәбиғәт оҡшай” Күренекле урыҫ һәм совет рәссамы, яҡташыбыҙ Михаил Нестеров үҙенең ижади ҡараштары тураһында шулай тип әйткән. Кисә Өфөләге уның исемен йөрөткән музейҙа ошо талант эйәһенә һәйкәл асыу тантанаһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйғорҙай сағыу ғүмер Һәр ауылдың йөҙөн уның кешеләре билдәләй. Учалы районындағы Яңы Байрамғолда ла заман менән бергә атлаған, аҡылы һәм тырышлығы тормошто биҙәгән, эше, күңеле, уйҙары ла күркәм кешеләр күп. Шулар араһынан ағайыбыҙ Риф Әхмәтйән улы Әхмәҙиев һәм еңгәбеҙ Фәниҙә Мөждәбә ҡыҙы Ямалетдинова тураһында һөйләгем килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡайтам әле, ҡайтам тыуған яҡҡа…” Билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Хәйҙәр Тапаҡов Әҙәбиәт йылы һәм үҙенең 60 йәшлек юбилейы уңайынан ауылдаштарының саҡырыуы буйынса Йылайыр районының Һабыр ауылына ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрсөк тип көрһөнмәйҙәр Көтөп алған ҡыш та етте. Әммә Николо-Березовка һәм Ҡуян ауылдарында йәшәүселәрҙең күңеле тыныс, сөнки был торлаҡ пункттарын хеҙмәтләндергән “Йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли матбуғат  мәсьәләләре көнүҙәк Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында “Күп яҡлы донъяла матбуғат баҫмалары. Йыл йомғаҡтары: перспектива һәм тенденциялар” тигән конференция уҙҙы. Ойоштороусылар – Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының гильдияһы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йософ һәм Зөләйха” тамашасыларҙы көтә Ер йөҙөндә Йософ менән Зөләйханың мөхәббәте тураһында белмәгән кеше бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Сал быуаттарҙан быуындан быуынға һөйләнеп килгән был тарих бөгөн дә күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Яңы йыл алдынан тамашасыларын тап ошондай премьера менән ҡыуандырырға булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡы “һунар”ға нимә кәрәк? Мәкенән балыҡ ҡаптырыу йәйге ҡармаҡлауҙан ныҡ айырыла. Шуға күрә лә ҡыш ҡорамалдарҙың башҡа төрлөһөн һайларға кәрәк. Үҙең эшләп алһаң да була. Мәҫәлән, ҡулланылған ҡармаҡтың әһәмиәте ифрат ҙур. Уның ҡулдан эшләнгәне һәйбәтерәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәт, әй! Пиранья
“Пиранья” һүҙенең тамыры тупи һиндтарының теленә барып тоташа: “пира” – балыҡ, “ранья” — бысҡы. Йыртҡыс холоҡло был балыҡтар Көньяҡ Америка һәм Амазонканың сөсө һыулы ятҡылыҡтарында йәшәй. Оҙонлоғо 30 сантиметрға етә. Иң ҡурҡыныс ҡоралы – бәке һымаҡ үткер тештәре. Яңаҡтары менән бер ниндәй ауырлыҡһыҙ кеше бармағы йыуанлығындағы сыбыҡтарҙы ла өҙә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына